10 фактов о должниках Республики Башкортостан по имущественным налогам 14-09-2018, 16:37 / ---

10 фактов о должниках Республики Башкортостан по имущественным налогам

[/b] [b]1. Налоговая дисциплина населения республики [/b] По состоянию на 1 июля 2018 более 900 тысяч граждан Республики Башкортостан имеют задолженность по имущественным налогам. На сегодняшний день задолженность по имущественным налогам физических лиц свыше 10 тыс. рублей имеют более 35 тысяч граждан в общей сумме 1218 млн рублей. Общая сумма долга составляет 2 млрд 116 млн рублей, из которой на транспортный налог приходится 1 млрд 370 млн рублей, земельный налог - 401 млн рублей и налог на имущество физических лиц - 345 млн рублей. За I полугодие текущего года долг граждан перед бюджетом...
Йәшел ҡалҡаныбыҙ улар ҡулында 14-09-2018, 10:05 / ---

Йәшел ҡалҡаныбыҙ улар ҡулында

- Матур ҙа инде тыуған яғым тәбиғәте, мөһабәт Елмерҙәк, Олоғор һырттары, Бәштин тауы, һыуы тешкә үтерлек һалҡын да, тәмле лә йылғашишмәләре үҙенә тартып торғандай. Урман-тауҙарында әллә күпме йөрөһәң дә, күңел барыбер шул яҡтарға тартыла. Исхаҡ олатайым да бит һуғышҡа тиклем урмансы булып эшләгән. Ул да мин үткән һуҡмаҡтарҙан йөрөгәндер, шишмәләрҙең һыуын эскәндер. Әгәр ҙә яу яланында башын һалмаһа, оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итер ине әле, - тигән уйҙар менән сираттағы хеҙмәт көнөн тултырып ҡайтты “Әүжән урмансылығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына ҡараған Егәҙе бүлексәһе урмансыһы Марат Яҡуб улы...
Аҡса сарыф итмәйенсә матур булыу мѳмкинме? 14-09-2018, 10:04 / ---

Аҡса сарыф итмәйенсә матур булыу мѳмкинме?

Матурлыҡ индустрияһы йылдам сәскә атҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ир-егеттәрҙе лә үҙ ҡанун-ҡағиҙәләре буйынса йәшәргә мәжбүр итеп, хатта ки ҡол халәтенә дусар ҡылған заманда тәбиғи гүзәллек, самимилыҡ ҡайҙалыр үткәндәрҙә тороп ҡалған төҫлө. Һынһыпатыңды күркәмерәк, килбәтлерәк итергә, ҡартайыу процесын кирегә борорға, һәр төрлө кәмселектәрҙән тиҙ арала арындырырға вәғәҙәләгән матурлыҡ үҙәктәре, бәләкәй ҡалаларҙа ла аҙым һайын тиерлек урынлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ салондар, кибет кәштәләрендә күҙҙе ҡыҙҙырып йылтырашҡан һәр төрлө косметик саралар булғанда, тәбиғилек тураһында һүҙ булыуы, төрлө...
Туғандарҙың мәңгелек йортон тәрбиәләү - изге бурыс 14-09-2018, 10:01 / ---

Туғандарҙың мәңгелек йортон тәрбиәләү - изге бурыс

Сермән ауылында һуңғы йылдарҙа күҙгә күренерлек, күңелдәрҙе ҡыуандырырлыҡ ғәмәлдәр атҡарылды. Йыл башында етәкселек халыҡ менән йыйылыш үткәргәндә ауыл кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәреп сыҡҡайны. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе - ауыл уртаһында урынлашҡан зыяратты кәртәләү бурысы ҡуйылды. Ауыл активы сермәндәрҙе борсоған мәсьәлә менән муниципаль район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараны. “Бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ” тигән яуаптан һуң, ауыл халҡы зыяратты үҙ көсө менән кәртәләргә хәл итте. Әруахтарға хөрмәт бөтһә, тереләргә лә һан ҡалмай, тигән боронғолар. Ошо әйтемде иҫтә...
Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдар 14-09-2018, 09:58 / ---

Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдар

Һәр кешенең күңеленә ятҡан эше бар. Яратҡан шѳғѳлѳңдѳң килем сығанағы булып тороуы ла үҙе бер бәхеттер, моғайын. Уңған, тырыш, маҡсатҡа ынтылған йәштәребеҙҙең береһе - Зилә ӘҠСӘНОВА тап шундай сифатҡа эйә лә инде. Зилә Рауил ҡыҙы Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетының «Сервис һәм туризм» бүлегенә уҡырға инә. Тап шул осорҙа парикмахер курсын тамамлай һәм «Я» салонына һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Дүрт йыл эшләү дауамында белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай, йәнә лә «Һатыу буйынса менеджер», «Эш башҡарыусы» курстарын тамамлай. Бөгөнгө көндә...