Чемпион менән зарядка 12-04-2018, 16:36 / Спорт һәм туризм

Чемпион менән зарядка

Бөтә донъя сәләмәтлек көнө алдынан Белорет металлургия колледжында “Чемпион менән зарядка” акцияһы үтте. Буласаҡ иҡтисадсылар, юристар, металлургтар өсөн физик күнекмәләрҙе уҡтан атыу (ачери- биатлон) буйынса спорт мастеры, уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙың Европа Кубогы этабында бронза миҙал яулаусы Кристина Коровина күрһәтте. “Чемпион менән зарядка” Белорет студенттары өсөн күптәнге тәжрибә. Уҡтан атыу буйынса спорт мастеры Кристина Коровина бындай акцияла тәүге тапҡыр ҡатнаша, спортсы ҡыҙға инструкторҙар ҙа ярҙам итте. Металлургия колледжы студенттары чемпиондан оҫталыҡ дәресе алды....
Күмәк тырышлыҡ менән 12-04-2018, 16:34 / ---

Күмәк тырышлыҡ менән

Үткән йыл экологик темаларға арналған сараларға бай булды. Уларҙың маҡсаты йәмәғәтселектең иғтибарын экологик үҫеш проблемаларына, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, йәш быуынға экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән. Районда яҡшы экологик мѳхит булдырыу ѳсѳн тѳрлѳ предприятие- ойошмалар ҙа ѳлѳш индерә. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Белорет металлургия комбинатында яңы линия сафҡа ебәрелде. Иҫкергән ҡорамал урынына ҡуйылған яңы линия экологик талаптарға яуап бирә һәм сымды кислотаһыҙ етештереү мөмкинлеге бирә. Яңы проект предприятие файҙаланған һыуҙың да зыянһыҙ булыуын тәьмин итә. Шулай уҡ “Селена”...
Әхмәрҙәр сәләмәт тормош яҡлы 12-04-2018, 16:33 / ---

Әхмәрҙәр сәләмәт тормош яҡлы

Алкоголизм, наркомания - меңәрләгән емерелгән яҙмыштар, тарҡалған ғаиләләр, енәйәттәр. Алкоголдең, наркотиктарҙың ағыу булыуы тураһында күптән һөйләнелеп, ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы көрәш маҡсатында күп кенә саралар үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлек, наркотик матдәләр ҡулланыусылар һаны кәмемәй әле. Ғаилә йылы сиктәрендә Ҡоҙғон- Әхмәр мәҙәниәт йортонда “Беҙ эскелеккә ҡаршы!”, “Наркотиктарға - юҡ!” акциялары үтте. Осрашыуға бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү системаһында эшләүсе белгестәр - Эске эштәр министрлығының Белорет районынан бәлиғ булмағандар эше...
Декрет отпускыhы ялмы?  йәки Эшлекле әсәйзәр тураhында... 12-04-2018, 16:32 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Декрет отпускыhы ялмы? йәки Эшлекле әсәйзәр тураhында...

Нәҫел дауам итергә һәләтле һәр ҡатын-ҡыҙ, иртәме-һуңмы, йѳмлә донъя хәстәрен икенсе планға күсереп, хеҙмәт урынын ваҡытлыса ҡалдырып, декрет ялына китә. Ә унда... кемеһелер баҙап ҡала, кемеһелер үҙен таба, бәғзеләре иһә, бала ҡараусы яллап, кире эшенә сыға. Һис шикһеҙ, бәпес бағып ѳйҙә ултырыу, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, еңелдән түгел. Яңы халәт ҡатын-ҡыҙҙы йән-яҡтан һынай тѳҫлѳ. Шулай булмай ни, декрет ялына тиклем улар тирәләй ѳйѳрѳлгән ҡыҙыҡлы донъя, бер кѳн килеп, ѳй һәм бәпәй менән саф һауала йѳрѳүгә генә ҡайтып ҡала. Йорт хужаһы ҡара таңдан тѳнгә ҡәҙәр эштә, дуҫ-иш, әхирәттәр менән...
Ныҡлы ғаилә - ил ҡото 12-04-2018, 16:29 / ---

Ныҡлы ғаилә - ил ҡото

Ғаилә… Был төшөнсә ҙур мәғәнәгә эйә. Тулы ғаилә тәрбиәһе алып үҫкән бала ғына көслө, таяулы, йәмғиәттә үҙен ышаныслы тоя. Беҙҙең республикала ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, уның именлеген тәьмин итеүгә дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленә. Быйылғы йылдың республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе лә ғаиләнең абруйын күтәреүгә, бәҫен, мәртәбәһен арттырыуға иғтибар йүнәлтеү ул....
Китап менән ял итәм 12-04-2018, 16:28 / ---

Китап менән ял итәм

Исмаҡай китапханаһында Балалар китабы аҙналығы ойошторолдо. Башланғыс класс уҡыусылары каникулдарын китапханала бик күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Аҙналыҡ балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың китаптар йәшәгән йорт менән танышыуынан башланып китте. Улар тәрбиәсе апайҙары Диләрә Сәитғәли ҡыҙы Мөхәмәҙиева менән “Әкиәт батшалығында ҡунаҡта” тип аталған уйын-сәйәхәттә ҡатнашып, башҡорт халыҡ әкиәттәре менән танышып, “Беҙ ниндәй әкиәттән?”, “Йомаҡты сис” һәм башҡа конкурстарҙа күпте белеүҙәрен күрһәтте. Аҙналыҡтың икенсе көнө башланғыс класс уҡыусылары китапханаға “Китап - балаларҙың дуҫы” тип...