Егәҙе ағинәйҙәре берләште

Егәҙе ағинәйҙәре берләште
Районда Ағинәйҙәр ҡорон ойоштороу 2013 йылда башланғайны. Хәҙер ул 14 ауылдың ағинәй ойошмаһын берләштерә.
Район ағинәйҙәре эше тураһында Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Абзалова урындағы ҡоролтай Башҡарма комитетының отчет йыйылышында сығыш яһап, ағинәйҙәрҙең башҡарған эштәре, пландары тураһында һөйләгәйне. Зилә Минһажетдин ҡыҙының сығышынан һуң, ауылы, милләте өсөн янып-көйөп йөрөгән, һәр башланғысты күтәреп алған Булат Абдулхаҡ улы Яныбаев та Егәҙе ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплап, ағинәйҙәр ойошмаһы булдырыу уйы менән илһамланып, дәртләнеп ҡайтты. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, Егәҙе ауыл биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡайнаған, зыялы, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, ауылдарҙа төп ағинәйҙәрҙе һайлау буйынса йыйылыш үткәреп ебәрҙе. Сараға райондың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Абзалова ла саҡырылды.
Эльвира Хәмзинаның материалын “Урал” гәзитенең 26-сы һанында (31 март) уҡығыҙ.
Оставить комментарий