Һөнәри байрам уңайынан 19-06-2018, 15:13 / ---

Һөнәри байрам уңайынан

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Ғүмерҙәрен иң изге һөнәргә - кеше һаулығы өсөн яуап биреүгә бағышлағандарҙы муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина тәбрикләне. Бөгөнгө көндә район һәм ҡалала был өлкәлә бик күп эштәр башҡарылыуын әйтеп китте, барыһын да һөнәри байрамы менән ҡотланы. Унан һуң бер төркөм өлгөлө хеҙмәткәрҙәргә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов табип һөнәренең үтә кәрәкле һәм мөһим булыуын телгә алды, медицина өлкәһендә...
Кескәйҙәрҙең аҡ халатлы дуҫы 19-06-2018, 15:11 / ---

Кескәйҙәрҙең аҡ халатлы дуҫы

Балалар поликлиникаһына юлланған һайын участкабыҙҙың шәфҡәт туташы Гөлшат Фәрит ҡыҙының яғымлы йылмайып ҡаршы алырына шикләнмәйһең. Һәр баланың исем-шәрифен иҫләүҙән тыш, киләһе прививканы яһатыу, диспансеризациялау ваҡыты етеп килеүен дә, ҡағыҙға ҡарамайынса, иҫләй һәм иҫкәртә. Ул изге һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, бер ҙә яңылышмаған, тип ауыҙ тултырып әйтергә була. Был эштә егерме һигеҙ йыл хеҙмәт стажы булған Гөлшат Ғабдуллина Белоретта тыуып-үҫкән. Мәктәптән һуң ҡала медицина колледжының медсестра эше бүлегенә уҡырға инә. 1990 йылда ҡулына диплом алғас, бер йыл Республика үҙәк...
Спортсылар миҙгелде асты 19-06-2018, 15:10 / ---

Спортсылар миҙгелде асты

Яңыраҡ ҡалала саңғыроллерҙа ярыш һәм велосипедта уҙышыу буйынса Асыҡ Беренселек үтте. Йәштәрҙә ватансылыҡ, гражданлыҡ һәм физик рух тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү һәм физик культура менән актив шөғөлләнеү маҡсатында үткән спорт байрамында Белорет һәм Учалы ҡалаларының биатлон, ачери-биатлон, еңел атлетика мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ярышты. Саңғыроллерҙарҙа уҙышыуҙа үҙ категорияларында Михаил Авдеев, Яна Осипова, Вячеслав Яскевич, Марина Бушаева (Учалы), Ярослав Сергеев, Александра Новикова (Учалы), Илья Максимов, Кристина Ғәниевалар беренселекте алды. Спортсылар...
Бил һынаны көрәшселәр 19-06-2018, 15:09 / ---

Бил һынаны көрәшселәр

Ҡаланың спорт-һауыҡтырыу комплексында муниципаль район Советы һәм хакимиәте призына Грек- рим кѳрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселеге үтте. Унда республика ҡалаларынан, Силәбе һәм Ҡурған ѳлкәһенән 2004- 2005 йылғы 140 спортсы ҡатнашты. Ярышты тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Волга буйы федераль округындағы Грек-рим кѳрәше федерацияһының вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Венер Ғәйнуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев, ҡаланың Грек-рим кѳрәше федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Коробов ҡатнашты....
Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле- йүгәнле ат ятыр 19-06-2018, 15:08 / ---

Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле- йүгәнле ат ятыр

Ҡупшы, зауыҡлы кейенгән эшләпәле ҡатын-ҡыҙ, костюмдарҙа етди ир-ат, юғары ставкалар, тос приз күләме, илебеҙҙең иң яҡшы арғымаҡтары, юртаҡтары - былар барыһы ла тик йыл һайын Рәсәй Федерацияһы Президенты призына үткән ат сабышында....
Аттарҙа елеп кенә 19-06-2018, 15:07 / ---

Аттарҙа елеп кенә

Милли көрәш менән бер рәттән байрамдың «үҙәге» булып торған ат сабышын халыҡ кемуҙарҙан ҡарарға ашыҡты. Яланға кистән үк юртаҡтарын алып килеп, бәйгегә әҙерләгән егеттәрҙең һәр ҡайһыһы үҙ дистанцияһында иң-иңе була алырына ышанды....
Бил һынаны батырҙар 19-06-2018, 15:04 / ---

Бил һынаны батырҙар

Һабантуйҙың биҙәге һәм айырылғыһыҙ өлөшө булған, борондан килгән милли спорт төрҙәренең береһе - көрәште барыһы ла көтөп алды. Бында бер-береһенең биле аша билбауҙы эләктереп алышҡан батыр, көслө егет һәм ҡыҙҙарҙы дәртләндергән тауыштар яңғырап торҙо, һәр ҡайһыһы төп бүләккә тәғәйенләнгән һарыҡты иңенә һалып, майҙанды иңләр батырҙың кем булырын күрергә теләне....
Кемдәр йылғыр, таһыл, батыр - Һабантуйҙа даны артыр 19-06-2018, 15:03 / ---

Кемдәр йылғыр, таһыл, батыр - Һабантуйҙа даны артыр

Йыр-моң һөйөүселәр сәхнә тирәһендә күңел йыуанысы тапһа, спортҡа битараф булмағандар иһә ярыш- уйындар ойошторолған майҙанда геү килде. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Виктор Гладких етәкселегендә барған “Иң көслө батыр” ярышы мускулдары уйнап торған көс- ҡеүәтле ир-егеттәрҙе генә түгел, хатта нескә билле гүзәл зат вәкилдәрен дә үҙ түңәрәгенә йыйҙы. Торған килеш билдәле бер ваҡыт эсендә иң күп гер күтәреүҙе күҙ уңында тотҡан спорт төрөндә, һис шикһеҙ, физик йәһәттән әҙерлек, ихтыяр көсө, сыҙамлылыҡ кәрәк. Ярыштың талапсан һәм ғәҙел хөкөмдары ҡарары менән 50 килограмға тиклемге...
Йырлап-бейеп күңел астыҡ - Һабантуйҙан уңып ҡайттыҡ 19-06-2018, 15:01 / ---

Йырлап-бейеп күңел астыҡ - Һабантуйҙан уңып ҡайттыҡ

Сәхрәләге тәбиғи моңдарға үрелеп барған бай йөкмәткеле байрам концерты йән- тәнгә дәрт-дарман өҫтәп, кәйефтәрҙе бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Хәйер, төйәгебеҙҙең былбыл тауышлы йыр-моң әһелдәрен, сәхнәләрҙе дер һелкетер оҫта бейеүселәрен генә туплаған концертта кем күңелһеҙләнеп ултырһын инде!...
Һабантуй, һабантуй, эштәреңде ситкә ҡуй! 19-06-2018, 14:59 / ---

Һабантуй, һабантуй, эштәреңде ситкә ҡуй!

Һабантуй хәҙер инде матур традицияға әйләнгән тантаналы мәл - хеҙмәт коллективтарының парады менән башланып китте. Уларҙы көслө алҡыштар менән хөрмәтләп оҙатҡас, «Һабантуй-2018» байрамын тантаналы асыу хоҡуғы Сермән ауылында йәшәгән күп балалы Флүзә һәм Рәүеф МӘҒӘФҮРОВТАРҙың ғаиләһенә бирелде. Улар һабантуй вымпелын күккә осорғас, ҡала Мәҙәниәт һарайы артистарының театрлаштырылған прологы башланды. Күңелле йыр-бейеүҙәрҙән һуң һабантуй флагы күтәрелде. Был мәртәбәле бурыс крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәүеф Мәғәфүровҡа, Белорет май-сыр комбинатының аппаратсыһы Йомагөл Шәғәлинаға һәм...