Йорттарыбыҙ йылы булһын 2-04-2018, 16:24 / ---

Йорттарыбыҙ йылы булһын

Йылылыҡ менән тәьмин итеү энергетиканың ижтимағи мѳһим секторының береһе булып тора. Ул, тәү сиратта, кешеләрҙең йәшәү һәм эш урынында уңайлы шарттар булдырыуҙы бурыс итеп алған. Бѳгѳн Белорет ҡалаһын, Октябрьский биҫтәһен, Тирлән, Ломовка һәм Тимер юл ауылдарын йылылыҡ энергияһы һәм йылы һыу менән тәьмин иткән “Белорет йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙ бурыстарын теүәл үтәү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау ѳсѳн тырышҡан 152 кеше эшләй. Компанияның эшмәкәрлеге йылылыҡ энергияһын һатыуҙы һәм бүлеүҙе, производство, транспортты йәлеп иткән. Уларҙа эксплуатациялауҙа 161,05...
Эт дуҫ ине... 2-04-2018, 16:23 / ---

Эт дуҫ ине...

Ине, тим, сѳнки кисә генә ҡойроҡ болғап, күҙгә мѳлдѳрәп ҡарап ишек тѳбѳн һаҡлар тоғро дуҫтар, ҡай аралалыр, бер кемгә кәрәкмәгән урам эттәренә әйләнгән, имеш. Ҡала, ауыл урамдарында үткән-һүткән кешеләрҙе өркөтөп, арттарынан теш ыржайтып лауҡылдап ҡалған был ѳйѳр-ѳйѳр берәҙәктәр ѳсѳн кем яуаплы? Нилектән килеп тыуған бындай сетерекле мәсьәлә? Уны нисектер гуманлы рәүештә хәл итеү юлдары бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса был проблеманан ситен булмаған байтаҡ ҡына кеше менән аралашырға тура килде. Иң башта муниципаль район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын,...
Белорет данын арттырып 2-04-2018, 16:22 / Спорт һәм туризм

Белорет данын арттырып

Башҡортостан спортсылары Рәсәй Беренселегендә лайыҡлы сығыш яһаны. Ҡала Мәҙәниәт һарайының «Жар-птица» спорт бейеү клубы тренерҙары Олеся һәм Ирик Сиражетдиновтар бейеү спорты буйынса Мәскәүҙә үткән Чемпионат һәм Рәсәй Беренселегендә II урын яуланы. Өс көн буйы барған көсөргәнешле ярышта Рәсәйҙең бөтә төбәгенән йыйылған меңдән ашыу спортсы үҙ дисциплинаһында алдынғылар исеменә көс һынашты. - Беҙҙең категорияла 29 пар ҡатнашты. Үҙ көсөбөҙгә ышанһаҡ та, бик тулҡынландыҡ, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша Ирик Рим улы. - Ҡала Мәҙәниәт һарайы етәкселегенә һәм хеҙ- мәттәшем Нурия Аришинаға ҙур...
Армыттарға ашты ҡумыҙ сыңы сал тарихын айҡап башҡорттоң 2-04-2018, 16:21 / Мәҙәниәт

Армыттарға ашты ҡумыҙ сыңы сал тарихын айҡап башҡорттоң

Һуңғы бер нисә йылда милли мәҙәниәткә иғтибарҙың артыуы, йәғни башҡорт йолаларының тергеҙелеүе, халыҡтың үҙ теленә, моңона, музыка ҡоралдарына, биҙәүес-кейемдәренә, боронғо исемдәргә ихтыяжы күҙгә ташлана. Был үҙаңдың уяныуына, бер аҙ онотола төшкән башҡортлоҡтоң яңы һулышына, кешеләрҙең рухи азатлыҡҡа сарсауына ишара. Ҡағиҙә булараҡ, иң элек мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләре сағылдыра бындай күренештәрҙе. Мәҫәлән, районыбыҙҙа үткән башҡорт йыйын-сараларында халыҡтың теләп ҡатнашыуы, унда боронғолоҡ төҫмөрләнгән, әммә заманға яраҡлаштырып тегелгән милли костюмдарҙа ғына сығыш яһауы, шәхси...
Янғынға ҡаршы - бергәләп! 2-04-2018, 16:19 / ---

Янғынға ҡаршы - бергәләп!

