Өфөлә режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе 9-09-2018, 21:44 / ---

Өфөлә режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе

«Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау көнөндә үҙебеҙҙең участкала — Өфөләге 21-се лицейҙа тауыш бирҙек. Беҙҙә ғаилә менән һайлауға барыу яҡшы йолаға әүерелде. Участкаға инеү менән шунда уҡ башҡорт телендәге бюллетендәр тәҡдим иттеләр», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер. Тәүге тапҡыр һайлауҙа КОИБ-тар эшләне, тип билдәләне Булат Йосопов. «Яңы саҡырылыш депутаттары Башҡортостаныбыҙ үҫешһен һәм сәскә атһын өсөн лайыҡлы хеҙмәт итерҙәр тип өмөтләнәм», — тип өҫтәне Булат Йосопов. Әлеге ваҡытта режиссер «Беренсе Республика» тарихи...
Башҡортостанда Ҡоролтайға һайлауҙа тауыш биреү тамамланды 9-09-2018, 20:58 / ---

Башҡортостанда Ҡоролтайға һайлауҙа тауыш биреү тамамланды

Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды. Һайлау участкалары ябылды. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә — йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. 147 мандат алмаштырылды. Киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе. 25 690 кеше йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеген файҙаланды. Тауыш биреү өсөн исемлеккә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелде. 2018 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә тап шунса кеше һайлау хоҡуғына эйә ине. Төбәк...
Өйҙән тауыш биреүселәр күп 9-09-2018, 19:52 / ---

Өйҙән тауыш биреүселәр күп

Г.И.Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының Белореттағы филиалы бинаһындағы 1284-се һайлау участкаһында тѳшкѳ сәғәт ѳскә 25 процент һайлаусы үҙ тауышын бирҙе. Был участкала бѳтәһе 2500 һайлаусы теркәлгән. Быйыл һайларға тейеш йәш һайлаусылар һаны 20. 50-нән ашыу кеше үҙ кандидатына ѳйҙән тауыш бирергә теләгән. Сәғәт 3-кә тиклем уларҙың барыһы ла тиерлек үҙ бурысын үтәгән. Участкалағы КОИБ-тар тѳҙѳк һәм тейешле режимда эшләй. Һайлау барышын ике күҙәтеүсе - “Берҙәм Рәсәй” партияһынан - Р.Ш. Яҡупова һәм Коммунистар партияһынан Р. Ф. Әхмәтйәнов күҙәтә. Р.Ф. Әхмәтйәнов: - Әлегә...
Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе 9-09-2018, 19:46 / ---

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе. Был турала Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы урынбаҫары Марат Ғәҙилов хәбәр итте. 25690 кеше йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеген файҙаланды. Үҙәк һайлау комиссияһында белдереүҙәренсә, Бөрйән, Ейәнсура, Салауат райондары әүҙемлек күрһәтте....
“Заман үҙгәрештәр талап итә” 9-09-2018, 19:36 / Сәйәсәт

“Заман үҙгәрештәр талап итә”

1311-се Боғанаҡ һайлау участкаһында иртәнге сәғәттәрҙән үк йәнлелек хөкөм һөрә. Көҙгө сыуаҡ көн, ауыл мәҙәниәт йортонан яңғыраған дәртле йыр-моң, байрамса кейенгән ауыл халҡы һайлау көнөн уғата йәмләндереп, кәйефтәрҙе бермә-бер күтәреп ебәрә... - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау көнө бик әүҙем бара. Кешеләрҙең күңеле күтәренке, кәйефе көр, бер ниндәй ризаһыҙлыҡ билдәләре тойолмай. Буғанаҡ һайлау участкаһында йәмғеһе 582 кеше теркәлгән, төш ауғансы шуларҙың 260-ы үҙ тауышын бирҙе лә инде. 30 кеше, ғариза яҙып, өйҙә һайлау хоҡуғын...
Һайлауға ла барҙылар, сәләмәтлектәрен дә тикшерҙеләр 9-09-2018, 19:28 / ---

Һайлауға ла барҙылар, сәләмәтлектәрен дә тикшерҙеләр

1282-се һайлау участкаһының комиссия рәйесе Владимир Дахтин: "Һайлауға халыҡ әүҙем килә. Муниципаль райондың мәғариф идаралығында урынлашҡан һайлау участкаһында 2185 һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың 102-һе үҙ йорттарында һайлаясаҡ. 18 йәше тулып, тәүге тапҡыр һайлауға килеүсе йәштәребеҙ бар. 19 тәүге тапҡыр һайлаусының 3-әүһе әлеге ваҡытҡа һайлаған да инде. Улар артабан да дәррәү булыр тигән ышаныстабыҙ. Участкала беренсе тапҡыр һайлауға килеүселәргә БР Үҙәк һайлау комиссияһының Ҡотлау хаты, Конституция, блокнот әҙерләнек", - тине. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙәрҙә 655 һайлаусы граждандын бурысын үтәһә,...
Һайланыҡ та, йырланыҡ та! 9-09-2018, 18:52 / Сәйәсәт

Һайланыҡ та, йырланыҡ та!

Ҡала халҡы музыка мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһында үҙенең гражданлыҡ бурысын әүҙем үтәй. Улар үҙҙәре теләгән кандидатҡа тауыш биреү ѳсѳн иртәнге сәғәт 8-гә үк йыйыла башланы. Тѳшкѳ сәғәт икегә иһә 40 процент, йәғни 980 һайлаусы үҙ тауышын бирҙе лә инде. Участкала бѳтәһе 2350 һайлаусы йәшәй, шуларҙың һигеҙе быйыл тәү башлап тауыш бирә. Уларға актив гражданлыҡ позицияһы ѳсѳн Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде....
Сосновкалар тауыш бирә 9-09-2018, 18:36 / ---

Сосновкалар тауыш бирә

Сосновка ауылы клубында урынлашҡан 1340-сы һайлау участкаһында сәғәт 10-дан һуң 88 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән ине. Участка рәйесе Фәриҙә Фәрит ҡыҙы Ивашкина әйтеүенсә, һайлау тыныс бара, тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәгән. Мәктәптә “Көҙгө йәрминкә” байрамы барғанлыҡтан, халыҡтың күп өлөшө унда, сәғәт 11-ҙән һуң кешенең күпләп ағылырын көтәләр. Был участкала Урал Сабирйән улы Аҡкучуковтың - 2, Илшат Нәүҙәт улы Исмәғилевтең - 1, «Берҙәм Рәсәй» партияһының - 2 һәм Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр бар....
Һайлаусылар тәм-том алып ҡыуанды 9-09-2018, 18:03 / Сәйәсәт

Һайлаусылар тәм-том алып ҡыуанды

Белорет ҡала тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы бинаһындағы 1286-сы һайлау участкаһына халыҡ иртәнге һигеҙҙән үк тауыш бирергә ашыҡты. - Һайлау тыныс һәм эшлекле мѳхиттә бара, тәртип боҙоусылар юҡ, - тип комментарий бирҙе һайлау участкаһы рәйесе Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова. Шулай уҡ был көндө ҡалала урынлашҡан бөтә мәктәптәрҙә лә көҙгө йәрминкәләр ойошторолдо. Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы алдындағы майҙанда Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ойошторған йәрминкә һайлауға биҙәк булып, халыҡҡа байрам кәйефе өҫтәне. Балалар ата-әсәләре ярҙамы менән әҙерләнгән тѳрлѳ...
Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 30% тауыш бирҙе 9-09-2018, 16:55 / Сәйәсәт

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 30% тауыш бирҙе

Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 29,87% тауыш бирҙе. Был хаҡта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр иттеләр. Һәр ваҡыттағыса ауыл ерендә әүҙемлек юғары - 38,96%. Ҡала округтары буйынса был һан түбәнерәк - 23,35%. Башҡортостандың баш ҡалаһында сәғәт 3-кә исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 16,27% тауыш бирҙе. Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау бара. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы - бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана. 9 сентябрҙә...