«Ирәмәл» гәүһәрҙәре 6-03-2018, 17:58 / ---

«Ирәмәл» гәүһәрҙәре

Республика район-ҡала мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән халыҡ театрҙарында "халыҡ" исемен яҡлау саралары үтте. Ҡала Мәҙәниәт һарайының "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры сәхнәләштергән спектаклде баһаларға Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры Азат Нәҙерғолов килде. Баһалама комиссияһына ирәмәлдәр Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһын күрһәтте. - Талапсан жюри...
Ярһыу яҙ ҡыҙы 6-03-2018, 17:57 / ---

Ярһыу яҙ ҡыҙы

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, ергә шаулап-гөрләп яҙҙар килгән мәлдә, Абҙаҡ ауылында йәшәгән Ғәтифә һәм Әхмәҙулла Суфьяновтарҙың күркәм ғаиләһендә Зөбәржәт исемле ҡыҙ бала донъяға килә....
Депутаттар халыҡ менән осраша 6-03-2018, 17:54 / ---

Депутаттар халыҡ менән осраша

Райондың ауыл биләмәһе Советы депутаттары халыҡ менән осрашып, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт еткерә. [/b] - Нисек итеп, законға ярашлы, бөтә кандидаттарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеп, һай- лаусыларҙың әүҙемлеген күтәрергә була? Беҙ, иң элек, кешеләргә һайлау тураһында кәрәкле мәғлүмәтте еткерергә тейешбеҙ, - ти Шығай ауыл Советы депутаты Рита Әсфәндиева. - Ауыл халҡы һайлау тураһында, һайлау участкаһының ҡайҙа урынлашыуын белергә тейеш. - Депутат - халыҡ ышаныс белдергән, уның мәнфәғәтен яҡларға саҡырылған кеше. Законға ярашлы, һайлау процесында дәүләт власы, урындағы...
Йөрәгендә студент дәрте 6-03-2018, 17:53 / ---

Йөрәгендә студент дәрте

Һәр бер миҙгел үҙенсә матур, үҙенә генә хас биҙәкле. Кешеләр ҙә шулай. Яҙ миҙгеленең тәүге айында, Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында, әсәһенең шатлығы, атаһының ғорурлығы булып донъяға ауаз һалған Сермән ауылы ҡыҙы Ләйлә Закир ҡыҙы АБДУЛЛИНА икеләтә бәхетлелер. Ләйлә Закир ҡыҙы 1958 йылда Хѳсникамал Нартдин ҡыҙы һәм Закир Вафа улы Вафиндарҙың кѳтѳп алған ҡыҙҙары була. Атаһы менән әсәһен тормош еле башта Көҙйылға ҡалаһына алып килгән. Унда уларҙың Әхмәтйән исемле ағаһы эшләгән. Уның эргәһендә Аҙналы, Әзекәй мәктәптәрендә эшләргә тура килә. Бѳйѳк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын кисергән, 40 йыл ғүмерен...
Парлы йәшәү - үҙе бәхет 6-03-2018, 17:51 / ---

Парлы йәшәү - үҙе бәхет

Ғаилә. Был һүҙ бик ҙур мәғәнәгә эйә. Ул йәшәү терәге лә, күңел йылыһы ла, наҙ усағы ла. Беҙгә һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙыусы ла беҙҙең ғаилә ағзаларыбыҙ. Ғаиләләребеҙ менән үткәрелгән һәр бер миҙгел, һәр көн, һәр сәғәт күңелебеҙҙә бер нимә менән дә алыштырғыһыҙ урын биләй. Йәмғиәттә әҙәпле, күркәм ғаиләләр ни тиклем күп булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ....
Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль менән эшлекле осрашыу 6-03-2018, 13:37 / ---

Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль менән эшлекле осрашыу

2 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Милли медицина палата»һы медицина йәмәғәте союзы президенты, Балалар хирургияһы һәм травматологияһы фәнни-эҙләнеү институты етәксеһе, профессор Леонид Рошаль менән осрашты. Осрашыуҙа республикала йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороу һәм төҙөкләндереү, уларҙы юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, ауылда заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушер пункттары төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. – Граждандар ҙур талаптар ҡуя, уларға дөрөҫ яуап бирергә кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. –...
Йәйге ял - етди һәм яуаплы эш 6-03-2018, 13:36 / ---

Йәйге ял - етди һәм яуаплы эш

Муниципаль районда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Был етди һәм яуаплы эште уңышлы тормошҡа ашырыу ѳсѳн республика бюджетынан ҙур субсидиялар бүленә, муниципаль ҡаҙна ла ҙур ѳлѳш индерә. Һуңғы йылда был эшмәкәрлеккә талаптар ҙа ҡәтғиләште, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең, санитар нормаларҙың үтәлеше, тәрбиәселәрҙең, вожатыйҙарҙың эше лә етди күҙәтеү аҫтында....
Талмаһын аяҡтары! 6-03-2018, 13:33 / Конкурстар

Талмаһын аяҡтары!

Ҡаланың спорт-һауыҡтырыу комплексында йыл һайын уҙғарылған муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге һәм Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған “Citi Dance” (Сити Дэнс) бейеү марафоны үтте. Тѳрлѳ бейеү стилендә сығыш яһаған талантлы коллективтарҙы һәм бейеүселәрҙе күрһәтеү маҡсатынан ойошторолған сара бейеү коллективтары педагогтарының, хореографтарының үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуын, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, бейеүгә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәлеп итеү, ҡалала заманса бейеү стилен үҫтереү, бейеү мираҫын һаҡлау һәм талантлы йәштәрҙе ҡеүәтләүҙе бурыс итеп ҡуйған....
Элинаның алтын миҙалы 6-03-2018, 13:32 / Мәғариф

Элинаның алтын миҙалы

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыусылар үҙҙәрен тѳрлѳ яҡлап күрһәтә. Улар район, республика кимәлендә үткән конкурс, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа йыш призлы урындар яулай. Гимназияның данын республикала ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә арттырыусы тырыш, һәләтле уҡыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе - Элина Ғәлиева яңыраҡ Мәскәүҙә үткән Бѳтә Рәсәй олимпиадаһында тағы ла ҙур уңышҡа иреште. Энәғараҡтар тураһында ғилми- тикшеренеү эше алып барған Элина илдең тѳрлѳ ҡалаларынан килгән 500-ҙән ашыу бала араһында I урын алып, алтын миҙал яуланы. Уға был мәртәбәле сарала ҡатнашырға...
Тормошоғоҙ - башҡаларға үрнәк 6-03-2018, 13:30 / ---

Тормошоғоҙ - башҡаларға үрнәк

Аҙнағол ауылы Ағиҙел йылғаһының ике яры буйында урынлашҡан. Борон уң яҡтағыларҙы “аҡ ҡусҡар”, ә һул яҡтағыларҙы “туҡтыбай” тип йөрөткәндәр. Борон-борондан башҡорт халҡы ил кисергәнде кисереп, урман эше, һунарсылыҡ, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Коллективлаштырыу осоронда “Ҡоншаҡ” колхозы ойоштороп эшләп йөрөгәндә, көтмәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә....