Ил алдында изге бурыс 4-05-2018, 12:16 / ---

Ил алдында изге бурыс

Бәлиғ булған һәр ир-егеткә Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәү мөһим һәм абруйлы. Билдәле булыуынса, республикала яҙғы саҡырылыш кампанияһы 1 апрелдә башланып 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең Ҡораллы кѳстәрен республиканан 5 мең самаһы егет тулыландырасаҡ. Был һан хәрби хеҙмәткә йәш кешеләрҙең 73 проценты ғына яраҡлы тигән һүҙ. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең артыуы сәбәпле, ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар һаны ла ил буйынса ҡыҫҡарасаҡ. Әйткәндәй, яҙғы саҡырылышта Белорет ҡала- һы һәм районынан - 100, Бѳрйәндән 30 йәш...
Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ 4-05-2018, 12:15 / ---

Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Еңеү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо иҫтәлекле көн алдынан район хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тол ҡатындар, тыл хеҙмәткәрҙәре һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең проблемаларына ҡағылышлы сетерекле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн тематик ҡабул итеү ойошторолдо. Рәсми сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, район һәм ҡала ветерандар советы рәйесе Нина Николаевна Сафонова, Пенсия фонды баш белгесе Елена Владимировна Скобликова, “Социаль хеҙмәтләндереү үҙәге” директоры Эльвира Рауил ҡыҙы Ғайсина, Белорет үҙәк район клиник...
Матур ғаилә ауыл күрке 4-05-2018, 12:13 / ---

Матур ғаилә ауыл күрке

Тормош бит ул аҡҡан һыу кеүек, аға ла, аға: бала саҡ, йәшлек, унан инде ҡартлығы ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Яҙасаҡ геройҙарым Шығай ауылында йәшәгән Нурбикә менән Инсаф КАНАФИНДАР һәм уларҙың матур тормошо тураһында. Канафиндарҙың бергә йә- шәүҙәренә лә 45 йыл булып киткән. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерҙе аҙ тип әйтеп булмай. Күптәргә өлгө булып, бынамын итеп гөрләтеп донъя көткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Канафиндар нисек итеп танышып киткәндәр һуң?...
Мѳхәббәттең ваҡыты сиклеме?.. 4-05-2018, 12:12 / ---

Мѳхәббәттең ваҡыты сиклеме?..

...Уларҙың мөхәббәтенә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Оялсан ҡарашлы, наҙлы тауышлы, нәҙекәй билле гүзәл ҡыҙ, мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу йөрәкле, көс-ғәйрәте ташып торған тәүәккәл егет. Береһе зәңгәр күҙҙәрҙең ымһындырғыс нурына, икенсеһе сөм ҡара ҡараштарҙың сихри көсөнә буйһоноп, сәғәҙәтле мәлдәрҙең һәр минутынан кинәнес табыр ине... Ҡаланың иң ҡиммәтле ресторандарының береһендә, йөҙгә яҡын ҡунаҡ саҡырып, гѳрләтеп туй уҙғарҙылар. Атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы менән фатирлы ла булды йәштәр. Әммә ѳс йыл үттеме, юҡмы, таныштарҙың айырылышып ҡуйыуҙарын ишетеп, дөрөҫөн әйткәндә, шаңҡып ҡалдым. Ике йәштәр...
Һуғыш урлаған бала саҡ 4-05-2018, 12:10 / ---

Һуғыш урлаған бала саҡ

Һуғыш… Нимә һуң ул һуғыш? Һуғыш ул - ҡот осҡос фажиғә. Ата-әсә ҡосағынан бик иртә айырылған, бер һыныҡ икмәккә тилмергән балалар, аслыҡтан шешенеп үлгән балалары өсөн зар илаған әсәләр, яу ҡырында ятып ҡалған атайҙар, яңы ғына балалыҡтан сығып, тыуған иленең азатлығы өсөн сит ерҙәрҙә ятып ҡалған йәп-йәш егеттәр, тол ҡалған ҡатындар, бөрөләнеп тә сәскә атырға өлгөрмәгән мөхәббәт - мәңгегә яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән ҡыҙҙар, концлагерҙарҙа ҡот-осҡос язаланған тотҡондар һәм көндө төнгә ялғап эшләгән, арыуҙан, аслыҡтан ҡоро һөйәккә һәм тирегә ҡалған бала-саға, ҡатын- ҡыҙ, ҡарт-ҡоро. Күпме емерелгән...