Туризмды үҫтереү - мѳһим бурыс 15-05-2018, 13:43 / Спорт һәм туризм

Туризмды үҫтереү - мѳһим бурыс

Күптән түгел генә Башҡортостан Республикаһының үҙ бренды барлыҡҡа килгәйне. Уны булдырыусылар әйтеүенсә, Башҡортостан үҙендә әлегә тиклем асылып бѳтмәгән, тәрән сер һаҡлаған мѳғжизәле ер һанала. Брендтың атамаһы «Терра Башкирия», ә слоганы - «Евразия йөрәге, Урал күңеле». Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитов та брендтың заманса һәм ҡыҙыҡлы булыуын билдәләй. Ғѳмүмән, туризмды үҫтереү йәһәтенән беҙҙең район да ҙур әүҙемлек күрһәтә, ҙур эштәр алып бара. Яңыраҡ "Абҙаҡ" ял базаһында "Урал легендаһы" Башҡортостандың тау курорттары туристик-рекреацион кластерын үҫтереү буйынса координацион советтың...
Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә 15-05-2018, 13:42 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә

Ирҙе ир, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән Зөлхизә һәм Илнур Әхмәтшиндар ғаиләһенә нигеҙ һалыныуға 8 йыл. Был йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға, һәр нәмәне уртаҡ уйлап, кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген, ике яҡ туғандарҙы ла үҙеңдеке кеүек ҡабул итергә өйрәнеүҙән тыш, тәүге хистәрен һаҡлап, ҡәҙерләп йәшәгән матур йәш ғаиләләрҙең береһе улар. Аҙналы ауылы егете Илнур Рәфил улы бөгөнгө көндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында музыканан уҡыта. Гимназияла этно-түңәрәк алып бара һәм «Етегән» йыр ансамбленә етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө...
Балалар йөрәгенә юл 15-05-2018, 13:41 / Мәрхәмәт

Балалар йөрәгенә юл

Был көндө балаларҙың шат тауышынан Белорет балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе айырыуса яңғырап торҙо. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни?! Уларға бит байрам алдынан өлкән апай-ағайҙары килде. Ҡунаҡтар ҙа бит буш ҡул менән килмәгән. Балалар ҙа уларҙы ят итеп тормай, апайҙары ҡулынан бүләктәр, тәмлекәстәр алды. Балаларҙың, кеменеңдер ҡулында “Хоккей” өҫтәл уйыны, икенсеһе, бәләкәйерәге, үҙенә оҡшаған уйынсыҡ - медицина инструменттарын алған, хәҙер иптәш ҡыҙын “дауалаясаҡ”, уҡырға яратҡандары төҫлө, сағыу китаптарҙы тотҡан. Ғөмүмән, уйынсыҡтар, китаптар, тәмлекәстәр, һуттар барыһына ла етте. ...
Китаптар - ғаилә дуҫы 15-05-2018, 13:40 / ---

Китаптар - ғаилә дуҫы

Балалар әҙәбиәтенә, ғаилә менән бергә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, балалар яҙыусылары тураһында мәғлүмәттәр биреү, яңы китаптарға байҡау яһау маҡсатында Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханала "Китаптар - беҙҙең һәйбәт ғаилә дуҫтары!" тигән әҙәби-әкиәт сәғәте үтте. Унда ирекмәндәр, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашты. Сараны китап тураһында йомаҡ сисеү менән асып ебәрҙек, матур итеп өйҙә нисек ата-әсәләре, олатай-ѳләсәйҙәре менән китап уҡыуҙары тураһында әңгәмәләштек, билдәле рус һәм башҡорт яҙыусыларын иҫкә төшөрҙөк. Почта ташыусы...
Күмәк кѳс һәм тырышлыҡ һѳҙѳмтәһе 15-05-2018, 13:39 / ---

Күмәк кѳс һәм тырышлыҡ һѳҙѳмтәһе

Ирекмәндәр йылы сиктәрендә уларҙың эшмәкәрлеген популярлаштырыу маҡсатында һәм муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең “Экологик айлыҡтар үткәреү” ҡарарына ярашлы Егәҙе ауылы хакимиәтендә “Таҙа ауыл - һәр кемдең эше” исемле экологик акция үткәрелде....
Иғтибар! 15-05-2018, 11:09 / ---

Иғтибар!

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бөрйән һәм Учалы райондарындағы территориаль бүлеге 14 майҙан 20-һенә тиклем ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү һорауҙары буйынса махсус ҡыҙыу линия ойоштора һәм үткәрә. (34792) 3-17-75 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға шылтырата алаһығыҙ. Белгестәр ВИЧ-инфекцияһы буйынса эпидемик хәлдәр, йоҡтороу механизмы, хәүеф төркөмө, уны иҫкәртеү һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк....