Байрам алдынан - бүләк!

Байрам алдынан - бүләк!
1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы! Уны һәр кем кѳтѳп ала, сѳнки яҙ хеҙмәт кешеһенә кѳс-дәрт, яңы һулыш бирә. Май байрамдары айҡанлы районда тѳрлѳ саралар, шатлыҡлы ваҡиғалар үтә. Шуларҙың береһе 27 апрелдә муниципаль район хакимиәтендә булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов районда йәшәгән ѳс ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ѳсѳн сертификаттар, ә йәш белгес - әлеге ваҡытта балалар поликлиникаһында офтальмолог бу- лып эшләгән Лилиә Ринат ҡыҙы Бушинаға ике бүлмәле фатир асҡысын тапшырҙы.
Ауылда йәшәгән был ѳс ғаилә “2014- 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программала ҡатнашырға документтар тапшырған. Шулай итеп, программаның “Граждандар” категорияһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ѳсѳн Ҡаһарман ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илгиз Закир улы Ғәлинға, “Йәш ғаилә, йәш белгес” категорияһы буйынса Аҙнағол ауылынан фермер хужалығы етәксеһе Рѳстәм Рәис улы Зәйнетдиновҡа һәм Инйәр 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сирен Робис ҡыҙы Иҙрисоваға сертификаттар бирелде.
Әлиә Хәнәфей ҡыҙы һәм Илгиз Закир улы Ғәлиндар малсылыҡ менән шөғөлләнә, ғаиләләрендә бер ул үҫә. Ләйсән Хәлфетдин ҡыҙы һәм Рөстәм Рәис улы Зәйнетдиновтар бал ҡорто тота, ике бала тәрбиәләй.
Сирен Робис ҡыҙы менән Наил Рәфил улы Иҙрисовтар ғаиләһе был программала ҡатнашыу ѳсѳн ѳс йыл элек сиратҡа торған. Улар икеһе лә 2-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Арышпар ауылында тыуып үҫкән Наил Рәфил улы йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология дәрестәренән белем бирһә, Ейәнсура районынан килен булып тѳшкән Сирен Робис ҡыҙы балаларға туған тел серҙәрен тѳшѳндѳрә. Татыу Иҙрисовтар ғаиләһе ике ул үҫтерә.
“Быға тиклем атайымдарҙа йәшәнек. Хәҙер үҙебеҙҙең ѳйѳбѳҙ буласаҡ. Киләсәккә ҙур пландар менән йәшәйбеҙ. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам иткән етәкселәргә, уңайлы программа булдырған Хѳкүмәткә рәхмәт белдерәбеҙ”, - ти Наил Рәфил улы.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий