Иңдәрендә - кеше һаулығы 11-05-2018, 16:52 / ---

Иңдәрендә - кеше һаулығы

12 май донъя йәмәғәтселеге Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнөн билдәләй. Шәфҡәт туташы - медицина өлкәһенә ҡараған күп һанлы һөнәрҙәрҙең береһе һәм ул һәр табиптың уң ҡулы, ярҙамсыһы. Пациенттың сәләмәтлеге лә шәфҡәт туташының уға ҡарата иғтибарлы булыуына, эшенә яуаплы ҡарауына бәйле. Шәфҡәт туташтары үҙ бурысын сирҙе дауалауҙа ғына түгел, ауырыуҙарҙы тыңлай белеү, уларҙың күңел торошон хәстәрләүҙә лә күрә. Улар сирлеләрҙе дарыу һәм уколдар менән генә түгел, яғымлы һүҙ һәм йылы ҡараш менән дә дауалай, сөнки был һөнәрҙе ошо күркәм сифаттарҙан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын....
Үҙгәрештәр кем файҙаһына булыр? 11-05-2018, 16:51 / ---

Үҙгәрештәр кем файҙаһына булыр?

Тормошобоҙҙа әленән-әле яңы закондар сығып, тѳрлѳ үҙгәрештәр индерелеп кенә тора. Бындай яңылыҡтар бер ѳлкәне лә урап үтмәй тиергә була. Ауыл хужалығы ла халыҡты туйындырыусы, тѳрлѳ сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүсе мѳһим тармаҡ булараҡ, һәр саҡта ла етди күҙәтеү аҫтында. Ил иҡтисадында хәл иткес роль уйнауы менән дә был тармаҡ етәкселәрҙең, депу- таттарҙың, белгестәрҙең иғтибар үҙәгенән юғалмай....
Герой иҫтәлегенә сираттағы эстафета 11-05-2018, 16:46 / ---

Герой иҫтәлегенә сираттағы эстафета

9 май - илебеҙҙең һәр гражданы өсөн күптән инде изге байрамға әйләнде. Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләү - барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ғына түгел, ә уларҙың балалары һәм ейән- ейәнсәрҙәренең күңелдәренә лә тәрән инеп ултырған. Шығай ауылында ла Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған байрам са- ралары үтте. Шығайҙар байрамды ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алды. 8 май күп тармаҡлы ауыл клубына олоһоноң да, кесеһенең дә ашығыуы бында мөһим сараның уҙыуына ишара ине. Ысынлап та, майҙан күркәм биҙәлгән, байраҡтар елберҙәй, йәштәр һәр кемгә Георгий таҫмаһы тарата....
Быуындар ярышы дауам итә 11-05-2018, 16:44 / ---

Быуындар ярышы дауам итә

Ҡалала “Белорецкий рабочий” гәзите призына һәм Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған еңел атлетика эстафетаһы үтте. 66-сы тапҡыр үткән традицион спорт сараһын муниципаль район хакимиәте һәм “Белорецкий рабочий” гәзите ойошторҙо. Ярышта 52 команданан 688 спортсы ҡатнашты. Командаларҙың 17-һе - ҡала, 6-һы - ауыл мәктәптәренән, 11-е - махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан , 14-е - производство һәм 4-е йәмәғәт ойошмаларынан ине. Традиция буйынса эстафетаны ярышта ҡатнашыусылар парады асты. Сараның тантаналы өлөшөндә спортсыларға сәләмләү телмәре менән район хакимиәте башлығы Владислав Миронов,...