Химия ысулынан - механикаға 16-03-2018, 10:20 / ---

Химия ысулынан - механикаға

«Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә юғары ныҡлыҡтағы сым цехында экологик ҡорамал сафҡа индерелде. Модернизациялау сымды кислотаһыҙ етештереү мөмкинлеген бирҙе, производстволағы иҫкергән ысулдарҙы алыштырҙы. Ҡорамалды рәсми рәүештә ебәреүҙә Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Рөстәм Марданов ҡатнашты....
Владислав МИРОНОВ:  Мин ни өсөн һайлауға барам? 16-03-2018, 10:18 / Сәйәсәт

Владислав МИРОНОВ: Мин ни өсөн һайлауға барам?

- Мин үҙ илемдең гражданы, республикабыҙҙы һәм тыуған Белоретымды яратам. Киләсәктә нисек йәшәүебеҙ 18 мартта ҡайһы кандидатҡа тауыш биреүебеҙгә бәйле. Беҙ һуңғы йылдарҙа күп нәмәгә өлгәштек. Сағыштырырлыҡ дәлилдәр етерлек: республика бөгөн илебеҙҙең алдынғы төбәктәр рәтендә, ә Белорет районы иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең бөтә тармаҡтары буйынса етеҙ үҫешә. Белоретты бөгөн Рәсәйҙә яҡшы беләләр. Беҙҙең ҡалаға бөтә үҫеш йүнәлештәре буйынса республика һәм федераль кимәлдә ярҙам күрһәтелә. Һүҙ юҡ, һәр беребеҙ ҡала һәм район тормошонда барған үҙгәрештәрҙе күреп тора. Тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ!...
Ил Президентын һайлауға әҙербеҙ 16-03-2018, 10:17 / Сәйәсәт

Ил Президентын һайлауға әҙербеҙ

18 март, йәкшәмбе ил халҡы гражданлыҡ бурысын үтәй. Районда был сәйәси сараға әҙерлекте тикшереү маҡсатында Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма вәкилдәре килде. Беҙҙең ҡалаға һайлауға әҙерлекте тикшереү өсөн оҙайлы ваҡытҡа ике күҙәтеүсе: Швейцариянан Наталья Цулина менән Финляндиянан Эрик Вернер килде. Улар райондың тер- риториаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова менән осрашты. Белорет уларҙың тикшереү менән барған дүртенсе ҡалаһы. Быға тиклем күҙәтеүселәр Нефтекама, Салауат, Октябрьский ҡалаларында булған. Әлеге ваҡытта Рәсәй буйлап 480 күҙәтеүсе сәфәргә сыҡҡан,...
Тарихҡа тиң ғүмер... 16-03-2018, 10:16 / Арҙаҡлы яҡташтар

Тарихҡа тиң ғүмер...

Кеше асылы, һай, ҡатмарлы нәмә. Ниндәйе генә юҡ бәндәнең. Әлмисаҡтан уҡ үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан, бүтәндәргә төкөрөп ҡараған тәкәбберҙәре булған кеүек, үҙ-үҙен онотоп, кешелек донъяһы тип йәнен фиҙа ҡылған, йәмғиәт өсөн файҙа итерлек изге уй- маҡсаттарын бәғзе ваҡыт аң сиктәренә һыймаҫ дыуамал ҡылыҡтары менән тормошҡа ашырған һоҡланғыс ҡәүем вәкилдәре лә һәр саҡ булған арабыҙҙа. Шөкөр, бар ҙа. Һүҙем донъя кимәлендә танылыу яулаған йондоҙҙар, сәйәсмәндәр, хикмәтле ғилем эйәләре тураһында барыр, тип яңылыш уйлай күрмәгеҙ, берүк. Заманында үҙ колхозының даны, кешеләренең яҡты киләсәге өсөн...
Ауылпиада, пьеса... 16-03-2018, 10:14 / Мәҙәниәт

Ауылпиада, пьеса...

Ҡыштың - һуңғы, яҙҙың тәүге айы төрлө мәҙәни, спорт сараларына бай булды. Сараларҙа әхмәрҙәр ихлас ҡатнашты, күңел асты, концерт-пьесалар ҡарап кинәнде. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы үтте. Конкурста ауылдың Шауым, Урта, Ҡалмаҡ урамдары ир-егеттәре көс һынашты. “Әхмәр батырҙары” (Алик Юлышев, Вадим Мөхәмәтғәлин, Айгиз Абдрахманов, Денис Юлышев, Вадим Әҙелмырҙин), “Кирәл бөркөттәре” (Нәғим Хәмзин, Илмир Сәлимов, Эдуард Зәбиров, Илнур Нәҙербаев, Фәиз Йосопов) һәм “Шәп егеттәр” (Марс Зияев, Хәлим Хөснөтдинов, Владимир Максимов, Вил Абдуллин, Алмаз Малыбаев)...
«Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!” 16-03-2018, 10:12 / Байрамдар

«Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!”

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Ноҡат ауылы китапханаһында “Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!” тип аталған матур сара үткәрелде. Сараға килгән әсәй-өләсәйҙәрҙе, апай-еңгәләрҙе, һеңлекәш-ҡыҙҙарҙы ауыл китапханасыһы Мәрйәм Сәмсетдинова һәм ауыл старостаһы Вил Солтанов ҡаршы алды. Гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотларға Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусылары Нәфис Сәғитуллин, Ләйсән Яҡшыдәүләтова, Азалия Исмәғилева, Айһылыу Мырҙағәлина, Азалия Сол- танова, Алһыу һәм Яҙгөл Хажиәхмәтовалар ҙа килде. Уҡыусыларҙың сығыштарын ауыл халҡы йылы ҡабул итте. Кисә төрлө уйындар, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Кисә...
Донъя чемпионы призына турнир 16-03-2018, 10:11 / Спорт һәм туризм

Донъя чемпионы призына турнир

Март башында республика кимәлендә Үрге Ҡыйғыла Донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев призына турнир уҙҙы. 2000-2002 йылғы ҡыҙҙар, 2004-2006 йылғы малайҙар билбау көрәше һәм 2002-2004 йылғы үҫмерҙәр көрәш буйынса көс һынашты. Район, спорт мәктәбе намыҫын Абҙаҡ мәктәбенән алты спортсы яҡланы. Ҡыҙҙар араһынан Эльвина Ғәҙелшина (65 кг ауырлыҡ категорияһы), Зилиә Ирғәлина (57 кг ауырлыҡта) I урын яуланы. Эльвина шулай уҡ “Иң яҡшы техника күрһәтеүсе” исеменә лайыҡ булды. Үҫмерҙәр араһында III урынды Илһам Муллағәләмов (40 кг ауырлыҡта) һәм Ислам Муллағәләмов (50 кг ауырлыҡта) алды. Даян Хәйруллин һәм...