Бында почтаны ат менән ташыйҙар

Бында почтаны ат менән ташыйҙар
Почта эше X быуатта - Киев Русе заманында уҡ барлыҡҡа килә. Ул “повоз” тип атала. Кенәздең хәбәр йѳрѳтѳүселәрен халыҡ бер стандан икенсе станға тиклем ат менән тәьмин итергә тейеш булған. XIII быуатта почта станциялары “яма” тип атала. Ул заманда почтаны ташыған тѳп транспорт - ат була.
Бѳгѳнгѳ кѳндә лә ат почта мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүен дауам итә. Ғѳмүмән, беҙҙең районда ваҡытлы матбуғатты башлыса ат менән ташыйҙар. Райондың Егәҙе почта бүлексәһе почтальоны Урал Сәйфулла улы Әминев үҙенең эшен атһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Сатнама һыуыҡтарҙа ла, ҡойма ямғырҙарҙа ла ул тоғро дуҫы - ат менән Егәҙе һәм Баҡый юлын тапай. Шунһыҙ ҙа булмай, Баҡый, Хәйбулла ауылдарын кемдер гәзит-журнал менән тәьмин итергә тейеш бит.
Рәмилә Мусинаның материалын гәзиттең 33-сө һанында (25.04.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий