Спорт комплексы сафҡа инде 26-03-2018, 10:51 / Социаль ѳлкә

Спорт комплексы сафҡа инде

Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү буйынса әҙерлек эштәре бара. Юбилей датаһына ҡарата республикала 100 объект төҙөү планы ҡаралды. Межгорьелағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы - “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” республика программаһы исемлегенә индерелгән объекттарҙың береһе. Күптән түгел реконструкциянан һуң тулыһынса яңыртылған физкультура-һауыҡтырыу комплексы спорт һөйөүселәргә үҙ ишектәрен асты. Спорт комплексын тантаналы асыу сараһында республика ҡунаҡтары - Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Марданов, “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан...
Мѳмкинлектәр артты 26-03-2018, 10:49 / ---

Мѳмкинлектәр артты

Быйыл Белорет районы йорттарға капиталь ремонт яһау ѳсѳн былтырғынан ике тапҡырға күберәк аҡса аласаҡ. Әле 34 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт яһау планлаштырылған. Шуларҙың 27-һендә лифттарға ремонт, 14 йорттоң ҡыйығы, 10 йорттоң фасады яңыртыласаҡ. Былтырғы кеүек быйыл да ҡайһы бер йорттарға бер юлы ике тѳрлѳ ремонт яһаласаҡ. Мәҫәлән, ҡаланың Куйбышев урамындағы 4-се йорттоң да ҡыйығы һәм фасады яңыртыласаҡ. Капиталь ремонт ѳсѳн бѳтәһе 112 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был сумма былтырғынан ике тапҡырға күберәк. Бындай мѳмкинлек белореттарҙың капиталь ремонт ѳсѳн әүҙемерәк һәм...
Берҙәмлек - үҫеш билдәһе 26-03-2018, 10:48 / ---

Берҙәмлек - үҫеш билдәһе

1991 йылдың 6 июлендә “РСФСР-ҙың урындағы үҙидаралыҡ органдары тураһында” тигән закон ҡабул ителә. 1992 йылда ул “Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидаралыҡ органдары тураһында”тип үҙгәртелә. Яңы система, законға һәм Конституцияға ярашлы, халыҡ мәнфәғәтенән, уның тарихи, милли-этник үҙенсәлектәренән сығып, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн булдырыла. Шул арҡала бөгөн урындағы үҙидаралыҡ институты йәмғиәттә иң мөһим һәм ҡеүәтле ролде үтәй. Үҙидаралыҡ органы, дәүләт ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәү менән бер рәттән, йәмәғәт ойошмалары менән дә тығыҙ бәйләнеш тота һәм шуның менән халыҡ һәм дәүләтте...
Иҫтәлек булып йәшәр 26-03-2018, 10:45 / ---

Иҫтәлек булып йәшәр

“Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр” ти халыҡ мәҡәле. Баш ҡалабыҙ Өфөгә ике көнлөк экскурсияға барған Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ошо хәҡиҡәткә тулыһынса ышанғандарҙыр, моғайын. Гимназия директоры Ғәлийәнова Зөлфиә Басир ҡыҙы ойошторған сәйәхәт мауыҡтырғыс та, фәһемле лә булды. Өфөләге тәүге туҡталыш - “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе”- 39-сы һанлы гимназия. Унда беҙ Туған телдәр көнөнә арналған Жәлил Кейекбаев исемендәге VII Халыҡ- ара фестивалендә ҡатнаштыҡ. Был сараға республиканың 24 ҡала һәм районынан командалар килгәйне. Онлайн-режимда Азербайжан,...
26-03-2018, 10:43 / ---

"Һоҡланыу минуттары" үткәрҙек

Лицей-интернаттың II класс уҡыусылары менән, йырсы Тәнзилә Үҙәнбаеваның юбилейына арнап, "Һоҡланыу минуттары" исемле осрашыу үткәрҙек. Унда халыҡ йырсыһының тормошо һәм ижады менән таныштыҡ, йырҙарын тыңланыҡ. Йыр-моң - халҡыбыҙҙың яҙмышы, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Халҡыбыҙҙың ошо хазинаһын беҙгә ишеттергән, еткергән һандуғастарыбыҙҙың береһе - Нөгөш ҡыҙы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева. Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Мәләүез районы Түләк ауылында биш бала тәрбиәләнгән ғаиләлә тыуған. Атаһы көтөүсе булһа, әсәһе төҙөлөштә эшләй. Ул ата- әсәһенә тѳп ярҙамсы була. Уның әсәһе яғынан...