Сағыулана бара 8-06-2018, 16:18 / ---

Сағыулана бара "йондоҙҙар"

Бәрәкәтле вә ырыҫлы атайсалыбыҙҙа өс көн дауамында барған “Иҙел башы йондоҙҙары” VIII Төбәк-ара хор һәм вокаль ансамблдәр фестивале тѳйәгебеҙ кешеләренең иҫ киткес ҡунаҡсыллығына, берҙәмлегенә һоҡландырып, алыҫ саҡрымдарҙан кем уҙарҙан килеп еткән моңдаштарыбыҙҙың дәррәүлегенә, дәрт-дарманына таң ҡалдырып, бәндә күңеленең барса асылын, тәрәнлеген сағылдырған Йырҙың илаһи көсөнә, мәңгелегенә йәнә бер ҡат инандыра алды. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Белорет муниципаль район хакимиәте тарафынан ойошторолған был сарала быйыл Башҡор- тостан,...
«Һалдат» ағайҙары ҡунаҡҡа килде 8-06-2018, 16:16 / ---

«Һалдат» ағайҙары ҡунаҡҡа килде

Уларҙы хәҙер балалар ҙа танып тора: һәр байрамда тиерлек ҡунаҡҡа килгән, етди, хәрби кейемдәге ағайҙары кескәйҙәрҙең көтөп алған ҡунағы. Өс йыл дауамында ҡаланың Махсуслаштырылған бала йорто тәрбиәләнеүселәре лә, үҙҙәренең килеүҙәре менән ҡыуандырған «Хәрби разведчиктар туғанлығы» патриотик ойошма вәкилдәре лә хәҙер бер-береһенә өйрәнеп, эҫенеп киткән. 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә лә элекке разведчиктар оҙаҡ көттөрмәне. Тәмлекәстәр, һуттар, уйынсыҡтар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, шарҙар алып, күптәнге таныштарына, түҙемһеҙләнеп көтөп торған бәләкәстәргә ашыҡты. Балалар ҙа уларға һөнәрҙәрен...
Гәзитебеҙ дуҫтарына бүләк 8-06-2018, 16:14 / ---

Гәзитебеҙ дуҫтарына бүләк

“Урал” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылып, квитанцияларын “Бәхетле авто” уйынында ҡатнашыу өсөн 30 майға тиклем ебәргәндәр араһында бүләктәр уйнатылды. Шулай итеп, автомобиль өсөн кәрәкле бүләктәргә эйә булғандарҙы хәбәр итергә ашығабыҙ. Бына улар: Әҡсән Шафиҡ улы Йәләлетдинов (Белорет ҡалаһы), Фәнис Ғәйфулла улы Солтанов (Белорет ҡалаһы), Гөлназ Миңлебай ҡыҙы Вәлиева (Ҡоҙғон- Әхмәр ауылы, бүләкте уның улы Әғҙәм килеп алды) һәм Сәйфулла Әхмәтшәриф улы Ғайсин (Белорет ҡалаһы). Бүләк хужалары “Урал ” гәзите редакцияһына саҡырылды. Баш мөхәррир Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова гәзитебеҙ...
Министр менән «Типә-тиң һөйләшеү» 8-06-2018, 16:12 / ---

Министр менән «Типә-тиң һөйләшеү»

Белорет металлургия колледжы студенттары «Типә-тиң һөйләшеү» федераль проектында ҡатнашты. Был проект илебеҙҙең 400 юғары һәм махсус уҡыу йорттарында 200 меңләгән студент ҡатнашлығында үтә. 1 июндә 220-ләгән колледж студенты Башҡортостан Респуб- ликаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән осрашты. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, металлургия колледжы директоры Ғәлим Хөбөтдинов ҡатнашты....
Бушлай юридик ярҙам алдылар 8-06-2018, 16:11 / ---

Бушлай юридик ярҙам алдылар

Муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә булған граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Ҡабул итеүҙә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы” хоҡуҡи ярҙам бүлегенең төп белгес-эксперты Сергей Сенаторов, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты загс бүлегенең төп белгес-эксперты Татьяна Сәйфетдинова, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының суд вәкәләтлеге бүлеге төп белгес-эксперты Вадим Имаев, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған урындағы ведомство...
Балаларға шатлыҡ өләштеләр 8-06-2018, 16:11 / ---

Балаларға шатлыҡ өләштеләр

Ҡалала Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә тѳрлѳ саралар үтте. Тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы “Йәйге осорҙа балаларҙың ялын ойоштороу” планына ярашлы эшләй. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә “Ғаилә сәйәхәте: бѳтә ғаилә менән музейға” исемле Асыҡ ишектәр кѳнѳ тип иғлан ителде. Был сарала күптәр ғаиләләре, балалары менән булды. Тѳркѳм менән килгәндәрҙе, “Иҙел башы йондоҙҙары” хор һәм вокаль ансамблдәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы экскурсоводтар музей экспонаттары менән таныштырҙы, балаларҙы байрам менән ҡотланы....
Үҙенсәлекле «сәйәхәт» 8-06-2018, 16:05 / ---

Үҙенсәлекле «сәйәхәт»

Кескәйҙәрҙең түҙемһеҙлек менән көтөп алған Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө төйәгебеҙҙә быйыл да сараларға ғәжәп бай булды. Етди һәм хәүефле һөнәр эйәләре - полиция хеҙмәткәрҙәре лә был йәмле көндә ситтә ҡалманы: ауыр эштәренән бер аҙға булһа ла арынып, Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең өр-яңы бинаһына балаларын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тамаша залына йыйылған төрлө йәштәге бала-сағаны тәбрикләп, Бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлексә начальнигы Рәсих Әсләм улы Рәхимов тәүгеләрҙән булып һүҙ тотто. Иңдәрендә йондоҙҙары йылтыраған ағайҙың һәр һорауын иғтибар менән тыңлап, барыһы ла...
Матур традиция дауам итә 8-06-2018, 16:04 / ---

Матур традиция дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре төрлө балалар йорттары менән тығыҙ бәйләнеш тота. Улар йыл һайын Халыҡ- ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан кескәй дуҫтары менән осраша. Әле лә улар үҙҙәренең матур традицияһына тоғро ҡалды һәм Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуға килде. Был балалар йорто быйыл 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре был сараны “Етем һәм ата- әсәһе ҡарауынан мәхрүм булған балаларға ярҙам” мәрхәмәтлек ак- цияһына ярашлы ойоштора. Ҡунаҡтар учреждение буйлап экскурсия яһаны, балалар йәшәгән бүлмәләр буйлап йөрөнө, уларҙың буш...