Хәүефһеҙлек мәктәбенән - хәүефһеҙ тормошҡа 27-06-2018, 14:35 / ---

Хәүефһеҙлек мәктәбенән - хәүефһеҙ тормошҡа

Ошо девиз аҫтында Азапкин утарында йыл һайын "Хәүефһеҙлек мәктәбе" республика ярыштары үтә. Ҡатнашыусы командалар һаны ла йылдан-йыл арта, үҫмерҙәрҙең дә белеме, оҫталығы профессионалдәргә тиңләшә һәм киңәйә бара. Бындай ярыштарҙан үҫмерҙәр үҙҙәренә ысын дуҫтар таба, бер йылға етерлек ыңғай тәьҫораттар ала. Быйылғы ярыштар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылына арналды. V республика ярыштарында муниципаль берәмектәрҙән 50 команда ҡатнашты. Сараны тантаналы асыуҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы...
“СҮП-САР БАТШАЛЫҒЫ” йәки Бер ҡағыҙ остоғо тураһында 27-06-2018, 14:34 / ---

“СҮП-САР БАТШАЛЫҒЫ” йәки Бер ҡағыҙ остоғо тураһында

- Әсәй, кәнфит ҡағыҙын ҡайҙа итәйем? - Бәй, нимә һорап тораһың, ырғыт. - Тәрбиәсе апай сүп-сарҙы ергә ташларға ҡушманы... - Ҡағыҙ остоғонан бер нәмә лә булмаҫ, башымды ҡатырма... Йорт алдындағы майҙансыҡта әсә һәм 4-5 йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡай араһында барған һѳйләшеүгә шаһит булғас, артабан ни эшләр икән тип, бәләкәсте күҙәтә башланым. Үтә эшлекле ҡиәфәт менән телефон экранына текәлгән әсәһенең үҙенә иғтибар итмәүенән файҙаланып, ҡыҙ бала усында йомолған кәнфит ҡағыҙы менән бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан сүп-сар бактарына ҡарай йүгерҙе. “Һай, афарин, ѳмѳт бар икән был һылыуҙа”, - бәләкәй генә...
Мәсетле булдыҡ 27-06-2018, 14:32 / ---

Мәсетле булдыҡ

Изге Ураҙа байрамы көнөндә ауылыбыҙ өсөн икеләтә байрам булды. Ил төкөрһә - күл була, тигәндәй, эшебеҙ башланыуға бер йыл да тулманы. Былтыр 28 июнь көнө изге Ураҙа айы башланыр алдынан нигеҙ һалынған мәсет бинаһы яңы йылға әҙер ине. Рәсми булмаһа ла, ошоға тиклем имам-хатибыбыҙ үҙ бурысын атҡара килде, йома намаҙҙары, башҡалары үтеп торҙо. Мәсет документацияһын имам- хатип бурысын атҡарған Рауил Ғарифуллин башлап ебәрҙе, был эште яңы мәсеткә хәҙрәт итеп һайлап ҡуйған Рәхимйән Ғәләүетдинов тамамлап ҡуйҙы. Мәсет тѳҙѳү эштәрендә Фәрит Вәлиев, Салауат Зәйнәғәбдинов, Ринат Иҡсанов, Тәлғәт...
Төпкөл ауыл шатлығы 27-06-2018, 14:32 / ---

Төпкөл ауыл шатлығы

Ураҙа ғәйетен Ғәбдөк ауылы халҡы яңы мәсеттә шатланып ҡаршы алды. Ғибәҙәт йортон иманға ынтылышы кѳслѳ булған ауыл халҡы бергәләп тѳҙѳгән. Ауылға йәм биреп торған йәшел башлы яңы мәсеттә тәүге аҙан тауышын тыңларға барыһы ла ашҡынып килде. “Әл-Ҡотдос” мәсете менән бергә ауылға сафлыҡ, әхлаҡ, дин нуры ҡайтыр, кешеләр насар ғәҙәттәрҙән арынып, дин юлына баҫыр, тип ышана ғәбдѳктәр....
Ҡурай ерен ҙурлап 27-06-2018, 14:31 / ---

Ҡурай ерен ҙурлап

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа ”Ҡурай иле буйлап сәйәхәт” аталмышлы үҙенсәлекле автоуҙыш ойошторолдо. Ул данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланғайны. Өфөнөң иң күркәм урындарының береһе - Салауат Юлаев майҙанынан баш алған сәйәхәт Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары аша Йылайырға барып тоташты. Башҡортостан байрағын елберләтеп килгән колоннаны һәр район оло хөрмәт менән ҡаршыланы. Ҡурайҙы данлап, изге ниәт менән йөрөгән юлсылар төйәгебеҙҙә башта Сермән ауылының Заһир Исмәғилев исемендәге Социаль- мәҙәни үҙәктә туҡталды. “Хәтирә” халыҡ фольклор...
Тарих сылбыр кеүек 27-06-2018, 14:30 / ---

Тарих сылбыр кеүек

Тарих ҡабатланыу үҙенсәлегенә эйә тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Кѳндәлек тормошта ла бының нәҡ шулай булыуына инандыра торған дәлилдәр сығып ҡына тора. Шуныһы ҡыҙыҡ, әллә, киреһенсә, ҡыҙғанысмылыр инде, туҙҙырып, тарҡатып, тарих төпкөлөнә оҙатҡандарҙың ҡәҙерен әле генә аңлай башланыҡ, шикелле. Шул арҡала элекке белем биреү системаһын һағынабыҙ, динде, мәсеттәрҙе, аҡһаҡалдар ҡорон, пионерҙар һәм ҡасандыр етди әһәмиәткә эйә булған башҡа тѳрлѳ ойошмаларҙы тергеҙергә тырышабыҙ. Булыры булған, буяуы уңған, үткәндәр, тарих менән генә йәшәп булмай, тип тә әйтер кемдер. Әйе, был һүҙҙәрҙә лә дөрөҫлөк...
Уңыштар кѳтһѳн алда! 27-06-2018, 14:28 / ---

Уңыштар кѳтһѳн алда!

Туймазы ҡалаһында махсус урта һѳнәри оҫталыҡ буйынса Республика олимпиадаһы үтте. Унда үҙҙәренең уҡыу йортонда үткән тәүге этапта иң күп мәрәйҙәр йыйып еңеүсе булғандар саҡырылды. “Дѳйѳм тѳҙѳлѳш эштәре мастеры” (ташсы) һѳнәре буйынса ойошторолған ярышта ҡатнашыусылар Туймазы индустриаль колледжына йыйылды. Олимпиаданың тәүге кѳнѳндә практик, иртәгәһенә компьютерҙа тест һорауҙарына яуап биреү эше ҡаралды....