Уҡыусылар һөнәр һайлай

Уҡыусылар һөнәр һайлай
Белорет медицина колледжында Асыҡ ишектәр кѳнѳ үтте.
Унда Белорет район-ҡалаһынан, Учалы, Магнитогорск ҡалаларынан 120 абитуриент ҡатнашты. Медицина колледжы директоры Азат Хамматов уҡыу йорто менән таныштырһа, уҡытыу эше буйынса бүлек мөдире Алексей Оглобличев уҡыу процесы тураһында һѳйләп үтте. Үҙәк район клиник дауаханаһының баш медсестраһы Людмила Козлова медицина колледжын тамам- лаусыларҙың киләсәктә ҡайҙа эшкә урынлаша алыуы тураһында әйтеп китте. Ҡабул итеү комиссияһы секретары Людмила Кваснина уҡыуға ҡабул итеү шарттары менән таныштырҙы.
Рәмилә Мусинаның материалын “Урал” гәзитенең 25-се һанында (28.03.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий