Өләсәйем һандығы 21-05-2018, 13:59 / ---

Өләсәйем һандығы

Йәш быуында башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, боронғо ҡул эштәре менән таныштырыу маҡсатында мәктәп уҡыусылары китапханасы Резеда апайҙары менән Фәйзуллина Рәйсә өләсәйҙә “Өләсәйем һандығы” тип аталған фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла осрашыуға йыйылды. Өләсәй үҙе теккән башҡорт кейемендә уҡыусыларҙы ҡаршы алды....
Ярҙамға мохтажбыҙ! 21-05-2018, 13:59 / ---

Ярҙамға мохтажбыҙ!

Илебеҙ тарихында 90-сы йылдарҙан баш алған ҡырҡа үҙгәрештәр Рәсәйҙең бер төбәгендә лә эҙһеҙ үтмәне. Колхоз-совхоздарҙың, эреле-ваҡлы предприятиеларҙың тарҡалып йә осһоҙ хаҡҡа һатылып бөтөүе, эшкәртә аламы-юҡмы, ерҙәрҙең теләһә кемгә таратылыуы күптәрҙә әле булһа ла бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙар тыуҙыра. 1996-2001 йылдарҙа хатта 70-90 йәшлек әбей-бабайҙар ҙа ер хужалары булып китте. Күп майҙандар ташландыҡ хәлдә ҡалды. Үткәл ауылына терәлеп торған ҙур, матур яландың ҡап уртаһында Шығай ауыл хакимиәтенең элекке башлығы сүп-сар, ҡаты кѳнкүреш ҡалдыҡтары полигоны асып ебәреүе ауыл халҡында оло...
Эшеңдең емешен күреү - ул ҙур бәхет 21-05-2018, 13:57 / Мәғариф

Эшеңдең емешен күреү - ул ҙур бәхет

Уҡытыусы хеҙмәте... Йылдар үтеү, йәш арта барыу менән генә ысын уҡытыусының тормош юлында осрауы ҙур бәхет икәнен нығыраҡ аңлайһың. Оло йөрәкле уҡытыусы... Тап шуларҙың береһе - Мәхмүт төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Гөлнур Ваһап ҡыҙы Сәфиуллина. Эйе, уның исеме бик күптәргә таныш, сөнки нисәмә быуынды талантлы педагог үҙенең ҡанаты аҫтында тәрбиәләп, ҡурсалап, төплө белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы һәм әле лә арымай-талмай һөнәри бурысын атҡара. Ҡасандыр ошо мәктәптә уҡыған уҡыусылар, хәҙер инде үҙҙәре ата- әсәйҙәр, әле лә оло ихтирам менән үҙ...
Новое реалити-шоу «Свадьба наизнанку» 21-05-2018, 12:20 / ---

Новое реалити-шоу «Свадьба наизнанку»

Белое платье, украшение стола, букет невесты, банкет – идеальная свадьба в Уфе удовольствие недешевое. Как пожениться и не разориться? Сделать торжество идеальным и максимально приятным и незабываемым для себя и гостей? – ответы на эти и многие другие вопросы вы найдете в реалити-шоу «Свадьба наизнанку». Ведущие Иван Тихонов и Елена Башкирцева вместе с двумя влюбленными парами перевернут всю свадебную индустрию Уфы с ног на голову. Покажут сколько стоит идеальная свадьба. Кстати, на итог проекта повлиять можете именно вы! Голосуйте за понравившуюся пару на сайте телеканала БСТ. Победители...
В Салавате освоено производство инновационного битума 19-05-2018, 12:57 / Иҡтисад

В Салавате освоено производство инновационного битума

В Салавате освоено производство современного дорожного битума по американской технологии, который позволит значительно увеличить срок службы дорожных покрытий и устранить колейность на дорогах республики. Инновационное производство вчера посетил Глава Башкортостана Рустэм Хамитов. Именно по поручению руководителя региона, уделяющего большое внимание вопросам повышения качества дорожных битумов, со второй половины 2017 года в регионе начато внедрение современной системы Superpave. Это инновационная технология, изначально разработанная в США. В дальнейшем она была адаптирована в России под...
Туризмды үҫтереү - мѳһим бурыс 15-05-2018, 13:43 / Спорт һәм туризм

Туризмды үҫтереү - мѳһим бурыс

Күптән түгел генә Башҡортостан Республикаһының үҙ бренды барлыҡҡа килгәйне. Уны булдырыусылар әйтеүенсә, Башҡортостан үҙендә әлегә тиклем асылып бѳтмәгән, тәрән сер һаҡлаған мѳғжизәле ер һанала. Брендтың атамаһы «Терра Башкирия», ә слоганы - «Евразия йөрәге, Урал күңеле». Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитов та брендтың заманса һәм ҡыҙыҡлы булыуын билдәләй. Ғѳмүмән, туризмды үҫтереү йәһәтенән беҙҙең район да ҙур әүҙемлек күрһәтә, ҙур эштәр алып бара. Яңыраҡ "Абҙаҡ" ял базаһында "Урал легендаһы" Башҡортостандың тау курорттары туристик-рекреацион кластерын үҫтереү буйынса координацион советтың...
Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә 15-05-2018, 13:42 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә

Ирҙе ир, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән Зөлхизә һәм Илнур Әхмәтшиндар ғаиләһенә нигеҙ һалыныуға 8 йыл. Был йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға, һәр нәмәне уртаҡ уйлап, кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген, ике яҡ туғандарҙы ла үҙеңдеке кеүек ҡабул итергә өйрәнеүҙән тыш, тәүге хистәрен һаҡлап, ҡәҙерләп йәшәгән матур йәш ғаиләләрҙең береһе улар. Аҙналы ауылы егете Илнур Рәфил улы бөгөнгө көндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында музыканан уҡыта. Гимназияла этно-түңәрәк алып бара һәм «Етегән» йыр ансамбленә етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө...
Балалар йөрәгенә юл 15-05-2018, 13:41 / Мәрхәмәт

Балалар йөрәгенә юл

Был көндө балаларҙың шат тауышынан Белорет балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе айырыуса яңғырап торҙо. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни?! Уларға бит байрам алдынан өлкән апай-ағайҙары килде. Ҡунаҡтар ҙа бит буш ҡул менән килмәгән. Балалар ҙа уларҙы ят итеп тормай, апайҙары ҡулынан бүләктәр, тәмлекәстәр алды. Балаларҙың, кеменеңдер ҡулында “Хоккей” өҫтәл уйыны, икенсеһе, бәләкәйерәге, үҙенә оҡшаған уйынсыҡ - медицина инструменттарын алған, хәҙер иптәш ҡыҙын “дауалаясаҡ”, уҡырға яратҡандары төҫлө, сағыу китаптарҙы тотҡан. Ғөмүмән, уйынсыҡтар, китаптар, тәмлекәстәр, һуттар барыһына ла етте. ...
Китаптар - ғаилә дуҫы 15-05-2018, 13:40 / ---

Китаптар - ғаилә дуҫы

Балалар әҙәбиәтенә, ғаилә менән бергә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, балалар яҙыусылары тураһында мәғлүмәттәр биреү, яңы китаптарға байҡау яһау маҡсатында Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханала "Китаптар - беҙҙең һәйбәт ғаилә дуҫтары!" тигән әҙәби-әкиәт сәғәте үтте. Унда ирекмәндәр, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашты. Сараны китап тураһында йомаҡ сисеү менән асып ебәрҙек, матур итеп өйҙә нисек ата-әсәләре, олатай-ѳләсәйҙәре менән китап уҡыуҙары тураһында әңгәмәләштек, билдәле рус һәм башҡорт яҙыусыларын иҫкә төшөрҙөк. Почта ташыусы...
Күмәк кѳс һәм тырышлыҡ һѳҙѳмтәһе 15-05-2018, 13:39 / ---

Күмәк кѳс һәм тырышлыҡ һѳҙѳмтәһе

Ирекмәндәр йылы сиктәрендә уларҙың эшмәкәрлеген популярлаштырыу маҡсатында һәм муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең “Экологик айлыҡтар үткәреү” ҡарарына ярашлы Егәҙе ауылы хакимиәтендә “Таҙа ауыл - һәр кемдең эше” исемле экологик акция үткәрелде....