Барыһы ла бер урында 10-04-2018, 14:55 / ---

Барыһы ла бер урында

«Газпром төбәк-ара газ Өфө” йәмғиәтенең Белорет филиалына йортон төҙөп бөтөп, хәҙер һыу индереү, ут, “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү теләге менән янып йөрөгән йәш ғаилә башлығы килеп инде. Был мәшәҡәттәрҙең дә өй һалыу менән бер кимәлдә икәнен аңлап, хәҙер инде ҡайһы бер эштәрҙең “һә” тигәнсе башҡарылыуын белеп килде ул Белорет филиалына... Ысынлап та, халыҡты быға тиклем әлеге структурала төрлө бурысты йөкмәгән ике ойошма хеҙмәтләндерҙе. Газ тоташтырырға ғаризаны бер урында яҙған, яғыулыҡ өсөн икенсе урында түләгән халыҡҡа ауырға тура килә ине. Хәҙер инде был мәшәҡәттәрҙе уңайлыҡ алыштырҙы....
Яҡындарының именлеген ҡайғыртырға бурыслы 10-04-2018, 14:53 / ---

Яҡындарының именлеген ҡайғыртырға бурыслы

Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 12 декабрендәге Ҡарарына ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта тораҡ пунктынан ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет йәки куртка кейергә тейеш. Яңы ҡарар рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 90 көн үткәс, йәғни 18 мартта ғәмәлгә инде. Юл йөрөү ҡағиҙәһендәге жилеттар тураһындағы үҙгәрештәр, төнгө сәғәттәрҙә теркәлгән юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү маҡсатында индерелде. Беренсенән, күңелһеҙ статистика, икенсенән, Европаның уңышлы тәжрибәһе Рәсәйҙәге юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүгә мәжбүр итте. Европа илдәрендә яҡтылыҡты кире...
Камиллыҡҡа ынтылып 10-04-2018, 14:52 / Конкурстар

Камиллыҡҡа ынтылып

Белоретта “Һылыуҡай-2018” муниципаль гүзәллек бәйгеһе үтте. Өсөнсө тапҡыр үткән, хәҙер инде матур йолаға әйләнгән сара райондың мәҙәни тормошондағы төп ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Февралдә үк башланған конкурстың һайлап алыу турында бәйгелә ҡатнашырға теләгән 35 ҡыҙ араһынан сибәр, аҡыллы, нәзәкәтле, ғөмүмән, һәр яҡлап та камил 9 башҡорт ҡыҙы конкурстың финалына килеп етте. Теләүселәр бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙар менән “Бәйләнештә” социаль төркөмөнә ҡуйылған фотоһүрәттәре аша таныша алды һәм үҙенә оҡшаған һылыуҡай өсөн тауышын бирҙе....
300 мең һумды нисек алырға? 10-04-2018, 14:51 / ---

300 мең һумды нисек алырға?

«Беренсе бала өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе алыр ѳсѳн ниндәй документтар кәрәк? Был һорау буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Рөстәм Хәмитовтың ҡарары нисәнсе йылға тиклем ғәмәлдә булыр икән?» Р. ӘФЛӘТҮНОВА, Белорет районы. Билдәле булыуынса, 2017 йылдың 9 мартында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәлмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Был ҡарар буйынса, 2017 йылдың башында тәүге сабыйы тыуған, йәштәре 35-тән өлкән булмаған торлаҡҡа мохтаж йәш ғаиләләр, шул иҫәптән тулы булмаған ғаиләләр ҙә,...