Егәҙеләр саңғыла уҙышты

Егәҙеләр саңғыла уҙышты
Сағыу март кѳнѳндә Егәҙе ауылында Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дмитриевич Наумкин иҫтәлегенә һәм ҡышҡы миҙгелде ябыуға арналған саңғы ярышы үтте. Сарала 7 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге саңғы һѳйѳүселәр ҡатнашты.
- 14 йәш һәм унан оло йәштәгеләр ѳс саҡрымға йүгерҙе. Үҫмерҙәр араһында Арслан Ғилманов - I, Ғәлим Ғилманов һәм Ильяс Сәғәҙәтов - II, Айгиз Фәйзуллин III урын алды. Ҡыҙҙар иһә ике саҡрымға йүгерҙе. Үҫмер ҡыҙҙар араһында Ләйсән Янибаева иң етеҙе булып сыҡты, Вероника Серегина икенсе булып финиш һыҙығын үтте, Лилиә Ирғәлина III урынға сыҡты.
14 йәшкә тиклемге малайҙар 1,5 саҡрымға үҙҙәрен һынап ҡараны. Дим Ғилманов яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтеп, I урын яуланы. II-III урындарҙы Радмир Зарипов менән Рәмис Лукманов бүлеште. Ҡыҙҙар араһында иһә Алсыу Ғиниәтуллина беренсе булып финишҡа килһә, II урынды Илүзә Сәғәҙәтова алды.
Ярышта ололар ҙа әүҙем ҡатнашты. Улар “Еңеү мѳһим түгел, ҡатнашыу мѳһим” тигән девиз аҫтында сығыш яһаны. Ѳс саҡрымға уҙышыусылар араһында Радик Яныбаев иң кѳслѳ саңғысы булды, II урынды - Айгиз Фәйзуллин, III урынды Раян Сәғәҙәтов яула- ны. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә ике саҡрымға ярышты. Улар араһында Галина Сафонова I урын яуланы, II урынға Гѳлсирә Һиҙиәтова сыҡты, Зѳлфирә Самараковская III урын алды.
Рәмилә Мусинаның материалын “Урал” гәзитенең 25-се һанында (28.03.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий