"Тирмәкәй"гә килегеҙ, уңыштарын күрегеҙ!

"Тирмәкәй"гә килегеҙ, уңыштарын күрегеҙ!
Ҡаланың 25-се «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге тураһында район- ҡалала белмәгәндәр бик һирәктер бөгөн. Заман талаптарына ярашлы эшләгән, быуындар күсәгилешлеген уңышлы файҙаланған, милли мәҙәни традицияларҙы һаҡлаған һәм яҡлаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булараҡ даны таралған уның. Шуға күрә лә, уның мөдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаеваның алдынғы ҡарашлы булыуын, талапсанлығын һәм балалар баҡсаһын юғары кимәлгә еткереү өсөн һалған тырышлығын баһаламайынса булмай. Ул етәкселек иткән коллективта ижади ҡарашлы, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт иткән һәм үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Яңыраҡ улар район һәм ҡала кимәлендә милли мәҙәни традицияларҙы яҡлау һәм һаҡлауға йүнәлтелгән ғәмәли семинар уҙғарҙы. Унда район-ҡаланың тәрбиәселәре, мәғариф идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.
Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы барыһын да сәләмләп, балалар баҡсаһының уңыштары, ҡаҙаныштары һәм перспективалары менән таныштырҙы. Мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Светлана Геннадьевна Нестерова 25-се балалар баҡсаһының уңышлы эшләүен, тәрбиә биреүҙә милли традицияларҙы оҫта файҙаланыуын һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлауын юғары баһаланы. Бында тәрбиәләнгән балаларҙың күбеһенең башҡорт гимназияһында уҡып, артабан илебеҙҙең төрлө ҡалаларында, хатта сит илдәрҙә лә уңышлы белем алыуын билдәләне. Икенсе дәүләт теле һаналған башҡорт телен, республикабыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен башҡорт ҡына түгел, рус балалары ла яҡшы белергә, хөрмәт итергә тейеш. Бындай мөнәсәбәт милләттәр араһындағы дуҫлыҡты тағы ла нығыраҡ итәсәк, тине ул сығышында.
Эльза Мөхәмәҙиеваның материалын гәзиттең 34-се һанында (28.04.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий