Осҡон сәсте сәхнәләрҙә йәнә 28-04-2018, 11:38 / ---

Осҡон сәсте сәхнәләрҙә йәнә "Еҙ үксә"

Халҡыбыҙҙың бай тарихын, миллилеген, кѳнкүрешен, хатта кәйефен, хыялдарын, ҡайғы-хәсрәттәрен вә шатлығын сағылдырған бейеү сәнғәтенә битарафтар һирәктер арабыҙҙа. Яңы ғына тәпәй баҫҡан кѳләкәс сабыйҙан алып, инде олпат йәшкә еткән оло быуын вәкилдәренә тиклем, дәртле бейеү кѳйѳн ишетеү менән, бар ауыртыу-һыҙланыуҙарын, көйһөҙләнеүҙәрен онотоп тыпырлап тѳшѳп тә китә. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа сәнғәттең был тѳрѳнә ҡарата иғтибар бермә-бер артты. Был йәһәттән беҙҙең районда ла байтаҡ саралар ойошторола. Ошо кѳндәрҙә Шығай “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған...
Йәш янғын һүндереүселәр һынатмай 28-04-2018, 11:37 / ---

Йәш янғын һүндереүселәр һынатмай

Һуңғы йылдарҙа янғындарҙың йыш күренешкә әйләнеүе, тотош ауыл- ҡасабаларҙың, урман майҙандарының янып юҡҡа сығыуы, ут ҡорбандары һанының йылдам үҫеүе һәммәһен дә борсоуға һала. Күпселек осраҡта был ҡаза хатта ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә белмәү, үтәмәү, балаларға өйрәтмәү, шулай уҡ ғәмһеҙлек, битарафлыҡ арҡаһында тыуа. Үрҙә билдәләнгән күңелһеҙ хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, төбәгебеҙҙең бихисап уҡыу йорттары йәш быуынға был йәһәттән ғилем эстәү, тәрбиә биреү буйынса әүҙем эштәр алып бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Егәҙе мәктәбе уҡыусылары IV Бөтә Рәсәй “Йәш янғын һүндереүселәрҙең иң...
Ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамайыҡ! 28-04-2018, 11:35 / ---

Ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамайыҡ!

Милли донор көнө 2007 йылдан алып билдәләнә. Ошо көнгә арналған саралар илдә тәүге тапҡыр донор ҡаны ҡулланылған ваҡытҡа - 20 апрелгә тура килә. Нәҡ шул көндө, 186 йыл элек Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уңышлы ҡан ебәрелгән. Эште йәш Петербург акушеры Андрей Вольф башҡарған. Бала тапҡанда күп ҡан юғалтҡан ҡатыны өсөн тормош иптәше донор була. Милли донор көнө, тәү сиратта, бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ҡанын бушлай тапшырған донорҙарға, был фән өлкәһендә эшләгән врачтарға арналған. Иҫтәлекле көн сиктәрендә, илдең күп кенә ҡалаларында ошо сараға мөмкин тиклем...
Рулгә ултырыр алдынан - уйла 28-04-2018, 11:34 / ---

Рулгә ултырыр алдынан - уйла

Бөрйән районы кешеһенә руль артына икенсе тапҡыр эскән килеш ултырған өсөн 200 мең һум штраф һалынды. Белореттың мировой судьяһы енәйәт эше буйынса 24 йәшлек А.-ға хөкөм сығарҙы. Ул РФ Енәйәт Кодексының 264.1- се статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды. Судта асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе 2017 йылдың ноябрендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Ул вазифауи кешенең иҫерек хәлдә булыуға медицина тикшереүен үтергә тигән законлы талабын үтәмәүҙә ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсе бер нисә тапҡыр шул уҡ статья буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылған була һәм мәжбүри эшкә йәлеп ителеп,...
Артекка бушлай путевка 28-04-2018, 11:33 / ---

Артекка бушлай путевка

Рәсәй почтаһы Артекка бушлай путевка алырға теләүселәргә ижади конкурс иғлан итә. “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге һәм Рәсәй почтаһы балалар ѳсѳн бер юлы ѳс ижади конкурсҡа старт бирә. Еңеүселәргә Артектың 2018 йылдағы сменаларына путевка бирелә. Түбәндәге конкурстарҙа 11 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала: “Почта, мин Артекка барырға теләйем” хаттар, иншалар конкурсы. Ҡулъяҙма ижади эштәрҙе 16 апрелдән 18 июнгә тиклем Рәсәй почтаһының үҙәк офисына ебәрергә. Адресы: Мәскәү ҡалаһы, Варшавское шоссе урамы, 37-се йорт, ФГУП “Почта России”. Индексы: 131000. Конверттың тышына “на...
Сермәндәр 28-04-2018, 11:31 / ---

Сермәндәр "Елмерҙәкте" алҡышланы

Үткән аҙнала, Инйәрҙең “Елмерҙәк” Башҡорт халыҡ театры, Сермән мәҙәниәт йортонда, театр һөйөүселәрҙе өр яңы спектакль премьераһы менән шатландырҙы. Халыҡ театры Сермән тамашасыһын үҙенең күп көс һалып тыуҙырған мәшәҡәтле эшенең һөҙөмтәһе менән таныштырып ҡына ҡалманы, бәлки, изге тупраҡҡа ышаныслы аяҡ терәп тә өлгөрмәгән бәләкәй Моталлаптың, трагизм менән һуғарылған яҙмышын уларҙың йөрәгенә еткереп, тәрән кисерештәр менән тулҡынланырға ла мәжбүр итте. Мин тамашасы булараҡ, театр коллективының Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесын тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеп һис тә отолмауын күреп шатландым....
Продолжается конкурс «Моя поликлиника (Мой ФАП) 28-04-2018, 11:29 / ---

Продолжается конкурс «Моя поликлиника (Мой ФАП)

Общероссийский народный фронт совместно с Фондом независимого мониторинга медицинских услуг и охраны здоровья человека «Здоровье» приглашают принять участие  в  фотоконкурсе «Моя поликлиника (мой ФАП)». Его цель – привлечь внимание к состоянию организаций, в которых оказывают первичную медпомощь. В своем послании Федеральному собранию президент РФ, лидер ОНФ Владимир Путин также говорил о необходимости обеспечить пошаговую доступность в первичном звене здравоохранения. «Сейчас нужно это сделать как можно быстрее, а в населенных пунктах с численностью от 100 до 2000 человек в течение 2018–2020...