Янғынға ҡаршы әҙерлек тикшерелде 28-03-2018, 17:16 / ---

Янғынға ҡаршы әҙерлек тикшерелде

Районда янғынға ҡаршы кѳрәш мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән тѳрлѳ профилактик саралар йыш уҙғарыла һәм күнекмә үткәреү объекттары ла тѳрлѳ була. Райондың ведомстволы һәм муниципаль янғынға ҡаршы көрәш командаларының янғын һүндереүгә әҙерлек кимәлен билдәләү, уларҙың янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин ителешен тикшереү, янғын һүндереү машиналарының махсус агрегаттар менән эшләүенең практик ысулдарын тәрәндән өйрәнеү маҡсатында Абҙаҡ мәктәбе базаһында күнекмәләр үтте....
Тирләндәрҙең шатлығы 28-03-2018, 17:14 / ---

Тирләндәрҙең шатлығы

Тирлән ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы тѳҙѳлѳшѳ аҙағына яҡынлаша. Эштәрҙең күбеһе һәм ауыры аҙағына еткән. Инженер-коммуникация селтәрҙәре үткән, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡ һәм фасад яңыртылған. Тирлән ауылында физкультура-һауыҡтыру комплексын төҙөү былтыр октябрь айында башланғайны. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында ике ҡатлы, 500 квадрат метр майҙанлы мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты. Спорт комплексы тимер бетондан, металл конструкцияларҙан, стеналары сэндвич панелдән төҙөлгән. Объекттың подрядсыһы Ѳфѳнѳң «Д-Арт» производство-төҙөлөш фирмаһы. Тѳҙѳүселәр эште планлаштырылған...
Рейтинг тауыш биреү үтте 28-03-2018, 17:13 / ---

Рейтинг тауыш биреү үтте

Белореттар Рәсәй Президентын һайлаған көндө капиталь ремонт яһаласаҡ йәмәғәт территорияларына ла тауыш бирҙе. Был көндә йәшниккә төшөрөлгән бюллетендәр ниндәй объектты һайларға кәрәклеген аныҡ хәл итте. Рейтинг тауыш биреүҙе иҫәпләү өсөн 22 территориаль комиссия булдырылды. Улар иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләне. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн тауыш биреү йәшниктәре һайлау участкалары эшләгән бинаға ҡуйылғайны. Һәр участкала ирекмәндәр эшләне. Улар белореттарға 2018-2019 йылдарҙа капиталь ремонт яһаласаҡ йәмәғәт территорияларын һайлау буйынса үҙ ярҙамын күрһәтте....
Ғаиләң булһын терәгең! 28-03-2018, 17:10 / ---

Ғаиләң булһын терәгең!

Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында Ғаилә йылына арналған “Минең ғаиләм - минең терәгем” тип аталған конкурс уҙҙы. Унда Таиповтар һәм Хөснөтдиновтар ғаиләләре ҡатнашты. Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова сәләмләү һүҙендә был сараның мөһимлеген һәм әһәмиәтен билдәләп, ауылдың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡандарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. “Визит карточкаһы” конкурсында ҡатнашыусылар ғаиләләре менән таныштырҙы. Зөлфиә һәм Рифат Таиповтарҙың ғаиләһендә 5 ҡыҙ һәм 1 малай үҫә. Атай эштә саҡта әсәй балалары менән конкурста ҡатнашты. Апайлы-һеңлеле Лиана менән Диана...
Табип тигән бѳйѳк исем бар 28-03-2018, 17:08 / Һаулығың-байлығың

Табип тигән бѳйѳк исем бар

Дауахана тигән юлды һәр кем юҡ-юҡ та тапай... Табипҡа инер алдынан бөтәһе лә унан яҡшы хәбәр алып сығырына ышана һәм өмөтләнә... Изге лә, ауыр ҙа, кеше ғүмере өсөн яуап биргән һөнәрҙе үҙ иткән, уны намыҫлы аҡлаған, яҡындарының, таныш һәм таныш түгел кешеләрҙең һаулығын тикшереүҙән тыш, дөрөҫ диагнозлау һәләтенә эйә булған, дауалау процестарын яҡшы белгән табиптар алтынға бәрәбәр. Йөйәк ауылында ғүмер иткән Абдулла Мөхәмәт улы МИҺРАНОВ был исемде ғорур йөрөткән, ауылдаштары араһында хѳрмәткә, ихтирамға лайыҡ кешеләрҙең береһе....