Кемерово ҡалаһындағы фажиғә Рәсәй халҡын тетрәтте. Унда 64 кеше, шул иҫәптән балалар һәләк булды. Ил Хөкүмәтендә, шул иҫәптән республикала яҡын арала федераль күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре тарафынан сауҙа үҙәктәрен генә түгел, кинотеатрҙарҙы, ғөмүмән, кеше күп йөрөгән йәмәғәт урындарына тикшереү үткәреү мәсьәләһе күтәрелде. Республикала йыл башынан 812 янғын сыҡты, унда 69 кеше һәләк булды, 64-е тән йәрәхәте алды. Үткән йыл менән сағыштырғанда, бөтә күрһәткестәр буйынса ла үҫеш күҙәтелә. Янғын сығыу сәбәптәре һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән...
Проект эшләй 2-04-2018, 16:18 / Социаль ѳлкә

Проект эшләй

“Металлург” стадионын төҙөкләндереү дауам итә. Былтыр капиталь ремонт эштәренән һуң “Дельфин” бассейны, грек-рим көрәше залы яңы төҫ алғайны. Алда проекттың һуңғы этабы тора: яңы спорт залы төҙөү, стадиондың эсен реконструкциялау, өҫтәлмә йүгереү юлдары булдырыу. Яҡын арала бында тағы ла бер ҙур эшкә тотонасаҡтар. Реконструкция эштәренә ярашлы, бында яңы саңғы-роллер базаһы төҙөлә башлаясаҡ. Шул араҡла спортсылар ѳсѳн стадионда шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге тағы ла киңәйәсәк. Саңғы-роллер трассаһы проекты бөтә күҙәтеү органдары менән дә килешеп төҙөлгән. Тик 3 метрлы һаҡлағыс зона эшләү өсөн бик күп...
Һоҡланғыс һөҙөмтәләр 2-04-2018, 16:17 / Мәҙәниәт

Һоҡланғыс һөҙөмтәләр

Ҡыш айҙары мәҙәни-ял учреждениеларының ижади коллективтары өсөн, ысын мәғәнәһендә, ҡыҙыу булды. Халыҡ һәм өлгөлө исемдәрен яҡлау ике этапта үтте. Беренсеһендә хор, вокал, инструменталь, хореография, фольклор коллективтары үҙ көсөн һынаһа, февраль аҙаҡтарында, үҙешмәкәр сәнғәттә театралдар үҙ исемдәрен аҡланы. Асы ауыл мәҙәниәт йорто театры (етәксеһе Й. Сәлимйәнова) башҡорт дра- матургияһы классигы Флорид Бүләковтың “Эй, мөхәббәт, мөхәббәт” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Район мәҙәниәт йортоноң “Елмәрҙәк” театры (С. Мырҙағәлина) Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесы буйынса постановка ҡуйҙы. Ике спектакль...
Тәрбиәләүҙә - милли традициялар 2-04-2018, 16:16 / Мәғариф

Тәрбиәләүҙә - милли традициялар

Сермән урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналған “Балаларҙы башҡорт халҡының милли традициялары нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиәләү" исемле зональ-тѳбәк методик семинары үтте. Был сара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһендә ҡабул ителгән планға ярашлы үткәрелде. Ҙур әҙерлек эше алып барылыуы һәр юҫыҡта сағылды. Унда мәғариф идаралығының башҡорт телдәре буйынса методисы Л.Х. Әхмәтшина етәкселегендә ҡала һәм райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Бөрйән районынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәктәп фойеһында ҡунаҡтарҙы мәктәп...
Баш ҡала ҡунағы 2-04-2018, 16:13 / Алмаш

Баш ҡала ҡунағы

Бер ваҡыт Мырмыр күрше бесәй Ҡарасайға йүгереп килеп инде. - Ишеттеңме, күршеләргә сит илдән ҡунаҡ килгән. - Мыяяуу, күрмәйһеңме, йылы һөт эсәм, ҡамасаулама! - ти икән Ҡарасай яланып. - Күрмәнем дә, ишетмәнем дә. - Хужабикәм әле генә уларға сәйгә инеп китте. Әйҙә, беҙ ҙә барайыҡ, ҡунаҡ менән танышайыҡ, бергәләп уйнарбыҙ, - тине Мырмыр һөткә ҡарап яланып. Ҡарасай ашыҡмай ғына һауытын ялап, таҙартып ҡуйҙы....