Көндәрең үтһә эшле, бәхетең килер ишле 3-08-2018, 11:18 / ---

Көндәрең үтһә эшле, бәхетең килер ишле

Кәртәле Запаненән Людмила һәм Вәсләм Ғәлимовтар, ҡыҙҙары Альбина менән кейәүҙәре Михаил Кидрачевтар күпләп һыйыр, йылҡы һәм һарыҡ аҫрап, район халҡын сифатлы һөт ризыҡтары, ҡымыҙ менән ҡыуандыра. Людмила Шәрибйән ҡыҙы, Вәсләм Мәғәсүм улы Ғәлимовтар 15 йыл элек үҙ эшен булдырһа, ҡыҙҙары Альбинаның крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороуға ике йыл ғына әле. Ғәлимовтар менән яҡындан танышыу теләге күптән бар ине. Ниһайәт, форсаты ла сыҡты. Быйылғы район һабантуйында А.Ғәлимованың крәҫтиән-фермер хужалығы һауынсыһы Людмила Шәрибйән ҡыҙы “Хеҙмәт алдынғыһы” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ Ғәлимовтарҙың...
Хәстәрлекле хужаның “тимер аты” һынатмаҫ 3-08-2018, 11:13 / ---

Хәстәрлекле хужаның “тимер аты” һынатмаҫ

Йәйҙең уттай ҡыҙыу мәле етеп, ялан-ҡырҙарҙа эштәр гѳрләү менән, Республика Хѳкүмәтенең 2018 йылдың 29 июнендәге 597-р һанлы бойороғона ярашлы, тѳбәктә йәнә “Трактор” профилактик операцияһы старт алды. Үҙйѳрѳшлѳ машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу процесында ҡағиҙә боҙоуҙы иҫкәртеү ѳсѳн уҙғарылған айлыҡ быйыл 16 июлдән башланды һәм 17 авгусҡа саҡлы дауам итәсәк. Мал аҙығын әҙерләүҙә, ер эштәрендә, йѳк ташыуҙа һәм башҡа хеҙмәттә айырыуса ауыл халҡы күҙ тѳбәп торған был тѳр техника бѳгѳнгѳ кѳндә һәр шәхси хужалыҡта тиерлек ҡулланыла. Әлбиттә, уны файҙаланыуҙың да үҙ тәртибе,...
3-08-2018, 11:12 / ---

"LADA" - сифат билдәһе

“LADA” дилер үҙәге Белорет-Өфө трассаһы буйлап ҡаланан сығыу менән әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҡыҙғылт һары һәм һоро төҫтәргә өҫтөнлөк биргән, яңы автомобилдәр рәтенең күплеге менән автосалон һатып алыусыларҙы үҙенә саҡырып торғандай. Заман талаптарына тулыһынса тап килгән, фирма стиле, уңайлылыҡ һәм юғары хеҙмәтләндереү сифаты булған Белореттағы “LADA” дилер үҙәге Башҡортостан Республикаһында тәүгеләрҙән һанала. Дилер үҙәге ҡалабыҙҙа ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, күптән инде үҙ клиенттарын тапҡан. 2009 йылдан "АВТОЛИГА" компанияһы "АВТОВАЗ" менән партнерлыҡ итә. Ошо көндәрҙә автосалон...
Үткәлгә ҡыҙҙар ҡайтты 3-08-2018, 11:11 / ---

Үткәлгә ҡыҙҙар ҡайтты

Бала саҡтан һәр әсә ҡыҙ балаһын: "Ҡыҙым, ҡыҙым ҡыҙ кеше, Ҡыҙыма килер йөҙ кеше, Йөҙ кешенең араһынан Алып китер бер кеше", - тип һамаҡлап үҫтерә, унан үҫеп етеп кейәүгә биргәс, "Барған ереңдә таштай бат", тип әйтә торған. Килен булып төшкән еренә ерегеп китә, донья көтә. Атай нигеҙенә тик ҡунаҡҡа ғына ҡайтыр була. Ә инде атайәсәй баҡыйлыҡҡа күсһә, йә иһә көтөр кешең булмаһа инде, тыуған йортҡа юлдар һыуына.... Беҙҙең һәр кемебеҙ тәүләп тәпәй баҫҡан тыуған ерен, тыуған йортон һәр саҡ һағыныуҙар аша иҫкә алалыр. Тыуған нигеҙ һәр кемде әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ҡыҙ баланы яҙмыш ҡайһы...