День открытых дверей» 15-03-2018, 11:17 / ---

День открытых дверей»

В МФЦ Башкирии пройдут дни открытых дверей для налогоплательщиков Теперь граждане могут подать налоговую декларацию по налогу на доходы физических лиц через Многофункциональный центр «Мои документы». Жители республики приглашаются 16 – 17 марта 2018 года принять участие в региональной акции «День открытых дверей» по вопросам декларирования доходов граждан во всех офисах Многофункционального центра «Мои документы»....
Сообщите, где торгуют смертью 15-03-2018, 11:13 / ---

Сообщите, где торгуют смертью

В республике стартовал первый этап Всероссийской антинаркотической акции «Сообщи, где торгуют смертью». В рамках профилактического мероприятия начали работу телефонные горячие линии министерств и ведомств. Каждый, кто знает о местах сбыта, хранения, содержания притонов может сообщить об этом конфиденциально и в любое время суток. Кроме того, желающие смогут получить подробную информацию об организациях, которые оказывают наркологическую помощь и занимаются реабилитацией наркозависимых лиц....
Йәшел 13-03-2018, 17:41 / ---

Йәшел " ҡомартҡы "ны ҡурсалап

Республикабыҙҙың “Урмансылар ишектәрен аса” бѳтә Рәсәй акцияһына ҡушылыуына ѳс йыл. Ул уҡыусыларға, студенттарға, халыҡҡа аң-белем ѳҫтәү маҡсатынан ойошторолған һәм унда еребеҙҙең тѳп байлығын һаҡлаусы урмансылыҡ, урмансылар, урманды янғындарҙан һаҡлау авиацион базаһы, янғын-химик станциялары, урман ҡараусыларҙың эше менән яҡындан танышырға, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мѳмкин. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Белорет урмансылығы бүлегендә ҡаланың 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм Аб- ҙаҡ мәктәбенең IX-X класс уҡыусылары, уҡытыусылары, тәрбиәселәре...
Халыҡ берҙәмлектең кѳсѳн яҡшы аңлай 13-03-2018, 17:40 / Бурыстар, үтәлештәр

Халыҡ берҙәмлектең кѳсѳн яҡшы аңлай

Һуңғы йылдарҙа ауыл хакимиәте биләмәләрендә халыҡҡа лайыҡлы тормош булдырыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Социаль проблемаларҙы хәл итергә тѳрлѳ дәүләт программалары, хакимиәттәргә Башҡортостан ҡаҙнаһынан квартал һайын бүленгән субсидия ла ҙур ярҙам булып тора....
13-03-2018, 17:35 / Конкурстар

"Йәшәһен минең ғаиләм"

Ҡыйыҡ аҫтарына эленгән гәлсәр боҙбармаҡтар ҡояш нурын сағыу уйнатһа ла, ҡыштың зәһәрлеге һиҙелә әле. Йә әсе елдәре бит остарын семетә, йә гөрһөлдәп ҡарлы бурандары уйнап китә, иртәле-кис һәммәбеҙҙе йүгерткән сатлама һыуыҡтары ла сигенмәгән сал миҙгелдең. Шулай ҙа, яҙ еткәне тойола... Ҡараштарҙа. Кәйефтәрҙә. Күңелдәрҙә... Март айын башлап ҡалабыҙҙың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙған ҙур сара ла быға дәлил, ана. Республикабыҙҙа быйылғы йылдың Ғаилә йылы тип аталыуын күҙ уңында тотоп, шулай уҡ яҙҙың тәүге көнө - Башҡорт ғаиләһе көнө булыуын иҫәпкә алып, башҡорт гимназияһы...
«Ирәмәл» гәүһәрҙәре 6-03-2018, 17:58 / ---

«Ирәмәл» гәүһәрҙәре

Республика район-ҡала мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән халыҡ театрҙарында "халыҡ" исемен яҡлау саралары үтте. Ҡала Мәҙәниәт һарайының "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры сәхнәләштергән спектаклде баһаларға Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры Азат Нәҙерғолов килде. Баһалама комиссияһына ирәмәлдәр Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһын күрһәтте. - Талапсан жюри...
Ярһыу яҙ ҡыҙы 6-03-2018, 17:57 / ---

Ярһыу яҙ ҡыҙы

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, ергә шаулап-гөрләп яҙҙар килгән мәлдә, Абҙаҡ ауылында йәшәгән Ғәтифә һәм Әхмәҙулла Суфьяновтарҙың күркәм ғаиләһендә Зөбәржәт исемле ҡыҙ бала донъяға килә....
Депутаттар халыҡ менән осраша 6-03-2018, 17:54 / ---

Депутаттар халыҡ менән осраша

Райондың ауыл биләмәһе Советы депутаттары халыҡ менән осрашып, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт еткерә. [/b] - Нисек итеп, законға ярашлы, бөтә кандидаттарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеп, һай- лаусыларҙың әүҙемлеген күтәрергә була? Беҙ, иң элек, кешеләргә һайлау тураһында кәрәкле мәғлүмәтте еткерергә тейешбеҙ, - ти Шығай ауыл Советы депутаты Рита Әсфәндиева. - Ауыл халҡы һайлау тураһында, һайлау участкаһының ҡайҙа урынлашыуын белергә тейеш. - Депутат - халыҡ ышаныс белдергән, уның мәнфәғәтен яҡларға саҡырылған кеше. Законға ярашлы, һайлау процесында дәүләт власы, урындағы...
Йөрәгендә студент дәрте 6-03-2018, 17:53 / ---

Йөрәгендә студент дәрте

Һәр бер миҙгел үҙенсә матур, үҙенә генә хас биҙәкле. Кешеләр ҙә шулай. Яҙ миҙгеленең тәүге айында, Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында, әсәһенең шатлығы, атаһының ғорурлығы булып донъяға ауаз һалған Сермән ауылы ҡыҙы Ләйлә Закир ҡыҙы АБДУЛЛИНА икеләтә бәхетлелер. Ләйлә Закир ҡыҙы 1958 йылда Хѳсникамал Нартдин ҡыҙы һәм Закир Вафа улы Вафиндарҙың кѳтѳп алған ҡыҙҙары була. Атаһы менән әсәһен тормош еле башта Көҙйылға ҡалаһына алып килгән. Унда уларҙың Әхмәтйән исемле ағаһы эшләгән. Уның эргәһендә Аҙналы, Әзекәй мәктәптәрендә эшләргә тура килә. Бѳйѳк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын кисергән, 40 йыл ғүмерен...
Парлы йәшәү - үҙе бәхет 6-03-2018, 17:51 / ---

Парлы йәшәү - үҙе бәхет

Ғаилә. Был һүҙ бик ҙур мәғәнәгә эйә. Ул йәшәү терәге лә, күңел йылыһы ла, наҙ усағы ла. Беҙгә һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙыусы ла беҙҙең ғаилә ағзаларыбыҙ. Ғаиләләребеҙ менән үткәрелгән һәр бер миҙгел, һәр көн, һәр сәғәт күңелебеҙҙә бер нимә менән дә алыштырғыһыҙ урын биләй. Йәмғиәттә әҙәпле, күркәм ғаиләләр ни тиклем күп булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ....