Һәр сабыйҙың бала сағы үтһен бәхет-шатлыҡта... 1-06-2018, 14:18 / ---

Һәр сабыйҙың бала сағы үтһен бәхет-шатлыҡта...

Ҡаланың Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ѳсѳн реабилитация үҙәгендә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳнә арналған “Ғаилә квесты” уйыны үтте. Унда Бѳрйән, Әбйәлил, Архангел, Белорет районы һәм ҡалаһынан 13 ғаилә ҡатнашты. Командаларға этаптар буйлап бирелгән эштәрҙе тиҙлектә, етеҙлектә үтәү бурысы ҡуйылды. “Нѳктә”ләр аша үтеү ѳсѳн самолет осороу, шарҙар ташыу, пират, клоун ҡушҡан эштәрҙе атҡарырға тура килде. Этаптарҙы үткәндә хәрефтәр бирелде һәм уйын аҙағында командалар йыйылған ижектәрҙән “Үҙ-ара аңлашыу” һүҙен йыйҙы. Баһалама ағзалары фекер алышҡан арала...
Туған телен һаҡлау - һәр милләт бурысы 1-06-2018, 14:16 / ---

Туған телен һаҡлау - һәр милләт бурысы

Тел, милләт төшөнсәһе элек-электән барыһының да күңеленә яҡын булған иң етди һәм мѳһим мәсьәләләрҙең береһе һанала. ЮНЕСКО биргән мәғлүмәттәр буйынса, бѳгѳн донъяла 7 меңгә яҡын тел иҫәпләнә. Әммә, ҡайһы бер тел вәкилдәренең битарафһыҙлығы, әллә инде ғәмһеҙлеге арҡаһындамылыр, бѳгѳн шуларҙың ни бары дүрттән бер ѳлөшѳ генә файҙаланыла һәм тел булараҡ йәшәй. Ошо сәбәп арҡаһында 600 тел юҡҡа сығып, һәр ике аҙна һайын 1 тел йәшәүҙән туҡтай. Ни тиклем генә аяныслы булмаһын, 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан башҡорт теле лә юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр исемлегенә индерелде....
Юбилей хөрмәтенә 1-06-2018, 14:15 / ---

Юбилей хөрмәтенә

Йыл һайын 28 май, Тыуған илебеҙ сиген һаҡлаусылар көнөн Абҙаҡ ауылында йәшәгән, хәрби бурыстарын төрлө ваҡытта намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәр матур итеп үткәрергә ғәҙәтләнгәндәр. Халыҡ ауыл уртаһында урынлашҡан обелиск янына элекке хәрбиҙәрҙе тәбрикләр өсөн йыйылды. Мәҙәниәт йорто директоры Вәсилә Хәзиева байрамды асыҡ итеп иғлан иткәс, ауыл хәкимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев һүҙ алды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, Башҡортостан һәм Рәсәй гимндары яңғыраны. Һуңынан ауыл старостаһы Маҙһар Йомағолов элекке һалдаттарға ҡот лау һүҙҙәре...
Кителмәһен бала күңеле 1-06-2018, 14:14 / ---

Кителмәһен бала күңеле

...Беренсегә әсә булыу бәхетен татып, өр-яңы халәтемдән әйтеп аңлатҡыһыҙ оло кинәнес табып, бала табыу йортонда ятам... Күкрәк һѳтѳн супылдатып имеп, уймаҡтай ғына ирендәрен ослайтып йоҡоға талған бәпәйемде ҡулымда бәүелтә-бәүелтә, ҡатын-ҡыҙ ғүмерендәге иң яуаплы, олуғ ваҡиға - кескәй генә йән эйәһен яҡты донъяға яралтыу икәнлегенә тѳшѳнѳүҙән был минуттар тағы ла танһығыраҡ, ҡәҙерлерәк һымаҡ. Шул арала йәнәш палаталағы бәләкәстең әленән-әле ярһып илауын ишетеп, күңел болоҡһоп ҡуя. Нишләп кенә көйһөҙләнгән була икән был сабый? Әсәһенең һѳтѳ тѳшмәгәнме, әллә берәй ере ауыртамы? Йомро йѳҙлѳ,...
Милли рух уятҡан дәрес 1-06-2018, 14:11 / ---

Милли рух уятҡан дәрес

Береш ауылы балалар баҡсаһында, балаларҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем үҙенсәлектәре менән таныштырыу, башҡорт тарихына ихтирам уятыу, кескәйҙәрҙең телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү маҡсатында, “Ѳләсәйем һандығы” исемле асыҡ дәрес үтте. Унда Ғәбдѳк, Йѳйәк һәм Берештамаҡ ауылы балалар баҡсаларынан тәрбиәселәр ҡунаҡҡа килде. Тәрбиәсе Эльвира Исҡакова балаларға һәм килгән ҡунаҡтарға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем - күлдәк, камзул, елән, һаҡал һәм биҙәнеү әйберҙәре тураһында һѳй- ләп китте. Матур башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар “Батмус” бейеүен бейегәндән һуң, дәрестең практик ѳлѳшѳ...
Спорт һөйөүсе ғаиләләр 1-06-2018, 14:10 / Спорт һәм туризм

Спорт һөйөүсе ғаиләләр

Ғаилә һәм спорт. Был төшөнсәләр айырылғыһыҙ булырға тейеш. Сөнки спорт - ул ғаилә ағзаларының буш ваҡытын файҙалы үткәреү сараһынан тыш, һау-сәләмәт, көслө рухлы булыу, сәләмәт тормош яҡлы балалар тәрбиәләүҙең дә ҙур алымы булып тора. Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән "Минең спорт һөйөүсе ғаиләм" исемле ярыш йәш ғаиләләр араһында спортты пропагандалау маҡсатында үткәрелде. Унда "Комета" командаһы составында Миләүшә, Гөлназ Баймөхәмәтовалар, Гөлфинә, Яҙгөл Таһировалар, Ленара, Ислам, Ильяс Ҡәҙерғәлиндар һәм уларҙың ярҙамсыһы Алина Мостафина, "Физкульт-Ура" командаһында Анджела, Сармат...