Иҫкәртеү мөһимерәк 6-04-2018, 14:43 / ---

Иҫкәртеү мөһимерәк

Хәүефле осор башланыр алдынан республикала урман янғындарын һүндереү буйынса төбәк күнекмәләре үтте. Урман яныуы теркәлгән осраҡта янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә идара итеү тәжрибәһен үҫтереү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм граждандар оборонаһы эштәрен дөрөҫ ойоштороуға өйрәнеү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау сараның төп маҡсаты булды. Тирлән урмансылығы биләмәһендә үткән ошондай сараларҙың береһендә райондың Тирлән, Инйәр, Әүжән, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы урман хужалыҡтары, ҡуртымға алыусылар - “Селена” урман-сәнәғәт компанияһы” йәмғиәте, Өфө фанера комбинаты, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы,...
Аҡса урлауҙа ғәйепләнә 6-04-2018, 14:42 / ---

Аҡса урлауҙа ғәйепләнә

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә Тирлән ауылы кешеһе банк картаһы менән бергә 27 мең һумдан ашыу аҡса юғалтыуы тураһында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғариза менән мөрәжәғәт итеүсенең йортона барып, хәл-ваҡиғаларҙың барышын тергеҙә. Баҡһаң, юғалтыуҙы асыҡлағанға тиклем зыян күреүсенең өйөндә ҡыҙы, кейәүе булып киткән икән. 25 йәшлек ир тәртип һаҡсыларының шиге аҫтына эләгә һәм полиция бүлегенә алып киленә. Ул үҙ ғәйебен танмай. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, йәш кеше ҡайныһы йортонда ҡунаҡта булғанда тумба өҫтөндә ятҡан банк картаһына иғтибар итә һәм, уның пин-кодын...
Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора 6-04-2018, 14:41 / ---

Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора

Белорет ҡала-район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе йөкмәткеле генә эшләп килә. Йылына дүрт ултырыш ҡаралған, һәр уҡытыусының был йыйылыштарҙа булыуы мөһим. Һәр сығыш протоколға теркәлә бара, рәсми өлөш тулыһынса үтәлә. Үткәреләсәк сараларға әүҙемлек, реаль төҫ бирер өсөн план уйланылып төҙөлә. Элегерәк күп асыҡ сараларыбыҙ Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала ине. Актуаль итеп былтырғы йылдан 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнөн алға әйҙәйбеҙ. Үткән йыл «Әй, һѳйѳклѳ, алсаҡ, ипле туған телем!» темаһы аҫтында асыҡ семинар-фестиваль ҡаланың 20-се мәктәбендә...
Китап - белем шишмәһе 6-04-2018, 14:37 / ---

Китап - белем шишмәһе

Китапханаларҙа Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы үткәрелде. Дауыт Юлтый исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре был сара ѳсѳн "Китап уҡып ҡына бөтә донъя, тирә-яҡты белергә була" тигән һүҙҙәрҙе төп тема итеп алды. Аҙналыҡты ҡала лицей- интернатында асып ебәрҙек. "Тыуған ере менән һоҡланыусы" тип аталған әҙәби кисә Баҡый ауылынан сыҡҡан башҡорт яҙыусыһы Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналды. Ул Зөлфирә Сөләймәнованың "Сабир ағайға" шиғыры менән башланып китте. Яҙыусының биографияһы, ижады менән таныштырылды. Бигерәк тә Байкал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнашып, ундағы ваҡиғаларҙың эсендә...
Ғаилә альбомынан бер бит 6-04-2018, 14:36 / ---

Ғаилә альбомынан бер бит

Бѳйѳк Ватан һуғышы тамамланыуға байтаҡ йылдар үтһә лә, дәһшәтле йылдар хәтирәләре әле һаман халыҡ күңелендә йәшәй, һәм быуындан быуынға һүнмәҫ ҡомартҡы итеп тапшырыла килә. Яу ҡырҙарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙар исеме ваҡыт пәрҙәһе аша асыҡланыуҙан туҡтамай. Гәзитебеҙҙең 2016 йылдағы 36-сы һанында “Атайымдың яҙмышы асыҡланды” исемле мәҡәлә донъя күргәйне. Унда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ғүмер итеүсе Барый Нѳғәмән улы Сәйетовтың Бѳйѳк Ватан һуғышында, 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған атаһы Нѳ- ғәмән Сәйет улының яҙмышы асыҡланыуы, Смоленск ѳлкәһе Велижск ҡалаһының Тѳньяҡ Двина йылғаһының бейек...
Разыгрываются суперпризы 6-04-2018, 12:11 / ---

Разыгрываются суперпризы

В понедельник, 9 апреля в прямом эфире в программе "Салям" на БСТ будет розыгрыш призов "Будьте здоровы!". Во вторник, 10 апреля в программе "Салям" также будут разыгрываться суперпризы. Начало в 7 часов утра....
В почтовых отделениях Башкирии стартовала социальная акция 6-04-2018, 09:25 / ---

В почтовых отделениях Башкирии стартовала социальная акция

Почта России снижает розничные цены на ряд социально значимой продукции в почтовых отделениях по всей стране. В линейку товаров включены различные категории товаров, наиболее востребованные в почтовых отделениях малых городов и сельской местности. Это стиральные порошки, моющие и чистящие средства, продовольственные товары, чай и иные товары первой необходимости. Несколько лет назад Почта России пересмотрела продуктовую линейку. В больших городах были оставлены только классические почтовые и канцелярские товары, книги и сувенирная продукция, а в малых населенных пунктах на почте можно...