Чемпиондар балы үтте 17-04-2018, 16:29 / Спорт һәм туризм

Чемпиондар балы үтте

Үткән йыл белореттарға республика, Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә күп сағыу еңеүҙәр килтерҙе. Чемпиондар балында спорт йылына йомғаҡ яһалды, иң яҡшы спортсылар билдәләнде. Көндәлек спорт кейемдәрен байрамса кейемгә - кроссовки-кедаларын үксәле туфлиҙарға, матур күлдәктәргә, килешле костюмдарға алыштырған ҡыҙ-егеттәр, уларҙың остаздары ҡала музыка мәктәбенә ашыға. Музыка мәктәбендә хәҙер инде традицияға әйләнгән Чемпиондар балы үтә. Спорт сараһына Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, тренерҙар, физик тәрбиә преподавателдәре, спортсыларҙың ата-әсәләре йыйылды. Белоретта спорт яраталар. Физик...
«Таланттар йондоҙлоғо»нда 17-04-2018, 16:27 / Конкурстар

«Таланттар йондоҙлоғо»нда

Йәш белореттар Өфөлә үткән «Таланттар йондоҙлоғо» VII асыҡ республика сәләмәтлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының һайлап алыу турын үтте. Конкурсты ойоштороусылар - «Әсә йөрәге» республика йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу мәҙәни сараның төп маҡсаты булып торҙо. “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы 8 номинация буйынса үткәрелде. Улар йыр сәнғәте, музыкаль...
Йыуасаға кил, ҡоҙаса! 17-04-2018, 16:25 / ---

Йыуасаға кил, ҡоҙаса!

Әле лә хәтеремдә, беҙ бала саҡта әсәйем һолонан бер ҙур күнәк буҙа ҡойор ҙа, бер табаҡ йыуаса бешереп, тиҙ арала күрше- күләндәрҙе саҡырып алыр ине. Байрамдарҙы буҙаһыҙ, талҡанһыҙ, йыуасаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай торғайны. Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барыр булһалар ҙа, майҙа бешкән йыуасаны күстәнәскә тоҡсай тултырып һалып алырҙар ине. Әле лә туйҙарҙа “Ҡоҙағый йыуасаһы” - төп йолаларҙың береһе булып тора....
Декрет отпускыhы ялмы? 17-04-2018, 16:24 / ---

Декрет отпускыhы ялмы?

Артабанғы яҙма Шығай ауылына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килен булып тѳшкән Гѳлнара ҒӘЛЕКӘЕВА тураһында булыр. Иҫ киткес егәрле, һәр яҡлап та уңған, оҫта вә һәләтле, тиҙәр уның хаҡында шығайҙар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында кейем бесеүсе, тегенсе һѳнәрен үҙләштергән ҡыҙ, диплом алғас, был йүнәлеш буйынса түгел, ә сауҙа ѳлкәһендә эшләргә мәжбүр була. “Кейәүгә сығып, бәпәй тапҡас, тормоштоң ѳр-яңы битен асҡандай булдым”, - ти Гѳлнара декрет ялының нисек үтеүен һорағас....