Балалар заманса бинала белем аласаҡ 10-07-2018, 11:16 / ---

Балалар заманса бинала белем аласаҡ

Элекке 25-се лицейға күскән 17-се гимназия коллективы быйылғы уҡыу йылын яңы бинала ҡаршыларға әҙерләнә. Әлеге ваҡытта гимназияға бирелгән был бинала капиталь ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша. Реконструкция яһау һәм яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн гимназияға республика бюджетынан 80 млн. һум самаһы аҡса бүленгәйне. Төп корпуста барған ремонт эштәре тамамланған тиергә лә була. Ҡайһы бер йыһаздар урынлаштырылған да инде. Әлеге ваҡытта бинаны йыйыштырып, таҙартырға, ҡалған мебелде урынлаштырырға ғына ҡалған, ә подряд ойошмаһының төп көсө өҫтәлмә ҡоролмаларҙағы эштәрҙе тамамлауға йүнәлтелгән. ...
Тѳҙѳк юлдар - ҡала йәме 10-07-2018, 11:14 / ---

Тѳҙѳк юлдар - ҡала йәме

Һуңғы йылдарҙа, юлдарға капиталь ремонт программаһы ғәмәлгә ашырылыу сәбәпле, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ғына ремонтлау эштәре күпкә кәмене. Күп осраҡта асфальттың емерелгән ѳлѳшѳ ҡырҡып алынып эшкәртелә һәм яңы асфальт менән юл тигеҙләнә. Ремонттан ҡалған материал башҡа ерҙәге соҡорҙарҙы һәм уйымдарҙы тигеҙләү ѳсѳн ҡулланыла. Әлеге кѳндә ремонт эштәре Ломовка ауылында дауам итһә, сиратта Мата аръяғы районының Пушкин, Серебренников, Чапаев һәм Артамонов урамдарындағы юлдар тора. Яңы һәм 2-се Станция урамдарына таш түшәлде. Октябрҙең 50 йыллығы һәм Ғафури урамдарында юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе...
Матур ғаилә - ауыл киләсәге 10-07-2018, 11:12 / ---

Матур ғаилә - ауыл киләсәге

Тырыш, эшсән ғаиләләр күбәйгән һайын, ауылыбыҙ ҙа матурланғандан-матурлана, тѳҙѳкләнә бара. Ауылыбыҙҙағы тырыш ғаиләләрҙең береһе - Катя менән Данис Рәхмәтуллиндар тураһында мәҡәләм. Хѳкүмәт ҡарары менән ер бүлеп бирелгәс, Рәхмәтуллиндар ең һыҙғанып эшкә тотондо һәм ауылда тәүгеләрҙән булып, иркен, заманса йорт һалып инеүгә ѳлгәште. Күптәргә ѳлгѳ булып торған матур ғаилә гѳрләтеп донъя кѳтә бѳгѳн. Аҙбар тулы мал - йылҡы, һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр аҫрай, йыл һайын ҡаҙ йә күркә алып үҫтереү ҙә улар ѳсѳн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ғаилә башлығы Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының алдынғы...
Миҙалға тап төшөрмәй 10-07-2018, 10:59 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Миҙалға тап төшөрмәй

Республикала Ғаилә йылына арналған сираттағы мәҙәни сараны Нура китапханаһы китапханасыһы Фәниә Ғиззәтуллина үткәрҙе. Кисәгә быйыл “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған әсәләр - Айһылыу Ғилман ҡыҙы Ротовская һәм Әлиә Минәхәт ҡыҙы Ершовалар саҡырылды. Айһылыу Ротовская Нура ауылында почтальон булып эшләй. Уңған хужабикә гөрләтеп донъяһын да ҡарарға өлгөрә. Әлбиттә, уға уң ҡулдары - балалары һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Итәғәтле, тырыш, ярҙамсыл балалар үҫтерә Ротовскийҙар. Оло ҡыҙҙары Аделина ауылда үткәрелгән бер концерттан ситтә ҡалмай, ул матур бейей. Улдары Владик драма түңәрәгендә...
Изге теләк - бәхеткә юл 6-07-2018, 14:33 / ---

Изге теләк - бәхеткә юл

Ауылда туй гөрләй. Әле төҙөлөп тә бөтмәгән, ҡыйығы ғына ябылған йортта ҡунаҡтар бейеп-йырлап күңел аса, йәштәргә теләктәр теләй. - Ғаилә усағығыҙ дөрләп торһон, берҙәм көс менән төҙөлөп бөтәсәк йортоғоҙҙоң һәр тәҙрәһенән балалар ҡараһын, уларҙың шат тауышынан яңғырап торһон, - тип теләк теләй бер ҡунаҡ. Был матур теләктәргә лә хәҙер 11 йыл үтеп киткән. Ҡунаҡтың да теләге ҡабул булған. Ысынлап та, ғаилә башлығының - атайҙарының эштән ҡайтыуын ҙур йорттоң өс тәҙрәһенән өс ғәзизе түҙемһеҙләнеп көтөп тора хәҙер. Аҙналыла йәшәгән Земфира һәм Зәки Мөхәмәтйәновтар - ауылда үҙ нигеҙен ҡороп,...
Хаҡтар арта, тарифтар үҙгәрә 6-07-2018, 14:32 / ---

Хаҡтар арта, тарифтар үҙгәрә

1 июлдән илдә коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн тарифтарға хаҡтар артты. Ә инде 1 октябрҙән иһә белореттарҙы йылылыҡ энергиһын файҙаланыу тарифтарында ла үҙгәрештәр көтә. Белореттар тарифтарҙың күтәрелеүен түләү квитанцияларында күрәсәк. Беҙҙә һыу, газ, йылылыҡ ѳсѳн уртаса үҙгәреш 4 проценттан артмаясаҡ. Электр уты менән тәьмин итеүгә генә хаҡ күберәк, 4,8 процент тәшкил итәсәк. Быға тиклем йылылыҡ энергияһына тариф 1 807 һум булһа, 1 июлдән ул 1 879 һумға тиклем артты. Был һандар дѳйѳм республика күрһәткесенән юғары түгел. Бынан тыш, хәҙер ҡала халҡы йылылыҡ менән файҙаланған осор ѳсѳн генә,...
Егәҙе яңырыу кисерә 6-07-2018, 14:31 / ---

Егәҙе яңырыу кисерә

130 йыл. Был әҙ ҙә, күп тә һымаҡ. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаған да, кемдәр генә килеп китмәгән бында. Ни генә булмаһын, Егәҙе һәр саҡ райондың иң алдынғы, иң әүҙем ауылдарының береһе булып ҡала. Иң мөһиме - башҡорттарҙың, урыҫтарҙың һәм башҡа милләт кешеләренең берҙәм һәм татыу йәшәүе. Тарихҡа килгәндә, Егәҙе йылғаһы янында 1888 йылда кирбес етештереү заводы төҙөүҙән башланып китә. Барлыҡҡа килгән ауылды Егәҙе заводы тип йөрөтә башлайҙар. Завод эшселәре өсөн йорттар, контора төҙөлә. 1893 йылда тирә-яҡтан халыҡ яңы төҙөлгән заводҡа ағыла башлай. 250 ихатала 1 100 кеше...
Отҡор ҙа,  уңған да үҙҙәре! 6-07-2018, 14:29 / ---

Отҡор ҙа, уңған да үҙҙәре!

...Уларҙа ғаләмдең бар изгелеге, аҡылы, йомартлығы тупланғандай. Ана бит, йѳҙҙәрендәге һәр һыр-йыйырсыҡтан - нур, тыйнаҡ ҡына кеткелдәүҙәренән күңелгә йылы тарала... Әзекәй ауыл китапханаһында Ғаилә йылы уңайынан ойошторолған “Алтын тирмә” уйынына йыйылған аллы-гѳллѳ кейемле ҡупшы ѳләсәйҙәргә - Мәүлидә Усманова, Сәкинә Таһирова, Рабиға Сәғәҙәтова, Сәғиҙә Мѳлѳкова, Таңһылыу Басариева, Ғәлиә Шәрәфетдинова, Сания Сәғәҙәтова, Сара Баймѳхәмәтоваға ҡарап, һоҡланмау мѳмкин түгел ине....
Юлдар ярып, алға бара “Ҡуңыр буға” 6-07-2018, 14:26 / ---

Юлдар ярып, алға бара “Ҡуңыр буға”

Илдә иҡтисади кѳрсѳк барған осорҙа тѳрлѳ ойошма, клуб, мәктәптәрҙе ябыу, оптималләштереү шауҡымы әҙәбиәткә лә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалманы. Ошондай ҡатмарлы осорҙа Урал һәм Урал аръяғы ижадсыларын берләштергән ирекле ойошма тѳҙѳү талабы килеп баҫа һәм 2013 йылдың 30 майында Урал аръяғы ижади көстәренең "Ҡуңыр буға" берләшмәһе" төбәк йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалына. Ошо кѳндәрҙә Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда ижади кѳстәрҙе туплау, йәш кѳстәрҙе, бигерәк тә балаларҙы әҙәбиәткә ылыҡтырыу маҡсатынан ойошторолған ойошма үҙенең 5 йыллыҡ юбилейын туйланы....
Күҙгә күренеп матурая 6-07-2018, 14:25 / ---

Күҙгә күренеп матурая

Былтыр беҙҙең ҡала бер юлы ике - «Бәләкәй ҡалалар паркы» һәм «Ҡала мөхите» проекттарында ҡатнашҡайны. Һуңғы проектҡа ярашлы, Ленин урамындағы скверҙа һәм йорт алды территорияларында ремонт башҡарылды. Бының буйынса 41 күп фатирлы йорт ингән 22 йортҡа капиталь ремонт яһалды. Федераль проект быйыл да тормошҡа ашырыласаҡ, һөҙөмтәлә 34 йорт алды төҙөкләндереләсәк. Әлеге ваҡытта ҡыҙыу төҙөкләндереү эштәре бара. Тулы ҡеүәткә асфальттар түшәлә, күп фатирлы йорттар һәм улар янындағы территориялар ремонтлана. Быйылғы эш күләме былтырғынан тағы ла күберәк булыуын айырым билдәләп үтеү кәрәк. Үткән...