10-05-2018, 15:48 / ---

"Һынауҙарға һынманыҡ, Еңеүгә ышаныс көс бирҙе"

Миллиондарса халыҡты зар илатҡан Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүен хәбәр иткән иҫтәлекле Еңеү көнө - 1945 йылдың 9 Майы - йылдан-йыл алыҫлаша, тарих биттәрендә ҡала бара. Һуғыш һәм тыл батырҙары сафы ла һирәгәйә. Иҫәндәре шул нужалы йылдарҙы бөгөнгөләй кеүек хәтерләп, йәш быуынға үҙҙәре кисергәндәрҙе һөйләп, илгә именлек теләп, әлеге тормоштарына һөйөнөп йәшәй. Һуғыш яугирҙары…Тыл хеҙмәте батырҙары… Иңдәрендә бер үк ауырлыҡ. Яуҙағылар дошман менән күҙгә - күҙ ҡарашып, Тыуған иле өсөн үҙен аямай һуғышһа, тылдағы “погонһыҙ һалдаттар”- ҡарттарынан алып бала-сағаға тиклем Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡара...
Ир яҡшыһы - илгә ярай 10-05-2018, 15:39 / ---

Ир яҡшыһы - илгә ярай

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын да ҡаршы алабыҙ. Йылдан-йыл һуғыш һәм тыл ветерандарының сафы ла һирәгәйә бара. Ул ғына ла түгел, редакцияға ошо иҫтәлекле датаға арнап ебәрелгән хаттар ҙа әҙәйгәндән - әҙәйә. Беҙ үҙебеҙгә Еңеү яулап, һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан яугирҙарҙың исемен бер ваҡытта ла оно- торға тейеш түгелбеҙ. Ул һәр ғаиләнең быуындан-быуынға күсеп килгән иң ҡәҙерле аманаты булып ҡалырға тейеш. Ошондай ҡәҙерле һәм изге аманатты Сермәндә йәшәгән Мәрзиә Кәлимулла ҡыҙы һәм Булат Абдрахман улы Мөхәмәтовтар ғаиләһендә лә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайҙар һәм киләһе быуынға тапшыралар. Белорет һәм...