Судьялар ҙа йырлай

Судьялар ҙа йырлай
Республикала судьялар һәм суд аппараты хеҙмәткәрҙәре араһында Башҡортостан Республикаһының суд системаһы барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуға арналған “Фемида таланттары” үҙешмәкәрҙәр конкурсы бара.
Сараны Башҡортостан Республикаһы судьялары советы, Юғары Суды, Суд департаменты идаралығы берлектә ойоштора. Ул үҙешмәкәр сәнғәтте таратыу, суд системаһында эшләгәндәрҙең ижади кѳс-ҡеүәтен үҫтереү, һәләтен асыу маҡсатында үткәрелә.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Фемида таланттары” конкурсының дүртенсе этабы үтте. Унда Белорет, Күгәрсен район-ара судтары, Сибай ҡала суды, Әбйәлил һәм Йылайыр район судтары хеҙмәткәрҙәре йыр- моңға, бейеүгә һәләттәрен күрһәтте.
Конкурста Белорет районынан мировой судья Ринат Баймѳхәмәтов ҡатнашты һәм I урын яуланы. II урынға Белорет район-ара судының Бѳрйәндәге бүлегенең суд ултырышы секретары Зѳлфиә Үҙембаева һәм Әбйәлил район суды ултырышы секретары Илмир Рәхмәтов лайыҡ булһа, III урын Сибай ҡала судының бейеү коллективына бирелә. “Тамашасы һѳйѳүе” номинацияһы Сибай ҡалаһының 2-се һанлы суд участкаһы мировой судьяһы Тимур Буранҡаевҡа тапшырыла. Еңеүселәр, лауреаттар Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. Этап еңеүселәре апрелдә Ѳфѳлә үтәсәк гала-концертта сығыш яһаясаҡ.
Рәмилә Мусинаның материалын “Урал” гәзитенең 26-сы һанында (31 март) уҡығыҙ.
Оставить комментарий