Бар яҡлап алдынғылар 13-07-2018, 12:07 / ---

Бар яҡлап алдынғылар

Республикала ғына түгел, илебеҙҙәге иң ҙур метиз предприятиеларының береһе - "Белорет металлургия комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшселәре Венер Мансур улы ҒАЗЗАЛОВ (алғы планда) быйылғы район һабантуйында "Иң яҡшы сым һуҙыусы", Хәсән Булат улы ЮЛЫШЕВ "Иң яҡшы канат ишеү буйынса машинист" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был наградаларҙы хөрмәтле металлургтар намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн алды. Сермән егете Венер Ғаззалов бына 11 йыл инде 16-сы ҡорос сым цехында сым һуҙыусы булып эшләй. Сым һуҙыусы һөнәрен һайлағансы ла йәш металлург туған комбинатында 8 йыл һаҡ хеҙмәтендә эшләп ала....
Күпер яңыртылды 13-07-2018, 12:05 / ---

Күпер яңыртылды

Ломовка юлындағы Нура йылғаһы аша һалынған күпер яңыртылды. Яңы күперҙе Ѳфѳ ҡалаһының “Инженер системалары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тәжрибәле эшселәре төҙөнө. Ҡала һәм Металлургтар байрамы алдынан ул эксплуатациялауға тапшырылды. Күпер асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов сығыш яһап: - Күперҙе тѳҙѳү былтыр башланғайны һәм киләһе йылда ғына тапшырылырға тейеш ине. Подрядсылар эштәренә намыҫлы ҡарауҙары һәм тырышлыҡтары һѳҙѳмтәһендә, ул ваҡытынан алда тѳҙѳп бѳтѳлдѳ. Уларға ҙур рәхмәт. Проектҡа республика һәм район бюджетынан 19 млн. һум аҡса бүленде....
Ҡала пляжының киләсәге 13-07-2018, 12:04 / ---

Ҡала пляжының киләсәге

Ҡала пляжы - белореттарҙың рәхәтләнеп ял иткән урындарҙың береһе. Уның яры балалар, ололар ѳсѳн берҙәй хәүефһеҙ. Бында, һыу инеүҙән тыш, спорт менән дә шѳғѳлләнәләр. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков пляждың киләсәге тураһында: - Беҙ пляжды тѳҙѳкләндереүҙән тыш, унда яңы объекттар булдырыуҙы ла күҙаллайбыҙ. Уҙған йылдың яҙында дизайн-проект эшләнде һәм тѳҙѳлѳштѳң ҙурайтылған сметаһы тѳҙѳлдѳ. Һыу инеү зонаһынан тыш, кәмәләр туҡтау ѳсѳн ҡоролма, һыуҙағы сығыштар ѳсѳн амфитеатр, ҡотҡарыу зонаһы, инфраструктура объекттары тѳҙѳү ҡаралған. Юлды рәтләү, тротуар һалыу, машиналар ѳсѳн...
“Ҡартайырға ваҡыт юҡ, тиеп…” 13-07-2018, 12:02 / ---

“Ҡартайырға ваҡыт юҡ, тиеп…”

“Әлдә ошо радио бар. Иртәнән кискә тиклем күңелде күтәрә. Ҡайһылай матур йыр. Нимә ти әле? Ғүмер үтә, тиеп көймәгеҙ… Балаларҙы күтәрешеп, оноҡтарҙы үҫтерешеп… Шулай шул, дөрөҫ. Йәшәргә лә әле, йәшәргә”. Ғәлиә апай, шулай йыр тыңлап ултыра торғас, ҡапыл баяғы башлаған бәйләменә күҙ һалды. Бөрйәнгә барғанда туғандары ултырғысҡа тип матур түшәмес бүләк иткәйне. Семәр-биҙәктәре ят ҡына, үҙенсәлекле, ҡатмарлы. Бындай төрҙө тәүгә күреүе. Шуны өйрәнеп маташа. Килеп сыҡмай ҙа ҡуясы. Бөгөн әллә ошо күңелле йыр тәьҫирендә, әллә көндәр арыуланып, ҡояш нурҙары йылыта башлағанға, кинәт кенә теге ят нағыш...
Аҡ сәскәле бәхет сәхрәлә 13-07-2018, 11:53 / ---

Аҡ сәскәле бәхет сәхрәлә

Донъяның шау сәскәгә күмелгән, тәлгәшләнеп хуш еҫле еләктәре бешкән йәнле-йәмле сағында, Бѳтә Рәсәй Ғаилә, мѳхәббәт һәм тоғролоҡ кѳнѳ уңайынан төйәгебеҙҙә йәнә бер ҡат “Аҡ сәскәле бәхет” аталмышлы бай йѳкмәткеле сара үтте. Инйәр район мәҙәниәт йорто тарафынан инде өсөнсө йыл рәттән ойошторолған байрамды халыҡ быйыл да оло түҙемһеҙлек менән көтөп алғандыр, моғайын. Инйәр, Уҫманғәле ауылдарының урта тошонда урынлашҡан гүзәл аҡлан ни аралалыр күңелле ауаздар, дәртле йыр-моң, тәмле еҫтәр менән тулған! Өлкәндәр тамаша көтөп сәхнә тирәһенә ыңғайлаһа, атай-әсәйҙәре етәгендә сырсыу килгән...