Май авиаосоштан башлана

Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлеге һәм “Первушино” бәләкәй авиация аэродром комплексы 1 майҙан 8 майға тиклем “Башҡортостан Республикаһының алтын балдағы” тип аталған агитавиаосош һәм автоуҙыш үткәрә.
Акция Башҡортостанда байрам атмосфераһын киң йәйелдереү, илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ уятыу, йәштәрҙең хәрби-патриотик рухын көсәйтеү, һуғыш ветерандарына иғтибар һәм ихтирам күрһәтеү, үҙҙәрен мәңгелек данға күмгән летчиктарҙың, һәләк булған һалдаттарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.
Авиаосошта ҡатнашыусылар 1941- 1943 йылдарҙа летчиктар йөрөткән формала һәм беҙҙең көндәрҙәге летчик формаһында буласаҡ. Экипаждар составына Мәскәүҙән һәм Өфөнән авиация хәбәрселәре һәм фотографтары, локаль хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, билдәле пилоттар һәм музыканттар, авиация спорты буйынса Донъя чемпионаты еңеүселәре индерелгән.
46 ҡатнашыусы 11 самолетта һәм 6 ДОСААФ автомобилендә ОСОАВИАХИМ-ДОСААФ булдырылыуҙың 90 йыллыҡ юбилейына һәм Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙа һауа буйлап 1820 саҡрым, ер буйлап 1500 саҡрым юл үтәсәк.
2017 йылдың 1 майынан 8 майға тиклем! Республиканың 7 ҡалаһы һәм район үҙәктәре! 7 нөктәлә Ватаныбыҙ һәм Республикабыҙ өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ һәм иҫтәлек билгеһендәге 7 сара! Маршруттың тәүге нөктәһе - Белорет!
Оставить комментарий