Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет

Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет
Фәриҙә апай Әзекәй ауылында ишле Ғәбитовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Йәше тулғас, тиҫтерҙәре менән бергә мәктәпкә бара. Ишбулды Йомадил улы ла Әзекәйҙеке. Әлбиттә, уларға кескәй саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Ишбулды Сәйетов та армия сафына алынғансы нығынып, егет ҡорона инеп өлгөрә. Һалдат булараҡ та һынатмай, Ватан һағында тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып, Свердловск өлкәһендә артиллерия часында наводчик булып 3,5 йыл хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә эшләй. Буласаҡ кәләше менән тыуған ауылында таныша. Йәш пар алдан осрашып, бер-береһенә тауҙай вәғәҙәләр биреп тормай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, Ишбулды ағай буласаҡ ҡайны-ҡәйнә йортона яусы ебәрә. Ул саҡта егет кешегә 24 тулған, ә Фәриҙә апайға ни бары 17 йәш була. Әммә ҡыҙ һәм егет, йәшлегенә ҡарамаҫтан, аҡыллы булып сыға, ауылдаштарын һоҡландырып, матур ғаилә ҡороп, 1957 йылда рәсми өйләнешә. Фәриҙә апайҙың ҡустыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бейеүсе Риф Ғәбитов был турала иҫләп: “Беҙҙең ғаилә Әзекәй ауылында йәшәй ине. Фәриҙә апайымды, һандығын тейәп, арбаға ултыртып алып киткәндәрен, ә мин илап тороп ҡалғанымды иҫләйем. Апайымдар башта ҡәйнәһе Байрамбикә апайҙа торҙолар. Ғаиләбеҙ Аҙналыға күсеп киткәс тә, уларға ҡунаҡҡа йыш бара торғайныҡ. Ишбулды еҙнәбеҙ ҙә шәп, итәғәтле, эшсән, ихлас, намыҫлы кеше булып сыҡты, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо. Беҙҙе бер ваҡытта ла айырып торманы, бер туғандары кеүек күрҙе. Әле лә апайымдар матур йәшәй. Беҙ уларға һоҡланып ҡарайбыҙ. Еҙнәм матур йырлай ҙа”, - тип маҡтап телгә алды.
Эльвира Хәмзинаның материалын гәзиттең 34-се һанында (28.04.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий