Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына 25-05-2018, 15:03 / ---

Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына

Яҙ тантана итә урамдарҙа, Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына. Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау Һағыш өҫтәй яҙға саҡ ҡына. Бөгөн 1162 - IX класс һәм 452 - XI класс уҡыусылары өсөн район-ҡала мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары үтә....
Инфраструктураларҙы үҫтереү - төп бурыс 25-05-2018, 15:02 / ---

Инфраструктураларҙы үҫтереү - төп бурыс

Белоретҡа Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова эш сәфәре менән килде. Ул Тимер юл ауылы мәктәбенең торошо, үҙәк район клиник дауаханаһының һәм ошонда булдырылған «Ихтирамлы регистратура»ның эшмәкәрлеге менән танышты. Иң тәүҙә Лилиә Ғүмәрова муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Олеся Борисенко оҙатыуында Тимер юл ауылы мәктәбенә килде. Ул мәктәп, уның материаль-техник базаһы, ашхана һәм уҡыусыларҙы нисек туҡландырыуҙары менән...
Башҡортса һѳйләшкән менеджер 25-05-2018, 15:01 / ---

Башҡортса һѳйләшкән менеджер

- Алло. Һаумыһығыҙ! - Һаумыһығыҙ! - Пластик тәҙрәләргә заказ бирергә ине... Ҡаланың Ленин урамы 47-се йорт бинаһында урынлашҡан “Генпроект” пластик тәҙрәләр компанияһына етәкселек иткән Альбина Ғимранова (һүрәттә) ѳсѳн, уның эш телефонына шылтыратып башҡортса һѳйләшеүҙәре ғәҙәти күренеш. Шулай булмай ни?! Компанияның ишеге алдында ҙур хә- рефтәр менән бында башҡортса һѳйләшкән менеджер барлығы тураһында белгертеп яҙып ҡуйылған. Был бер яҡтан рус телендә иркенләп аралашмаған кешеләр ѳсѳн уңайлы булһа, икенсе яҡтан башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлауҙың бер алымы булып тора....
Ергә ырыҫ, бәрәкәттәр юрап, саҡырһана кәкүк ҡырҙарҙа 25-05-2018, 14:59 / Байрамдар

Ергә ырыҫ, бәрәкәттәр юрап, саҡырһана кәкүк ҡырҙарҙа

Ниһайәт, ҡара-һоро төҫтәрҙән арынып, тәбиғәтебеҙ һутлы йәшеллеккә, монарлы күкшеллеккә, сәскәләрҙең аллы- гөллөһөнә сорналды. Тап ошо мәлдәрҙә тәбиғәт ҡосағында кем уҙарҙан ойошторолған йәмле-йәнле байрам-йыйындар, йолаларҙың һәр төрлөһө үҙе шуға дәлил түгелме ни? Бер ерҙә “ҡарға бутҡалары” бығыр- бығыр бешһә, икенсе урында “кәкүк сәйҙәре” боҫрап ҡайнай. Үткән аҙнала районыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәгенә әйләнгән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы биләмәһендә өсөнсө тапҡыр “Кәкүк сәйе” район этно- байрамы ла, ғәжәп матур тәьҫораттарға солғап, талсыҡҡан йөрәктәргә үҙенсәлекле ял, дәрт...