Яҙғы боҙға ышанма!

Яҙын боҙ йоҡара, тығыҙлығын юғалта һәм һеҙҙең өсөн хәүеф сығанағына әйләнә. Көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙырған ҡояш нурҙары аҫтында ул тиҙ ирей. Шулай уҡ уның тиҙ йоҡарыуына көслө һыу ағымы ла сәбәпсе була. Көн һайын нығыраҡ ыуала, бутҡаға әйләнә. Тап шуға ла бындай боҙ өҫтөнән йөрөү ҙур хәүеф тыуҙыра.
Яҙғы боҙҙоң көҙгө һәм ҡышҡы боҙҙан ныҡ айырылыуын белергә кәрәк. Көҙгө һәм ҡышҡы боҙ хәүефте иҫкәртеп сатнай башлаһа, яҙғы боҙ шунда уҡ ыуала. Был ваҡытта бигерәк тә балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Уларға боҙ өҫтөндә, һыу эргәһендә уйнарға ярамағанлығын иҫкәртеп торорға кәрәк. Бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында, уларҙың үҙҙәрен генә һыу янына ебәрмәгеҙ. Боҙ һәм ҡар иреүҙән йылғалар ярҙарынан сыға һәм ҙур территорияны һыу баҫа. Тап шул саҡта кешеләр, йорт хайуандары, мал-тыуар йәрәхәтләнә һәм һәләк була, йорттар, сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары, коммуналь хужалыҡ объекттары, юлдар, электр һәм телефон бәйләнеше боҙола, тәләфләнә. Яҙғы ташҡынға алдан әҙерләнеү кәрәк. Бәләне иҫкәртеү өсөн иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ: яҙғы ташҡын мәлендә боҙға сыҡмағыҙ, боҙ киткәндә боҙға баҫып сығырға маташмағыҙ. Боҙло һыуҙа хатта өлкәндәр ҙә 20 минуттан артыҡ түҙә алмай, организмдың һыуыныуынан һәләк була. Иҫерек килеш бәлә-ҡазаға тарығандар күберәк. Кейемдең һыу аҫтына тартыуы ла үлемгә килтерә. Боҙ ыуалып, һыуҙа ҡалһағыҙ, ярҙамға саҡырырлыҡ кеше юҡ икән - сәбәләнмәгеҙ, тиҙ һәм ышаныслы эш итегеҙ. Баш менән һыу аҫтына сумыуҙан һаҡланығыҙ. Бының өсөн ҡулдарығыҙҙы һаҡ ҡына боҙ өҫтөнә ташлағыҙ, киҫкен хәрәкәттәрһеҙ, яйлап ҡына күкрәк менән боҙ өҫтөнә ятып, тәүҙә бер, һуңынан икенсе аяҡты сығарырға тырышығыҙ. Батҡан урындан сығыу менән аяҡҡа баҫырға, хатта тубыҡланырға ярамай, ә яйлап ҡына ярға табан шыуышығыҙ йәки тәгәрәгеҙ. Һеҙҙең күҙ алдында боҙ аҫтына төшөп киткән кешене күреү менән “112” ҡотҡарыу хеҙмәте телефонына шылтыратығыҙ.
Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса секторы.
Оставить комментарий