Белоретта икеләтә байрам 17-07-2018, 10:36 / ---

Белоретта икеләтә байрам

Үткән шәмбе белореттар ҡаланың тыуған көнөн һәм металлургтарҙың һөнәри байрамын билдәләне. Байрам сараһы иртәнге сәғәттәрҙә Стәрлетамаҡ КПМ-ы янындағы мотодромда башланып китте. Унда мотокросс буйынса Башҡортостан Кубогы этабы үтте. Ярышҡа Ҡаҙағстандан, Силәбе, Ырымбур ѳлкәләренән, Ижевск, Миәс, Бузулук, Новотроицк, Каменск-Уральск ҡалаларынан 120-нән ашыу мотоциклда йѳрѳргә яратыусы йыйылды. Тѳп байрам сараһы Металлургтар майҙанында уҙҙы. Байрамға килеүселәрҙе иң тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов ҡотланы. Ул бай, данлыҡлы тарихы булған Иҙел башының...
«Асы ере - изге ер» 17-07-2018, 10:34 / ---

«Асы ере - изге ер»

тигән йыр менән башланды мәшһүр сәхнә оҫтаһы, башҡорт сәнғәтен ил кимәленә күтәргән, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған ҙур байрам. Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар, Асыла тыуып үҫеп, хәҙер инде сит яҡтарға таралышҡан барса ауылдаштар йыйылды. Улар араһында башҡорт сәхнәһе алиһәһе, данлыҡлы яҡташыбыҙ Гѳлли Арыҫлан ҡыҙы Мѳбәрәкованың да булыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Арыҫлан Ҡотләхмәт улының бюсына сәскәләр бәйләме һалыу, күренекле сәнғәт әһеленең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән музей буйлап экскурсия ойошторолдо. Һәләтле рәссам Минсур Иҡсановтың...
Тамыры ныҡ ағас ҡоромай 17-07-2018, 10:33 / ---

Тамыры ныҡ ағас ҡоромай

Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне ѳйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленеп, ырыу байрамдары үткәреү йышая барыуы ҡыуаныслы. Халыҡтың “Тамыры ныҡ ағас ҡоромай” тигән мәҡәлендәгеләй, үҙенең ете быуынын ғына түгел, тарихын белмәгән ғаиләнең киләсәге лә юҡлығын күптәр аңлай, ахырыһы. Ҡаҙыш ауылында матур байрамдарҙың береһе - Әғзәмовтарҙың шәжәрә байрамы үтте. Унда ырыу ағасының “үҙәге” булған Ғилметдин Әғзәм улы Әғзәмовтан башланып киткән нәҫел вәкилдәре йыйылды. Бала-саға тауышынан яңғырап торған майҙан байрам тѳҫѳ алған. “Шәжәрә”гә ағылыусылар ҡосаҡлашып, ҡул бирешеп күрешкәндә йѳҙҙәрендә осрашыу шатлығы күренеп...