Экологияла үҙгәрештәр

Ҡалала экология өлкәһендәге закон проекттарындағы үҙгәрештәр менән таныштырыу өсөн өйрәтеү семинары уҙҙы. Унда район һәм ҡаланың төрлө милектәге предприятие, ойошма һәм прокуратура вәкилдәре, Иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының сығарылыш студенттары, юристар ҡатнашты.
Закондарҙың йыш үҙгәреп тороуына хәҙер барыһы ла өйрәнеп бөттө. Экология өлкәһендә лә бындай үҙгәрештәр йыш була, ә инде һуңғы ике-өс йылда улар айырыуса күбәйҙе. Иҡтисад, социаль өлкәләргә туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, бындағы үҙгәрештәрҙе белеү предприятие һәм ойошма етәкселәренә, эшҡыуарҙарға ла мөһим һанала.
Эльза Мөхәмәҙиеваның материалын “Урал” гәзитенең 25-се һанында (28.03.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий