Ҡумыҙ моңдарына ялғаналыр, һауалағы бөркөт саңҡыуы

Ҡумыҙ моңдарына ялғаналыр, һауалағы бөркөт саңҡыуы
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында башҡорттоң милли ҡоралы - ҡумыҙҙың бәҫен күтәреү, пропагандалау, үҫтереү маҡсатында тәүге тапҡыр “Ауаз” ҡумыҙ- сылар һәм өзләүселәр район конкурсы үтте.
Күп тармаҡлы ауыл клубы, Инйәр район мәҙәниәт йорто, район мәҙәниәт идаралығы ойошторған бәйгенең бәрәкәтле Шығай ерендә үткәрелеүе лә осраҡлы түгел. Борон-борондан Шығай үҙенең ҡурайсылары менән генә түгел, ә ҡумыҙсылары менән дә дан тотҡан ауыл. Тотош ғаилә ансамблен тәшкил иткән Үҙәнбаевтар ғаиләһе республика кимәлендә лә киң билдәлелек яуланы. “Ғаилә мозаикаһы” республика конкурсында Нуретдиновтар гран-при алһа, Татлыбаевтар, Әминевтәр ғаиләләре район, республика сәхнәләрен ҡумыҙ моңона сорнаны. Ҡумыҙҙа уйнау- сылар сәнғәтен үҫтереүгә, бар донъяға данлауға йүнәлтелгән сара 8 йәштән 81 йәшкә тиклемге 70-ләгән бәйгесене берләштерҙе. Һәр кемгә үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирҙе һәм ысын мәғәнәһендә байрам бүләк итте.
Эльвира Хәмзинаның материалын “Урал” гәзитенең 25-се һанында (28.03.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий