Балаларҙа - киләсәк 10-09-2018, 12:38 / ---

Балаларҙа - киләсәк

Яңы уҡыу йылын инйәрҙәр икеләтә ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Тәүге һөйөнөс яңы биҫтәлә балалар майҙансығы асылыуға, икенсеһе 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлауға бәйле. Һауа шарҙары, сағыу стена гәзите менән биҙәлгән, тәм-томло өҫтәлдәр теҙелгән балалар майҙансығы Инйәр ауылына килеп инеү ыңғайы әллә ҡайҙан уҡ йәйғор төҫтәре менән күҙгә салына. Балаларҙың шат ауаздары, бәхетле йөҙҙәре, әсәй-атайҙарҙың, өләсәйҙәрҙең үтә ҡәнәғәт йылмайыуы был ваҡиғаның ни ҡәҙәрем көтөп алынғанлығы, мөһимлеге тураһында һөйләй. Ғәйнетдиновтарҙың, Бәхтийәровтарҙың, Мораҙымовтарҙың, Чарыевтарҙың,...
Ауыл ѳсѳн - бергәләп 10-09-2018, 12:36 / ---

Ауыл ѳсѳн - бергәләп

Ауылды маҡта ла, ҡалала тор, тиһәләр ҙә бѳгѳн ауыл тормошоноң күптәрҙе кѳнләштерерҙәй әллә күпме ыңғай яҡтарын миҫалға килтерергә була. Тик ауылда сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн дә ете ҡат тиреңде сығарып, әллә күпме тупһаларҙы тапап, бихисап проблемаларҙы уртаҡ хәл итеп йәшәй белергә кәрәк. Был йәһәттән бигерәк тә ауыл хакимиәте башлыҡтарына әүҙемлек күрһәтергә, тѳрлѳ юлдар табырға, заман менән бергә атларға тура килә. Шуға күрә лә, йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу, ауыл халҡы араһында берҙәмлек булдырыу, эш урындары асыу бѳгѳнгѳ үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенең тѳп бурыстарының береһе итеп алынған...
Татыу ғаиләләр тормошто биҙәй 10-09-2018, 12:35 / ---

Татыу ғаиләләр тормошто биҙәй

Өләсәйемдең «Бабай куда - әбей туда» тигәне хәтеремдә. Тағы: «Ир менән ҡатын бар эште лә бергә башҡарырға, бербереһенә ярҙам итергә тейеш», - тип әйтә торғайны. Рысыҡай ауылынан Лилиә һәм Рәил ӘФЛӘТУНОВТАР тап шулай бар эште лә бергә атҡарып, тырышып төҙөгән йорттарында бәхетле балалар үҫтереп, бербереһенә терәк булып, ярты һүҙҙән аңлашып, тормоштан йәм табып йәшәгән парҙарҙың береһе. Был татыу, эшһөйәр ғаиләнең емеш ағастары уратып алған, сәскәләргә күмелгән, һәр нәмә урынында торған йыйнаҡ, төрлө техника, мал, ҡош-ҡорт менән тулған ихатаһы күптәргә үрнәк булырлыҡ. Өйҙәренә ингәс тә,...
«Белорецкий рабочий»ға - 90! 10-09-2018, 12:34 / ---

«Белорецкий рабочий»ға - 90!

Бѳгѳн гәзитжурналдарҙың баһаһы, уларҙың заманға ярашлы әһәмиәте тураһында йәмғиәттә күп һүҙ алып барыла. Кемдер әле лә ташҡа баҫылғандың һәр һүҙен йотлоғоп уҡып, оҙаҡ йылдар шул баҫманың дуҫы булып ҡала, икенсе берәүҙәре иһә ҡағыҙ баҫмаларҙың кѳнѳ сикле тип, Интернет селтәренә ѳҫтѳнлѳк бирә. Тик нимә генә тиһәләр ҙә, бѳгѳн дә күптәрҙең үҙе генә яратып уҡыған ниндәйҙер гәзитжурналы бар. Нәҡ ошондай дуҫтары, уҡыусылары арҡаһында баҫмалар йәшәй, халыҡҡа хеҙмәт итә лә инде. Ошо кѳндәрҙә «Белорецкий рабочий» гәзите лә үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Абруйлы баҫманы ҡотларға тѳрлѳ ѳлкә...
Селфимания йәки Уйындан - уймаk... 10-09-2018, 12:32 / ---

Селфимания йәки Уйындан - уймаk...

Май аҙағында ҡала уртаһындағы янғын ҡалансаһынан 20 йәшлек егеттең селфи эшләйем тип, ҡолап һәләк булыуы бар тѳбәк халҡын тетрәндергәйне. Тәү ҡарамаҡҡа зыянһыҙ ғына күренгән фото тѳшѳүҙең бындай аңһыҙ үлемгә килтереүе, әлбиттә, башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Йәштәрҙең генә түгел, хатта оло быуын вәкилдәренең дә селфи тѳшѳү менән үтә мауығыуы, бѳтәһен “шаҡ ҡатырырлыҡ” фотоһүрәт ѳсѳн ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы ла һағайта. Мәҫәлән, йәй баштарында Нѳгѳш һыуһаҡлағысында Силәбе ѳлкәһенән килгән туристик тѳркѳмдәге 64 йәшлек ирҙең дә ғәҙәти булмаған селфи артынан ҡая ташҡа менеүе бик аяныслы...
«Һайлауҙар ғәҙел, ғәҙәти, тыныс шарттарҙа уҙҙы» 10-09-2018, 09:17 / Сәйәсәт

«Һайлауҙар ғәҙел, ғәҙәти, тыныс шарттарҙа уҙҙы»

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында төбәктәр менән Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары буйынса селектор кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы, Партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау тураһында һөйләгәндә, партия Рәйесе уның етди һәм конкурентлы үтеүен билдәләне. - Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса фекер йөрөткәндә, һөҙәмтәләр бик яҡшы, лайыҡлы, - тине Дмитрий Медведев. - Шуға күрә һеҙҙе һайлау кампанияһын уҙғарыу менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем....