Хеҙмәт емешен татыу бәхете

Хеҙмәт емешен татыу бәхете
Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш, егәрле кешеләрҙең бындай сифаттары бала саҡтан уҡ билдәле булалыр. Ғәҙәттә, был балаларҙың холоҡ-ғәҙәте, һәләте үҫә төшкәс тә үҙгәрмәй һәм халҡына, яҡындарына файҙа килтереүгә, изгелек эшләүгә йүнәлтелә. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы -Үрге Әүжән участка дауаханаһының баш врачы Гүзәл Салауат ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНА ла бала саҡтан уҡ сәмсел булып үҫә.
Бынан күп йылдар элек Исмаҡай ауылы егете Салауат Мәһәҙей улы, ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетында уҡыған сағында, Бөрйән һылыуы Фәриҙә Фәсхетдин ҡыҙына ғашиҡ була. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр, оҙаҡ уйлап тормай, өйләнешергә хәл итә. Медицина училищеһын тамамлаған йәш килен Исмаҡай ауылында фельдшер булып эш башлай. Тырыш киленде ҡайны-ҡәйнәһе генә түгел, ауыл халҡы ла үҙ итә. Береһе мәктәп директоры, икенсеһе фельдшер булған йәш ғаиләлә баш бала булып, ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Егәрле кешеләрҙең балалары ла үҙҙәренә оҡшай, әлбиттә. Көнө буйы эштән бушамаған ата-әсәһе өлгөһөндә Гүзәл дә бик һәләтле, зирәк бала булып үҫә. Иртә йәштән һанарға, уҡырға өйрәнә һәм 5 йәшендә генә мәктәп партаһы артына ултыра. Йәше тулмайынса уҡырға килһә лә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен тырыш, өлгөлө бала итеп күрһәтә. Ошо сифаттары өсөн һәләтле ҡыҙ 10 йәшендә ”Артек” пионер лагерына юллама менән бүләкләнә.
Эльза Мөхәмәҙиеваның материалын “Урал” гәзитенең 27-се һанында (4 апрель 2017 йыл) уҡығыҙ.
Оставить комментарий