“Хоҙай бирһә, 105-кә лә етермен әле”

“Хоҙай бирһә, 105-кә лә етермен әле”
Әлеге көндә Әзекәйҙә ғүмер иткән 90 йәшлек Мөхтәримә Сәхиәр ҡыҙы Фәхрәзинаның да яҙмышы һикәлтәһеҙ булмағандыр. Хеҙмәт ветераны ауырлыҡтарға бирешмәй, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт күрһәтеп, матур тормош көткән, балалар үҫтергән.
Мөхтәримә Сәхиәр ҡыҙы 1927 йылдың 27 апрелендә Хөсәйен ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Оҙаҡламай ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп килә, шунда 4 класты тамамлай. Үҫмер ҡыҙға тормош ҡыуаныстарына шатланып йәшәргә лә йәшәргә ине бит, тик ҡәһәрле һуғыш башланып, ҡыҙҙың уй-ниәттәрен селпәрәмә килтерә. 15 йәшлек ҡыҙ хеҙмәт юлын 1942 йылда металлургия заводының ҡорос ҡойоу цехында башлай, ул өлкәндәр, тиҫтерҙәре менән трактор гусеницалары етештерә. Һуғыш тамамланып, бер йыл тыныс тормошта йәшәгәндән һуң Мөхтәримә Сәхиәр ҡыҙы 1946 йылда фронттан ҡайтҡан Зәит Фәхрәзи улы менән ғаилә ҡороп ебәрә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан ғаилә башлығы ла оҙаҡ йылдар комбинатта эшләй. Мөхтәримә апай ҙа эшен комбинатта дауам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы “Теплоцех”та кочегар булып эшләй.
Эльвира Хәмзинаның материалын гәзиттең 34-се һанында (28.04.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий