Изге теләк - бәхеткә юл 6-07-2018, 14:33 / ---

Изге теләк - бәхеткә юл

Ауылда туй гөрләй. Әле төҙөлөп тә бөтмәгән, ҡыйығы ғына ябылған йортта ҡунаҡтар бейеп-йырлап күңел аса, йәштәргә теләктәр теләй. - Ғаилә усағығыҙ дөрләп торһон, берҙәм көс менән төҙөлөп бөтәсәк йортоғоҙҙоң һәр тәҙрәһенән балалар ҡараһын, уларҙың шат тауышынан яңғырап торһон, - тип теләк теләй бер ҡунаҡ. Был матур теләктәргә лә хәҙер 11 йыл үтеп киткән. Ҡунаҡтың да теләге ҡабул булған. Ысынлап та, ғаилә башлығының - атайҙарының эштән ҡайтыуын ҙур йорттоң өс тәҙрәһенән өс ғәзизе түҙемһеҙләнеп көтөп тора хәҙер. Аҙналыла йәшәгән Земфира һәм Зәки Мөхәмәтйәновтар - ауылда үҙ нигеҙен ҡороп,...
Хаҡтар арта, тарифтар үҙгәрә 6-07-2018, 14:32 / ---

Хаҡтар арта, тарифтар үҙгәрә

1 июлдән илдә коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн тарифтарға хаҡтар артты. Ә инде 1 октябрҙән иһә белореттарҙы йылылыҡ энергиһын файҙаланыу тарифтарында ла үҙгәрештәр көтә. Белореттар тарифтарҙың күтәрелеүен түләү квитанцияларында күрәсәк. Беҙҙә һыу, газ, йылылыҡ ѳсѳн уртаса үҙгәреш 4 проценттан артмаясаҡ. Электр уты менән тәьмин итеүгә генә хаҡ күберәк, 4,8 процент тәшкил итәсәк. Быға тиклем йылылыҡ энергияһына тариф 1 807 һум булһа, 1 июлдән ул 1 879 һумға тиклем артты. Был һандар дѳйѳм республика күрһәткесенән юғары түгел. Бынан тыш, хәҙер ҡала халҡы йылылыҡ менән файҙаланған осор ѳсѳн генә,...
Егәҙе яңырыу кисерә 6-07-2018, 14:31 / ---

Егәҙе яңырыу кисерә

130 йыл. Был әҙ ҙә, күп тә һымаҡ. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаған да, кемдәр генә килеп китмәгән бында. Ни генә булмаһын, Егәҙе һәр саҡ райондың иң алдынғы, иң әүҙем ауылдарының береһе булып ҡала. Иң мөһиме - башҡорттарҙың, урыҫтарҙың һәм башҡа милләт кешеләренең берҙәм һәм татыу йәшәүе. Тарихҡа килгәндә, Егәҙе йылғаһы янында 1888 йылда кирбес етештереү заводы төҙөүҙән башланып китә. Барлыҡҡа килгән ауылды Егәҙе заводы тип йөрөтә башлайҙар. Завод эшселәре өсөн йорттар, контора төҙөлә. 1893 йылда тирә-яҡтан халыҡ яңы төҙөлгән заводҡа ағыла башлай. 250 ихатала 1 100 кеше...
Отҡор ҙа,  уңған да үҙҙәре! 6-07-2018, 14:29 / ---

Отҡор ҙа, уңған да үҙҙәре!

...Уларҙа ғаләмдең бар изгелеге, аҡылы, йомартлығы тупланғандай. Ана бит, йѳҙҙәрендәге һәр һыр-йыйырсыҡтан - нур, тыйнаҡ ҡына кеткелдәүҙәренән күңелгә йылы тарала... Әзекәй ауыл китапханаһында Ғаилә йылы уңайынан ойошторолған “Алтын тирмә” уйынына йыйылған аллы-гѳллѳ кейемле ҡупшы ѳләсәйҙәргә - Мәүлидә Усманова, Сәкинә Таһирова, Рабиға Сәғәҙәтова, Сәғиҙә Мѳлѳкова, Таңһылыу Басариева, Ғәлиә Шәрәфетдинова, Сания Сәғәҙәтова, Сара Баймѳхәмәтоваға ҡарап, һоҡланмау мѳмкин түгел ине....
Юлдар ярып, алға бара “Ҡуңыр буға” 6-07-2018, 14:26 / ---

Юлдар ярып, алға бара “Ҡуңыр буға”

Илдә иҡтисади кѳрсѳк барған осорҙа тѳрлѳ ойошма, клуб, мәктәптәрҙе ябыу, оптималләштереү шауҡымы әҙәбиәткә лә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалманы. Ошондай ҡатмарлы осорҙа Урал һәм Урал аръяғы ижадсыларын берләштергән ирекле ойошма тѳҙѳү талабы килеп баҫа һәм 2013 йылдың 30 майында Урал аръяғы ижади көстәренең "Ҡуңыр буға" берләшмәһе" төбәк йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалына. Ошо кѳндәрҙә Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда ижади кѳстәрҙе туплау, йәш кѳстәрҙе, бигерәк тә балаларҙы әҙәбиәткә ылыҡтырыу маҡсатынан ойошторолған ойошма үҙенең 5 йыллыҡ юбилейын туйланы....
Күҙгә күренеп матурая 6-07-2018, 14:25 / ---

Күҙгә күренеп матурая

Былтыр беҙҙең ҡала бер юлы ике - «Бәләкәй ҡалалар паркы» һәм «Ҡала мөхите» проекттарында ҡатнашҡайны. Һуңғы проектҡа ярашлы, Ленин урамындағы скверҙа һәм йорт алды территорияларында ремонт башҡарылды. Бының буйынса 41 күп фатирлы йорт ингән 22 йортҡа капиталь ремонт яһалды. Федераль проект быйыл да тормошҡа ашырыласаҡ, һөҙөмтәлә 34 йорт алды төҙөкләндереләсәк. Әлеге ваҡытта ҡыҙыу төҙөкләндереү эштәре бара. Тулы ҡеүәткә асфальттар түшәлә, күп фатирлы йорттар һәм улар янындағы территориялар ремонтлана. Быйылғы эш күләме былтырғынан тағы ла күберәк булыуын айырым билдәләп үтеү кәрәк. Үткән...
Бурысһыҙ йөрөүең хәйерле 6-07-2018, 14:23 / ---

Бурысһыҙ йөрөүең хәйерле

Белорет юлдарында ѳс йыл рәттән “Юл приставы” аппарат-программа комплексы эш алып бара. Күптән түгел, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, сираттағы рейд ойошторолдо. Уның ярҙамында төрлө түләүҙәре булған автомобиль хужаларынан аҡсалата бурыстар ҡайтарылды. Был юлы аппарат-программа комплексы транспорт әүҙем хәрәкәт иткән Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлаштырылды. Өс сәғәт эсендә суд приставтары хеҙмәте һәм ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан 50-гә яҡын автомобиль туҡтатылды. Рейд барышында 1 миллион 152 мең һум суммаға 10 арест һалынды. Шуларҙың алтауһы - автомобилдәргә. Ике...
Уйланырға ваҡыт 6-07-2018, 14:21 / ---

Уйланырға ваҡыт

14 июль белореттар Ҡала көнөн билдәләй. Ошо дата айҡанлы беҙгә республиканың башҡа ҡала һәм райондарынан да күп ҡунаҡтар киләсәк. Үкенескә ҡаршы, әлегә ҡала ҡунаҡ ҡаршыларға тулыһынса әҙер тип әйтеп булмай. Урамдағы һәр йорт тиерлек төрлө иғландар, рекламалар менән сыбарланған, ҡайһы бер йорт алдарында контейнерҙар сүп-сар менән тулған. Ысынлап та, әгәр иғтибар менән ҡараһаң, эргә- тирәлә иғлан йәбештерелмәгән бер генә ҡоролма, йорт та ҡалмаған тиерлек. Үҙ хеҙмәтен тәҡдим итеүселәр, йәки нимәлер һатыусылар, ҡайҙалыр саҡырыусылар йорт һәм уларҙың ишектәрен генә түгел, урамдағы ағастарҙы, һыу...