Әйҙә, һеҙ ҙә өмәгә! 3-05-2018, 17:10 / ---

Әйҙә, һеҙ ҙә өмәгә!

Республика Хѳкүмәте дәүләт ойошмаларына, муниципалитеттарға, бѳтә тѳр ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм йәмәғәт берләшмәләренә беркетелгән биләмәләрҙә экологик ѳмәләр үткәрергә ҡушты. Ҡала һәм районда ошоға ярашлы биләмәләрҙең санитар- экологик хәлен яҡшыртыу маҡсатынан яҙғы экологик ѳмәләр башланды. Күп кенә предприятие, учреждение һәм территориаль идаралыҡтар, уҡыу йорттары, һатыу итеү үҙәктәре үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе шартына килтереп сүп-сарҙан таҙарта башланы. Ошо кѳндәрҙә Белорет мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре филиал директоры Гѳлнара Фаил ҡыҙы Мѳхәмәтғәлина етәкселегендә...
Кѳслѳ рухлы Хисаметдиновтар 3-05-2018, 17:09 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Кѳслѳ рухлы Хисаметдиновтар

Абҙаҡ ауылында татыу, матур донъя кѳткән ғаиләләр бик күп. Ҡырҡ туғыҙ йыл бергә татыу ғүмер иткән Светлана һәм Хөббитдин Хисаметдиновтар, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына ғаилә, әммә улар ошо ябайлыҡтары менән ауылды йәмләй, башҡаларға өлгө булып тора. Светлана Динислам ҡыҙы 1944 йылдың 15 ноябрендә Әбйәлил районы Ишҡол ауылында донъяға килгән. Атаһы ғаиләһе менән үҙенең тыуған ауылы Абҙаҡҡа ҡайтырға була һәм 1961 йылда күсеп ҡайта. Тырыш ҡыҙ 1962 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1966 йылда уны уңышлы тамамлап, Абҙаҡта башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башлай. 1969 йылда Абҙаҡ...
Йәшнәп йәшәр мәлдәре 3-05-2018, 17:08 / Мәҙәниәт

Йәшнәп йәшәр мәлдәре

Яҙ... Донъяның йәшеллеккә төрөнгән, сәскә атҡан мәле. Йәштәрҙең дә күңелдәре бөрөләнгән, йыр-моңға тулышҡан сағы. Тап ошо мәлдә ижади йәштәрҙең Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында “Яҙ” фестиваль-конкурсы уҙа. Күп тармаҡлы ауыл клубында туғыҙынсы тапҡыр үткән быйылғы фестиваль дә дәртле һәм һәләтле йәштәрҙе бергә тупланы. Фестиваль шуныһы менән әһәмиәтле: ул Рәсәйҙә - Ирекмәндәр, ә республикала Ғаилә йылына арналды. Һәр йылдағыса Йәштәрҙең ял итеү үҙәге, район мәҙәниәт йорто ойошторған сара райондың 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәрен йыйҙы. Мәҙәни сара йәштәр ижади коллективы һәм яңғыҙ...
“Юлда киләм, үҙем ғашиҡ бала саҡ моңдарына...” 3-05-2018, 17:07 / ---

“Юлда киләм, үҙем ғашиҡ бала саҡ моңдарына...”

Ошондай исем аҫтында Ҡаһарман ауылы клубында уҡымлы, тәрән мәғәнәгә эйә әҫәрҙәре менән райондың ғына түгел, республикабыҙҙың әҙәбиәт һѳйѳүселәренә исеме яҡшы таныш Линиза ШАКИРОВАның ижадына арналған әҙәби-мәҙәни кисә үтте. Ул авторҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Йылбабай әкиәттәре” балалар ѳсѳн тәғәйенләнгән китабына арналды. Ҡаһарман еренең талантлы ҡыҙҙарының береһе Линиза Искәнйәр ҡыҙы 7 балалы ғаиләлә донъяға килгән. Бәләкәйҙән эшкә, үҙаллылыҡҡа ѳйрәнеп үҫкән тырыш ҡыҙ мәктәптән һуң Белорет педагогия училищеһына тәрбиәсе һѳнәренә уҡырға инә, һәм 1989...