Һәр ваҡыт йәш “Йәшлек 14-06-2018, 15:14 / ---

Һәр ваҡыт йәш “Йәшлек

Сермән мәктәбе уҡыусылары уҡыуҙа ла, спортта ла, йыр-бейеүҙә лә һынатмай. Төрлө яҡлап үҫешкән балалар мәктәпте лә уңышлы тамамлай. Эйе, ысынлап та шулай! Уҡыусылар мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, республикабыҙҙа ғына түгел, төрлө уҡыу йорттарында белем алып, үҙаллы тормош юлы башлай. Уҡыуҙан тыш, төрлө спорт төрҙәре - волейбол, баскетбол, футбол, саңғы, еңел атлетика буйынса беренселекте бирмәйҙәр, сәнғәт мәктәбендә фортепиано, гитара, баян, ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөнәләр һәм еңеү яулайҙар....
Иң бәхетле осор - балалыҡ 14-06-2018, 15:12 / ---

Иң бәхетле осор - балалыҡ

Йәй һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, был көндө һәр кемдең күңелендә йылылыҡ, матурлыҡ бөркөлә ине. Ғәли Хәмзин исемендәге Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто балаларҙың шат тауыштарына, көләс йөҙҙәренә күмелде, бында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара үткәрелде. Байрамға төрлө ҡала-райондарҙан өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа, каникулға ҡайтҡан ба- лалар, ата-әсәләр саҡырылды. Театрлаштырылған сара төрлө уйын-конкурстар, концерт менән аралаштырылып барылды. Байрамда әкиәт, йәнһүрәт геройҙары - пират, эт, Мәскәй әбей балаларҙың күңелен асты. Арина Мөхәмәтдинова, Вилиә Абдуллина, Айгөл Вәлиеваларҙың...
Йәй хәтирәләргә бай, файҙалы үтһен 14-06-2018, 15:05 / ---

Йәй хәтирәләргә бай, файҙалы үтһен

Йәйге каникулдар башланды. Һәр бала каникулын ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында күптән уйлап ҡуйған. Кемдәрҙер ауылға олатай-өләсәһе янына ял итергә ашыҡһа, икенселәре өйҙә ҡалып, ата-әсәһенә булышыуҙы хуп күрһә, йыл буйы лагерь тормошон һағынып көтөүсе балалар ҙа юҡ түгел. Ысынлап та, бында дуҫтар табыла, өлкәндәр ойошторған ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, күңелле уйындар балаларҙа мәңге онотолмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Йәй - балалар ял һәм һауыҡтарыу лагерҙарында эшләүселәр һәм яуаплы кешеләр өсөн дә иң ҡыҙыу мәл. Район-ҡалала башланған миҙгелгә бәйле мөһим эштәрҙең береһе - балаларҙың йәй- ге ялын...
Һәр ваҡыт алда 14-06-2018, 15:01 / ---

Һәр ваҡыт алда

Ҡалала 5 июндән «Йәш патриоттар» лагеры эшен башланы. Лагерҙа ҡаланың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар менән бер рәттән ауыр тормош хәлендә ҡалған 36 бала ял итәсәк. Ике аҙналыҡ заезда балаларҙың һәр көнө мауыҡтырғыс, йөкмәткеле үтәсәк. “Йәш патриоттар”ға бошоноп ултырырға лагерь начальнигы Нина Арсеньевна Миронова етәкселек иткән тәжрибәле тәрбиәселәр, вожатыйҙар ирек бирмәйәсәк. Үҫмерҙәр өсөн көн һайын 2-шәр сара ҡаралған. Ирекмәндәр йылын күҙ уңында тотоп, лайыҡлыларҙы ирекмәндәр рәтенә алыу ҡаралған. Тәмәкегә, насар ғәҙәттәргә ҡаршы күләмле саралар ойоштороласаҡ. 14-17 йәшлек...