«Хәүефһеҙ Интернет» яҡлыбыҙ

Бөгөн Интернет селтәре менән файҙаланмаған, уның турала ишетмәгән бер генә кеше лә юҡтыр. Тик, бер рәхәттең бер михнәте булған кеүек, Интернеттың да файҙалы ла, зыянлы ла яҡтары күп. Барыһы ла уның менән дөрөҫ файҙаланыу ҡағиҙәләрен белеп етмәй әле, Интернет мутлашыусылары ла йоҡлап ятмай, уңайлы мәлде файҙаланып, мәкерле эшен ҡыла. Шуның өсөн бында ла алтын урталыҡты табып, һәр нәмәлә сама белеп, дөрөҫ эш итергә кәрәк.
Глобаль донъя мәғлүмәте менән балалар файҙаланғанда айырыуса һаҡ булыу, уларҙы бар яҡлап та контролдә тотоу талап ителә, сөнки бының етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Йәштәрҙең ял итеү үҙәге, Интернетҡа ҡарата халыҡтың, йәштәрҙең мөнәсәбәтен, фекерен, уның менән нисек файҙаланыуын белеү, глобаль мәғлүмәт сараһы менән дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен аңлатыу маҡсатында, ҡалала «Хәүефһеҙ Интернет» акцияһы үткәрҙе.
Ирекмәндәр үткәргән һорау алыуҙа ҡатнашыусыларға иҫкәртеү ҡағиҙәләре яҙылған ҡағыҙҙар тапшырылды, уларға файҙалы кәңәштәр бирелде. Ҡала ирекмәндәре бындай акцияны икенсе тапҡыр ойошторҙо.
Ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Максим Субботин әйтеүенсә, халыҡты, бигерәк тә балаларҙы, Интернет бәләләренән һаҡлау өсөн бындай саралар киләсәктә лә үткәреләсәк.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Оставить комментарий