Үҙебеҙҙең депутат

Үҙебеҙҙең депутат
Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА халыҡты ҡабул итте.
Был кѳндѳ депутатҡа тѳрлѳ һорауҙар менән 15-ләп кеше килде. Һорауҙар башлыса ер участкаларын законлаштырыу, ҡаланың Ғафури урамындағы иҫке йорттарҙы һүтеү, суд приставтарының эшмәкәрлегенә, торлаҡ мәсьәләләренә ҡағылды. Шулай уҡ Рысыҡай ауылында балалар баҡсаһы тѳҙѳү, 2019 йылда Ҡаһарманда үтәсәк Тамъян ырыуы башлығы Шәғәли Шаҡманға арналған байрам ойоштороуға ярҙам һорап та мѳрәжәғәт иттеләр.
Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы барыһы менән дә ихлас аралашты һәм һәр һорауға ентекле яуап бирҙе. Мѳрәжәғәттәрҙең булдыра алғанын үҙе, башҡа органдарҙың ярҙамы талап ителгәндәрен улар ярҙамы менән яҡын арала хәл итергә, ә ҡайһы берҙәренә дѳрѳҫ яуап биреү ѳсѳн, уларҙы ентекләберәк ѳйрәнергә вәғәҙә бирҙе.
- Халыҡ менән бындай осрашыуҙарҙы йыш уҙғарабыҙ. Күп кеше ярҙам һорап килә. Кемгәлер документ эшендәге хаталарҙы тѳҙәтергә ярҙамлашһаң, икенселәренә ярҙам итеү ѳсѳн күп кенә структуралар менән бәйләнешкә инергә, һѳйләшеүҙәр, килешеүҙәр алып барырға тура килә. Шулай ҙа ҙур ышаныс менән әйтә алам, күптәргә ярҙам итәбеҙ, ниндәйҙер проблемаларҙың осона бергәләп сығабыҙ. Шуныһын да билдәләп үтеү мѳһим, депутат булған хәлдә лә, ҡайһы бер һорауҙарҙы хәл итергә закон буйынса беҙҙең хоҡуғыбыҙ юҡ. Бындай ваҡытта бары тик кәңәш кенә бирергә була, ә проблеманы үҙебеҙҙең ҡулға алып хәл итеү мѳмкинлеге юҡ, - тине Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий