Халыҡҡа иң яҡыны 20-04-2018, 16:21 / ---

Халыҡҡа иң яҡыны

Яңы байрам, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың 10 июнендәге Указына ярашлы, урындағы үҙидаралыҡ институтының ролен һәм әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында булдырыла. Районированный Урындағы үҙидаралыҡ көнөн билдәләү буйынса төп байрам сараһы ҡаланың музыка мәктәбендә үтте. Урындағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәренә ҡотлау һүҙҙәре менән муниципаль район Советы рәйесе Д.Р. Хәмзина, район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ю.Н. Щевелев, Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы М.П. Телятников...
Ағинәйҙәрҙең аҡ эштәре 20-04-2018, 16:20 / ---

Ағинәйҙәрҙең аҡ эштәре

Башҡортостандың күп райондарында һәм ауылдарында “Ағинәйҙәр” ойошмалары эшләп килә. Исеменән үк күренеүенсә, улар халыҡҡа бары яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, матурлыҡ килтерә торған изге эштәр менән шөғөлләнә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Межгорье ҡалаһында йәшәгән, төрлө сараларҙа актив ҡатнашҡан һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ағинәйҙәр ойошмаларын күтәреү маҡсатында, “Көҙйылға” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын булдырҙы. Улар Башҡортостан Республикаһы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы положениеһына ярашлы эш алып бара. Шулай былтыр апрель айында уҡ...
Ултырайыҡ әле бөгөн кис! 20-04-2018, 16:18 / ---

Ултырайыҡ әле бөгөн кис!

Инйәрҙең “Елмәрҙәк” халыҡ театры етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары район мәҙәниәт йортонда “Ултырайыҡ әле бөгөн кис!” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Сараға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр йыйылды. Тамашаның маҡсаты - боронғо онотолоп барған уйындарҙы тергеҙеү, йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү. Сараға ағинәйҙәр ныҡлап әҙерләнде. Боронғо уйындар, йыр-бейеүҙәр тарихын өйрәнделәр. Ҡатай ырыуына ғына хас тыпырҙатып бейеүҙәр, таҡмаҡтар, төрлө уйындар бер-бер артлы алышынып торҙо. Ағинәйҙәрҙең иң олоһо Шәрғиә Яҡшыдәүләтова “Наза” бейеүен аңлатып үтһә,...
Минең ҡәҙерлеләрем! 20-04-2018, 16:17 / ---

Минең ҡәҙерлеләрем!

Ҡарт өләсәйем Асия Мансур ҡыҙы Кәбирова 1927 йылда районыбыҙҙың Ҡалашты ауылында тыуып үҫкән. Сибәр, һөймәлекле ҡыҙға Һуйыр-Айыс ауылы егете Зөлфәр Зариф улы Кәбиров бер күреүҙән ғашиҡ була. Улар матур ғаилә ҡороп, үҙҙәре кеүек уңған, әҙәпле, итәғәтле 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер ҡарт олатайыбыҙ һәм уларҙың ике улы гүр эйәһе инде. Ә башҡалары төрлөһө төрлө ерҙә матур донъя көтә, балалар үҫтерә. Ҡарт өләсәйем әле Ғафури районының Толпар ауылында ҡыҙы Фәймә һәм кейәүе Илдус Кинйәбаевтар ғаиләһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уның хәҙер 19 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре бар. 90 йәшен тултырған...
Ҡар һыуына барам әле... 20-04-2018, 16:16 / Байрамдар

Ҡар һыуына барам әле...

Манышты ауылының "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш ҡына үткәрелеп тора. Бына яңыраҡ "Ҡар һыуына барыу" йолаһы үтте. Был байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәр ҙә бик ихлас ҡатнашты. Йолаға тәрбиәләнеүселәребеҙҙең барыһы ла башҡорт кейемендә килде. Оло инәй Рәлиә Фәйзрахман ҡыҙы йоланың үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шулай уҡ һыу алып ҡайтыуҙы сәхнәләштереү, яҙ тураһында йомаҡтар сисеү, һы- намыштар әйтеү, йырҙар һәм бейеүҙәр байрамыбыҙға матурлыҡ, рух өҫтәне. Кескәй төркөм ҡыҙҙарының "Ҡульяулыҡ", малайҙарҙың "Батырҙар", өлкән төркөм ҡыҙҙарының...
Ишле ғаилә - ырыҫлы ғаилә 20-04-2018, 16:15 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ишле ғаилә - ырыҫлы ғаилә

2016 йылдың йәйе. Ауыл уртаһындағы майҙанда оло йыйын бара. Бар йыйылған халыҡтың йөҙө шат, байрамса. Ҙур, заманса сәхнәнән төрлө ҡотлауҙар, уйын- көлкө өҙөлмәй... Бында - Сосновка ауылының 80 йыллыҡ юбилейын байрам итәләр. Ошо сағыу тамашаны тағы ла күркәмләндереп, сәхнә алдына матур итеп биҙәлгән туй машинаһы килеп туҡтаны. Унан, көслө алҡышлауҙар аҫтында, ауылдарының юбилейы кө- нөндә яҙмыштарын бергә бәйләгән ике йәш йөрәк сәхнәгә күтәрелде. Фәнзилә менән Айваз Йосоповтарҙың ғаилә тормошо тәүге көндән үк шундай шатлыҡлы ваҡиғанан башланып китеүенә, әлбиттә, иң һөйөнгән кешеләр Рима...
Уңыш бөрөләрең тулышҡан... 20-04-2018, 16:14 / ---

Уңыш бөрөләрең тулышҡан...

Яҡташыбыҙ, Баҡый ауылы ир-уҙаманы, яҙыусы Сабир ШӘРИПОВтың юбилей йылы бик уңышлы булмаҡсы. Ошо көндәрҙә генә Өфөлә Сабир Нәғим улының 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе булып үтте. Унда яҙыусының хеҙмәттәштәре, шағирҙар, яҙыусылар, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, Башҡортостандың күренекле кешеләре йыйылды. Барыһы ла яҙыусыға теләктәрен, күңелдәрендә йөрөткән йылы һүҙҙәрен, рәхмәттәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Әлбиттә, уның тыуған районы - Иҙел башынан Илгиз Теләүбаев, Мансур Һиҙиәтов, Ришат Мөхәмәтвәлиев, Булат Яныбаев, Фәриха Вәлиуллина, Сәғирә Шәрәфетдинова, Әлиә Саматова...