Көн үҙәгендә - сәләмәтлек һәм спорт 20-02-2018, 11:25 / Йәмғиәт

Көн үҙәгендә - сәләмәтлек һәм спорт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән ҡалала булып, социаль һәм инфраструктура объекттары менән танышты, муниципалитет етәкселеге менән биләмәне үҫтереү перспективаларын өйрәнде. Республика етәксеһе эш сәфәре барышында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһында булды. Унда уҙған йылдың ноябренән «Һаҡсыл поликлиника» һынау проекты ғәмәлгә ашырыла....
Күңел һәм йөрәк яраһы 20-02-2018, 11:23 / Йәмғиәт

Күңел һәм йөрәк яраһы

15 февралдә Афғанстан еренән һуңғы совет һалдатын сығарыуға 29 йыл тулды. Был көн локаль хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Афған һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, уның яралары һаман да халҡыбыҙ күңелен телгеләп, әрнеп һыҙлай. 10 йылға һуҙылған ҡан ҡойош 18-20 йәшлек һалдаттарҙың ваҡытынан алда сәстәренә сал, маңлайҙарына һыр һалды, күңелдәренә уңалмаҫлыҡ яра булып ятты. Ҡалала, Афғанстандан һуңғы совет һалдатын сығарыуға 29 йыл тулыу айҡанлы, һәләк булған яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал янына хәрби хәрәкәттәр ветерандары,...
Батыр рухлылар ярышы 20-02-2018, 11:21 / Спорт һәм туризм

Батыр рухлылар ярышы

“Металлургтар” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә үткән 46-сы саңғы ярыштары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Традицион ярыштарҙа район-ҡаланан 360 спортсы ҡатнашты. Был көндө район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары, махсус белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ производство коллективтары һәм спорт ветерандары стартҡа баҫты. Ҙур спорт сараһы алдынан Герой исемен йөрөткән 17-се гимназия алдында урынлашҡан яугир бюсына венок һалыу тантанаһы үтте. Ярышты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта,...
Яҙғы йылыны көтөп 20-02-2018, 11:20 / ---

Яҙғы йылыны көтөп

Металлургтар майҙанында ҡышты күңелле оҙатыу һәм тәбиғәттән яҙғы йылыны көтѳү байрамы - Масленица үтте. Сараға йыйылған ҡунаҡтарҙы һәм ҡала халҡын муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова тәбрикләне, кѳтѳп алынған байрамдың матур үтеүен теләне. Был кѳндѳ ҡаланың ижади коллективтары, артистары тарафы- нан тәҡдим ителгән театрлаштырылған тамаша бик матур һәм үҙенсәлекле булды. Байрамға йыйылыусылар үҙҙәре лә йыр, бейеүҙәргә ҡушылып күңел асты. Ҙур байрам концертын ҡарау менән бер рәттән, тѳрлѳ милли...
Балаларға байрам бүләге 20-02-2018, 11:18 / Йәмғиәт

Балаларға байрам бүләге

“Арский ташы” ял базаһында инвалид балаһы булған ғаиләләр ѳсѳн Масленица хәйриә акцияһы ойошторолдо. Уны ҡаланың һаулыҡтары яғынан мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәге, “Арский ташы” ял базаһы, ҡаланың Йәштәрҙең ял итеү үҙәге һәм ҡаланың “Хәрби разведчиктар туғанлығы” йәмғиәте ойошторҙо. Байрамда ҡаланың реабилитация үҙәге, Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре һәм ҡаланың 10-сы коррекцион мәктәбенең X класс уҡыусылары ҡатнашты. Ҡала Советы һәм хакимиәте исеменән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук барыһын да сәләмләгәндән һуң, Масленица...