«Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса уҡытыу семинары үтте 26-02-2018, 12:03 / Йәмғиәт

«Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса уҡытыу семинары үтте

20 февралдә Өфөлә «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса беренсе уҡытыу семинары үтте. Унда проект офис етәкселәре (эшсе төркөмдәр) һәм программала ҡатнашыусы министрлыҡ менән ведомство етәкселәре ҡатнашты. Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты власть органдары эшмәкәрлеген ҡулайлаштырырға, идара итеүҙә системалы алым булдырырға мөмкинлек бирә. Проект халыҡ һәм власть араһында бушлыҡты кәметергә, кешеләргә дәүләт органдарына мөрәжәғәт иткәндә уңайлыҡтар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя....
Лайыҡлы алмаш үҫә 26-02-2018, 11:51 / ---

Лайыҡлы алмаш үҫә

Бынан ҡырҡ йыл элек Сермән ауылында Нәзифә һәм Риф Аҙнабаевтарҙың ғаиләһендә төпсөк малай булып донъяға килә Ғәҙел. Яҙ миҙгелендә тыуғанғамы, ул алсаҡ, ярҙамсыл, кеселекле булып буй еткерә. Ул мәктәп йылдарында уҡ спорт менән дуҫ була. Саңғы ярыштарында ла, еңел атлетикала ла алдынғылыҡты бирмәй. Шуға күрә лә, 1995 йылда Сермән мәктәбендә XI класты тамамлағас, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Ике йыл эсендә уны уңышлы тамамлап, диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайта. Студент сағында уҡ йәйге ялында “Ағиҙел” турбазаһында спорт буйынса өлкән инструктор булып...
Хоккей - батырҙар уйыны 26-02-2018, 11:48 / Спорт һәм туризм

Хоккей - батырҙар уйыны

Ҡыш минең генә түгел, ауылдаш- тарымдың да яратҡан миҙгеле. Яңы йыл байрамдары, каникулы өсөн генә түгел, ҡар уйындары, саңғыла, санала шыуыу, конькиҙа йөрөү мөмкинлеге биргән һәм шулай уҡ хоккей турнирҙары өсөн дә яҡын беҙгә. Үткән йылда Аб- ҙаҡта хоккейҙың ойошторолоуына 40 йыл тулыуға арналған ҙур байрам үткәрелде. Унда төрлө йәш категорияларында, иң йәш хоккейсыларҙан алып ветерандарға тиклем, 18 команда ҡатнашты. Бындай турнирҙар беҙҙә йыл да үткәрелеп тора. Быйыл Абҙаҡ командаһы үҙ майҙанында ҡунаҡтарҙы ҡабул итте һәм ярыштарҙа ла ҡатнашты....
Бәхетле кеше 26-02-2018, 11:46 / ---

Бәхетле кеше

Интернетта спецназыбыҙҙың Сүриәләге ҡаһарманлыҡтары тураһында уҡығандан һуң, берәй батырҙы күреп һѳйләшергә тигән хыял менән яндым. Һәм бына яҙмыш рәхимлеген күрһәтте. Әллә ҡайҙа йѳрѳргә лә кәрәкмәне: мәҡәләмдең геройы үҙебеҙҙеке - Тирлән егете....
Әҙиптең ижади мираҫын байҡап 26-02-2018, 11:44 / Мәғариф

Әҙиптең ижади мираҫын байҡап

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында туған телде уҡытыуҙың алдынғы тәжрибәләрен ѳйрәнеүҙе, йәш быуынды Яныбай Хамматовтың ижади мираҫын ѳйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү һәм уҡыусы балаларҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшендәге ҡаҙаныштарын пропагандалау маҡсатында ойошторолған “Хамматов һабаҡтары” II Республика фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы булып үтте....